Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
2 Июля 2022, 16:56

Ни өсөн ҡырҡаһың?

Бер ир ҡатынының сосискиларҙың ике яҡ осон ҡырҡып ҡурғанына иғтибар итә. ― Ҡәҙерлем, ни өсөн һин сосискиларҙың осон ҡырҡып ҡураһың ул? ― тип һорай ҡуя. ― Әлләсе? Әсәйем гел ҡырҡып ҡура торғайны. Шуға мин дә ҡырҡып ҡурам, ― тип йәш ҡатын яуап бирә.  Йәш ҡатындың үҙенә лә ҡыҙыҡ булып китә. Шуға ла әсәһенән һорарға булып китә.

Ни өсөн ҡырҡаһың?Ни өсөн ҡырҡаһың?
Ни өсөн ҡырҡаһың?

Бер ир ҡатынының сосискиларҙың ике яҡ осон ҡырҡып ҡурғанына иғтибар итә.

― Ҡәҙерлем, ни өсөн һин сосискиларҙың осон ҡырҡып ҡураһың ул? ― тип һорай ҡуя.

― Әлләсе? Әсәйем гел ҡырҡып ҡура торғайны. Шуға мин дә ҡырҡып ҡурам, ― тип йәш ҡатын яуап бирә. 

Йәш ҡатындың үҙенә лә ҡыҙыҡ булып китә. Шуға ла әсәһенән һорарға булып китә.

― Әсәй, ниңә һин гелән сосискиларҙың осон ҡырҡып, һуңынан ҡураһың ул?  ― тип һорай. 

― Әлләсе! Миңә бешеренергә өләсәйең өйрәтте. Ул да гел осон ҡырҡып ҡура ине, ― тип әсә кеше яуап бирә. 

Әсәле-ҡыҙлы һорауға яуапты өләсәһенән һорарға булып китәләр. Өләсәһе креслола телевизор ҡарап ойоп киткән икән. Уятырға тура килә.

― Өләсәй! Ни эшләп һин ҡурыр алдынан сосискиларҙың осон ҡырҡа инең? ― тип һорайҙар. 

― Әлләсе! Минең әсәйем шулай итте, ― тип яуаплай ҙа инде үлем түшәгендә ятҡан ҡарт өләсәләре янына ашығалар. 

― Әсәй, һин ни өсөн сосискиның осон ҡырҡып ҡура торғайның? ― тип өләсәләре һүҙ башлай.

Аптырап киткән әбей үҙен уратҡан туғандарына ҡарай ҙа: 

― Һеҙҙең табағыҙ ҙа бәләкәйме әллә? ― тип һорай...

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас