Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
25 Июнь 2022, 14:10

Әүернә һөйөүе

Ғәлинурҙы ерләгән көн төнө буйы зыяратта бүре олоно. Был яҡтарҙа көҙөн ауыл янында бүре олоуы әллә ни аптырарлыҡ хәл түгел. Инә бүре ҙурайған балаларын һунарға өйрәтә, ҡышҡа әҙерләй булыр. Шулай ҙа быныһы ауыл ситендәге өйҙәргә терәлеп кенә торған ерҙә, яҡында бит әле. Шуға йәне көйгән бер һунарсы егет аҙаҡ: «Барһам, Ғәлинур ағай мәрхүмден ҡәберенә ултырып алып олой, мәлғүн. Мылтыҡты зыярат рәшәткәһенә терәп тороп сәпәнем – тәкмәс атып китте. Яралағанмын шикелле, ҡан эҙе бар ине», – тип һөйләгән...

Әүернә һөйөүе
Әүернә һөйөүе

…Урман буйлап йүгерә лә йүгерә ул. Ҡайҙа барғанын, нимә теләгәнен белмәй, оҙайлы тотҡондан иреккә сыҡҡандай саба ғына. Бына йылға ярына килеп етте һәм… бер нигә ҡарап тормаҫтан, шаптыр-шоптор һыуға сумып, аяғы тейгән ергә тейеп, теймәгәнендә сап-соп йөҙөп сыҡты ла китте. Ярҙың икенсе яғында пәйҙә булғандан һуң да йүгереүен дауам итте. Хәле лә бөтмәй, киреһенсә, һәр мускулында, һәр күҙәнәгендә ниндәйҙер ҡөҙрәтле көс тоя. Ҡайҙа, нимәгә ашығалыр? Хәйер, бер маҡсатһыҙ, бары ирек тойоп, ләззәтләнеп йөрөй шикелле…Зарифа таңға табан баҡса мөйөшөндә ятҡан килеш иҫенә килде. Уянды ла, ҡараңғылы-яҡтылы булһа ла өҫ-башының бысраҡ, оҙон сәстәренең һыу, аяҡ-ҡулдарының һыҙырылып, сыйылып бөткәнлеген аңғарҙы. Быларынан бигерәк уны шәрә булыуы ҡурҡытты. Эйелә-эйелә картуф һабаҡтары, ҡый үләндәре, ҡойма һайғауҙары артына йәшеренергә тырышып, йәйләүҙең иң ситендә урынлашҡан таҡта аласыҡҡа ҡарай шылышты. Килеп етеп ишек тәңгәлендәге сөйҙәрҙә элеүле торған халаттарҙың береһен эләктерҙе лә йылғаға йүгерҙе. Һәрмәләнеп үҙҙәренең һауындан һуң йыуыныу өсөн йәшереп йөрөгән һабындарын тапты һәм ашыға-ашыға бер юлы бит-ҡулын, тәнен, башын күпертергә кереште. Урман эсендәге һыу һыуыҡ, тештәрен- тешенә тигеҙмәй шаҡылдата, әммә ҡыҙ быны тоймай ҙа, балтырҙарына ҡәҙәр булған сөм урынға төшөп алған да, аҡылынан шашыр хәлгә етеп, ҡуш услап өҫ-башына һыу бөркөүен белә.

...Бөгөн дә уны һыйырҙары яҡын ебәрмәне. Яндарына килә башлаһа, күҙҙәрен алартып, һауыу ҡоролмаһының тимер ҡоршауҙарына һырынып ҡалтырана башлайҙар, уҫалыраҡтары шартлатып тибә, хатта һөҙөргә, ҡоршауҙар аша һикереп ҡасырға ынтылғандары ла булды. Тағы ла Сания апай ярҙамға килде. Инде өсөнсө көн Зарифаның һыйырҙарын һауынсыларҙы ял иттереүсе шул ҡатын һауа. Һыйырҙар тамам тынысланып, һауыу аппаратын ҡуйҙыртһындар йәки саҡырыуға килеп етһендәр өсөн бөгөн Зарифаға ялан кәртәнән сығып уҡ китергә тура килде. Эй, ғәрләнде быға ҡыҙ. Ике йыл буйына бер мәшәҡәтһеҙ һауған, һөйөп-иркәләп, ҡушаматтар биреп, үҙенә тамам өйрәтеп бөткән малдарына ни булғандыр. Силәк-фләгеләрҙе сылтырата башлау менән үк, һауыу урынына килеп теҙелешеп сиратҡа баҫырҙар, ызылдашып сабырһыҙланып торорҙар ине бит. Өлкән һауынсы йәш ҡыҙҙарға: «Ана, ҡарағыҙ Зарифаның малдарын, ҡаҡмай-һуҡмай тәрбиәләгәс типмәйҙәр ҙә, һөтөн дә, эйендеһен дә бирәләр, сыбыҡ тотоп ҡамап та ҡаңғырмай, һыйырҙары үҙенә тағылып йөрөй», – тип әленән-әле уны өлгө итеп күрһәтте. Әлеге хәлгә ул да аптырай. Бер тапҡыр ғына булһа, ни ҙә бит, хәҙер инде өсөнсө көн. Бөтә ферма малдары шулай ҡыланһа, берәй насар

үлән ашағандарҙыр, йә януар-фәләндән ҡурҡҡандарҙыр, тиер инең. Юҡ бит, тик Зарифаныҡылар ғына ҡарыша. Улай тиһәң, күрше төркөм малдарының да ҡыҙға ҡарап күҙҙәрен аҡайтыуын, яҡын килһә, ҡасырға әҙерләнгәндәй, алаҡандауын тойҙо ла баһа. Быны хәҙер ҡыҙ үҙе лә, һауынсылар ҙа, ферма мөдире лә аңланы. Башта һыйырҙарға йәндәре көйһә, һуңыраҡ: «Зарифа, әллә һиңә ен эйәләшкәнме икән?» – тип, шарҡылдашып алдылар. Өлкәнерәк һауынсылар: «Әбейгә барып өшкөрөлөп ҡайтырға кәрәк, ысынлап та, йә берәй зәхмәт ҡағылғандыр, йә күҙ тейгәндер, кем белә», – тиеште.

Әле Зарифа ҡарағай урманы һиллеген тыңлай-тыңлай, уйҙарына сумып, һауынсылар һуҡмағынан ауылға ҡайтып бара. Уға бер аҙна ял бирҙеләр. Быға тиклем бары төш кенә булып ҡалған төнгө сәйәхәттәре хәҙер килеп ысынбарлыҡҡа әйләнде. Эйе, төштәрендә ул ҡайҙарҙалыр туҡтауһыҙ сабып йөрөй, ят ерҙәр, урман-тауҙар аша үтә ине. Ундай саҡтарҙа ҡыҙ көндөҙ ҙә үҙен арығандай, хатта ауырып торғандай тоя. Тәүге көн йәйләү ситендә иҫенә килгәс, ҡурҡышынан саҡ иҫен юймағайны бит. Өҫ-башы бысраҡ, ҡул-беләктәре һыҙырылып бөткән, өҫтөнән ят еҫ килә, ә үҙе... үҙе шәрә ине. Һәм өсөнсө көн инде ошо хәл ҡабатлана. Кисен ҡыҙҙар менән бер ни булмағандай уйнап-көлөп йоҡларға яталар, телевизор ҡарайҙар йә пластинка тыңлайҙар. Үҙ урынында, үҙ кейемендә йоҡоға китә лә, ни мөғжизә менәндер ят ерҙә һәм ҡот осҡос хәлдә килеп уяна. Ә бит үҙе эт шикелле әҙәм йөрөмәҫ ерҙәрҙән урман-ҡырҙар буйлап сабыуын тоя. Эйе, йүгермәй ул, саба. Эт шикелле... Еҫе лә эттеке... Аһ! Әллә ул этме!? Башына килгән ошо уйҙан һуң ҡыҙ тамам хәлдән яҙып, үлән өҫтөнә ултыра төштө. Шул ыңғайы, йөҙөн устары менән ҡаплап, илап та ебәрҙе. Йә инде, исмаһам, хәлен һөйләп аңлатыр кешеһе лә юҡ бит. Өләсәһе лә, әхирәттәре лә ышанмаҫ, өләсәһе өшкөртөп маташыр, ҡыҙҙар уйлап сығара, тиерҙәр. Ә Ғәлинур... Ғәлинурға ундайҙы һөйләп тормаҫ бит инде, оялмайса...

***

- Нишләп ҡурҡа һуң һинән һыйырҙар? – Ғәйшә әбей, төҫө уңған йәшкелт күҙҙәрен секерәйтеп, ейәнсәренең илауҙан ҡыҙарған йөҙөнә төбәлде.

- Әллә... – өләсәһе ҡаршыһында сәй шөрпөлдәтеп ултырған ҡыҙ яурындарын ғына һикертте.

- Һөрәндәйеңме әллә, балам? Һуғаңдыр... – ҡарсыҡ үҙе лә ышанмаҫтайҙы теҙҙе.

- Ю-уҡ. Бер нәмә лә эшләмәнем. Ғәҙәттәгесә һәйбәт йөрөйҙәр ине. Бер көн, шул өсөнсө көн инде, иртәнсәк килһәм – минән ҡурҡалар. Берәүһен ояға ҡыуып индереп һауайым тиһәм, ҡоймаға менерҙәй булып тулай. Ситкә китһәм... – ҡыҙ йәштәренә быуылды, – һауҙыралар... Етмәһә... башҡа һыйырҙар ҙа минән ҡурҡа...

Ғәйшә әбей ашъяулыҡтың был яғына сыға һалып, һыңҡылдап бөгөлөп төшкән ейәнсәрен ҡосағына алды:

- Йә, сеү, сеү, балам... Мал өсөн илап ней... Анау заффирмы килеп тороп маҡтай ҙа тора ине, күҙ тигеҙгәндер әле шул, күҙе сыҡҡыр... шулайҙыр, атыу нимә булһын? Күҙ-теш инде. Быйыл килеп тартылып үҫтең үҙең, еләк кеүек булдың инде, еттең... еттең. Көнләшкәндәр ҙә юҡ түгелдер... Һаҡланмаған балаға ней...

Зарифа өләсәһенең әүрәтеүенә, иркәләп-һөйөүенә йыуанды, илап күңелен дә бушатып алғас, ҡәҙерле кешеһенең «иртән әбейгә апарырмын» тигәненән бөтөнләй тынысланып, эсенән генә йырлай-йырлай өй йыйыштырырға булып китте.

Ейәнсәре тынысланды, Ғәйшә әбейҙең, киреһенсә, йөрәге ҡупты. Өйҙә ҡамасаулап йөрөмәҫкә булып, сығып һикәлтәгә ҡунаҡланы ла, йышылып бөткән көмөш балдаҡтар уралтҡан бармаҡтарын, тиреһе бушап, йыйырсыҡланып, ҡоро тарамыштар ғына булып ҡалған ҡулдарын ҡалтырана-ҡалтырана тубыҡтарына ҡуйып, шуларға текәлеп ҡалды. Нимә һөйләй шул ҡыҙғынаһы? «Һыйырҙар ҡурҡа» тейме? Нишләп улай булыр икән?.. Был хәл уға таныш бит… Һыйыр ҡурҡыу... мал өркөү... Теге саҡта ла... Бының хәйерлегә түгеллеген белә... «Эһ-һ...» Әбей, сатин күлдәк менән йоҡа ғына күк бәрхәт кәзәкей япҡан ҡаҡ түше аша ниндәйҙер шом һиҙеп әсетеп киткән йөрәген ыуҙы.

...Бынан ун туғыҙ йыл элек, Рамаҙаны хеҙмәт иткән еренән йәш кенә ҡыҙ бала эйәртеп алып ҡайтҡайны. «Быныһы киленең», – тип таныштырғайны улының армиянан ҡайтып төшкәнен ишетеп, һөйөнсөнән тыны һығылып йүгереп ҡайтып ингән әсәһен. Берҙән-бер балаһын көтөп алыу шатлығынан ярһыған ҡатын, башта был һүҙҙәргә иғтибар ҙа бирмәгәйне. Әммә ҡыуаныстан ҡысҡырышып һөйләшә-һораша сәй табыны әҙерләп бөткәс, быға тиклем урындыҡ ситендә шым ғына ултырған ҡыҙҙың, улының өҫтәлгә әйҙүкләүенә өҫтөндәге плащ һымаҡ нәмәһен сисеп, ҡулйыуғысҡа барып йыуына башлағанында, күҙгә салынырҙай уҡ ҡорһағы бар икәнлеген аңғарҙы һәм, бая әйтелгәндәр аңына яңы ғына барып еткәндәй, «ялт» итеп улына ҡараны. Әсәһенең ҡарашы ҡайҙа төшөүен аңғарған улы, уңайһыҙланғандай итеп йылмайҙы ла, «киленең, тинем бит, әсәй» тигән булды. Ғәйшә, нимә әйтергә белмәй, телен тешләне.

«Киленең» тигәне әле ун һигеҙе лә тулмаған украин ҡыҙы булып сыҡты. Рамаҙан хеҙмәт иткән ерҙә йәшәгән икән. Тәне һөт шикелле аҡ, сәстәре көлтәләй һары, күҙҙәре аяҙ күктәй зәңгәр ине ҡыҙҙың. Русса һөйләшһә, аҙ булһа ла аңлар ине Ғәйшә, үҙҙәренсә, украинса ғына икән теле лә. Улына яусылап ҡыҙ әйттереп, ҡоҙалап туй үткәреүҙәргә өмөтләнеп, әллә ни төрлө татлы хыялдар йөрөткән әсә бәхетенең бер сите кителеп киткәндәй булһа ла, уйҙарын йөҙөнә сығармаҫҡа, кешегә һиҙҙермәҫкә тырышты. Һалдат күрә килгән күрше-тирәгә, ауылдаштарына: «Һалдат ҡына түгел, килен дә бар беҙҙә, үтегеҙ, әйҙәгеҙ сәйгә, – тип әйҙүкләне, ара-тирә килеүселәрҙән бирегәк үҙ-үҙенә

төбәгәндәй итеп өҫтәп тә ебәрҙе: – Ҡырҙан килен апҡайтыу ата-баба йолаһы инде...»

Шулай ҙа аҙаҡтан һорашмай ҙа булдыра алманы. Кем балаһы? Кем ҡыҙы? Нишләп уға эйәреп киткән?

- Оксана мин хеҙмәт иткән ергә яҡын утарҙа йәшәй ине, – улының яуабы бик ҡыҫҡа булды.

- Йәшәгәндер... Ата-әсәһе кем, тигәндәй...

- Белмәйем, улар хуторҙан айырылып, үҙҙәре генә урманда тора ине. Атаһына бер барып та ҡарағайным, индермәне...

- Ҡыҙын әүрәтте тип асыуланды микән...

- Бәлки... Уны хуторҙа ла халыҡ аңлап етмәй ине, сәйерме, ҡырағаймы шунда... Сит-яттарҙы үҙһенмәй, ғаиләһе менән генә ҡырҙа йәшәй...

Әсә аптырай төштө:

- Ҡалай уйламаған әҙәмдәргә юлыҡҡанһың икән...

- Беҙгә уның ата-әсәһе нимәгә, әсәй, Оксана һәйбәт, атаһынан ҡасып миңә эйәреп китте. Һәм... әсәй... әйтеп ҡуяйым тием... Һин Оксананы бындай хәлдә тип... ҡасып килгән тип, кәмһетмә инде, йәме. Ул миңә бик ҡәҙерле... бик... Был яҡҡа килергә риза булмаһа, уның янында ҡала инем...

Ошо һөйләшеүҙән һуң улына рәнйеп тә йөрөгәйне ҡатын. «Яҡшылап танауы ла кибеп етмәгән бер етен башҡа алданып, әсәһенә лә ҡайтмаҫҡа уйлағанмы, юғиһә? Ире үлгәндән һуң күпме генә һоратһалар ҙа, үгәй күҙенә ҡаратып ултыртмайым тип, улын йәлләп, ҡабаттан тормошҡа ла сыҡманы, үҙен шул бер балаһына ғына бағышланы, армиянан ҡайтыр көндәрен һанап көттө. Ә ул... «килмәһә ҡала инем» тиме?..»

Шулай ҙа матур йәшәне улар. Оҙаҡ түгел, әммә ысынлап һоҡланғыс. Улы – килененә, килене – улына, ә икәүләп Ғәйшәгә генә ҡарап торҙолар. Оксана Рамаҙаны эштән ҡайтһа, етешә барған ҡорһағына ҡарамаҫтан, бала шикелле торор ҙа ҡаршы йүгерер булды. Барыр ҙа муйынына аҫылыныр ине. Тегеһе ҡатынын күтәреп алған булыр. Ҡәйнәһенә лә бар белгәнсә, аңлағанса ярҙам итергә, уның менән аралашырға тырышты. Бер көн килеп үҙенә ейәнсәр ҙә бүләк иткәс, тамам күңеле булды Ғәйшәнең. «Ярай, әллә кем булһа ней, ҡайһы берҙәр үҙебеҙҙән алған килендәре менән дә эт-бесәй һымаҡ йәшәй, минеке ултырған еремә түшәк һалып, ҡулымдан эшемде алып ҡына тора. Ярай, Аллаға шөкөр», – тип уйланы.

Яҙғы сәсеү мәле ине. Рамаҙаны ҡырҙа ятып эшләй, өс-дүрт көнгә бер генә икмәк-сәйгә ҡайтып әйләнә.

Бер көн иртәнсәк килене һыйыр һауырға сыҡҡан еренән йәмшәйгән буш биҙрә тотоп инде. Үҙе ҡурҡҡан.

- Ней булды? – урындыҡта бәпес һәтесләтеп ултырған Ғәйшә аптырап китте.

Тегеһенең ҡулдарын болғап аңлатып маташыуынан, йәмшәйгән биҙрәнән һыйыр тибеүен аңланы ҡатын һәм ейәнсәрен сәңгелдәккә һалып, тышҡа сыҡты. Һарай эсенә барып инһә – аптырап китте. Аҡбашы күҙҙәре йоҙроҡ хәтле булып алаҡандаған, яҡын барырлыҡ түгел, даһыр-доһор килеп әле бер, әле икенсе башҡа ҡаса. Өс бөртөк һарығы ла мөйөшкә һырыҡҡан.

Был көн һыйырын һауа алманы Ғәйшә, ярһыған мал тынысланманы. Ахырҙа, быҙауын ҡушып тылҡытып, ҡыуып сығарыуҙан башҡа сара тапманы. Ә иң сәйере һуңғараҡ булды. Ете төн уртаһында ейәнсәренең имсәк эҙләп илағанына уянды ул. Хәҙер имеҙһә тымыр әле, тип, көтөп ята бирҙе лә, бәләкәс ярһып уҡ киткәс, төп яҡҡа сыҡты һәм бот сапты: бала бер үҙе тыпырсынып илай, әсәһе юҡ, етмәһә тәҙрә шар асыҡ тора. Эләгә-тәгәрәй барып тәҙрәне япты, баланы ҡулына алды. Әсәһе тышта булһа, хәҙер инер, тип уйланы, тик ваҡыт үтә торҙо, килене күренмәне. Бәпесте күтәреп йөрөнө-йөрөнө лә, өйҙән сығып кәртә тирәһен дә байҡап әйләнде, тегеһе бер ерҙә лә юҡ ине. Нимә уйлап, ни эшләргә лә белмәне Ғәйшә. Ултыра торғас: «Урамдан эйәртеп алып ҡайтҡан нәмә шул инде, үҙ яғына сығып олаҡҡандыр», – тип улын да ҡушып әрләп ташланы. Таң беленә башланы... Туҡта, ниндәйҙер тауыш ишетелә түгелме?.. Йүгерә һалып соланға сыҡһа, килене инеп килә икән. Өҫ-башы еүеш һымаҡсы. Төн йөҙөндә һыу инеп йөрөгәнме әллә?..

Дер-дер ҡалтыранып ашығып ҡайтып ингән ҡатын тупһала ҡәйнәһе менән йөҙгә-йөҙ бәрелде. Йәш ҡатын һаташып йөрөгән кешеләй, аптыранған, шаңҡыған ҡараштарын Ғәйшәгә йүгертте лә, йәһәтләп төпкә үтә һалырға ашыҡты. Ҡәйнәһе уның артынан ауыҙын асып ҡарап ҡалды: килене мунса алдында элеүле торған алама халатҡа ғына төрөнөп алғайны.

Оксана кискәсә төп яҡтан сыҡманы, Ғәйшә лә өйгә инмәне. Икеһе лә бер-береһенең күҙенә күренеүҙән ҡурҡтымы, кисерештәренән оялдымы. Эңергә ҡарай йәш ҡатын сығып усаҡ тирәһендә уралды, ҡаҙанда һыу йылытып балаһының кейем-һалымын сайып элде. Үҙе бик бойоҡ. Ғәйшә лә аптыранды. «Әллә берәй ауырыуы бармы ҡороғорҙоң, бигерәк өҙгөләнгән кеүек тә...» – тип көйөндө.

Көтөү ҡайтҡас, урамға тыныс ҡына инеп килгән һәүкәше, киленде күргәс тә, тағы күҙҙәрен алартты, артынан сыбыҡ менән төшкән хужабикәһен тапай яҙып, аҡ-ҡара күрмәҫтән тәртә-ҡоймаларға ташланды һәм ни ғиллә менәндер кәртәне аша һикерҙе. Һарыҡтары иһә ҡапҡаға яҡын да килмәне. Хайран булды Ғәйшә. Бер килененә, бер һыйыры сапҡан яҡҡа ҡарап ҡалды.

Шул кисте төнгә улы ҡайтты. Мунса яҡтылар. Ауыр эштән йонсоған ир йыуынып инде лә, ҡыҙын уйнатып ятҡан еренән хырылдап йоҡлап та китте.

Төндә «гөп» иткән тауышҡа тертләп уянды Ғәйшә, ул арала тағы бер гөпөлдәне. «Аһ-аһ, мылтыҡтан аталармы әллә?» Ҡурҡып ҡалҡынды ла: «Рамаҙан... Рамаҙан!» – тип өндәште. Яуап биреүсе юҡ. Йөрәге нимәлер һиҙенгән әсә ялан аяҡ йүгерә һалып барып йәштәр ятҡан яҡтың ҡорғанын асып ебәрҙе – урындары буш. Тышҡа атылды. Унда ла бер кем юҡ.

- Рамаҙан! Рамаҙа-ан! – Ғәйшә кәртәләр яғына йүгереп үтте. Тынлыҡ. Һыҙыла барған таңға ҡолаҡ һалды. Әһә, картуф баҡсаһы яғында тауыш бар. Шунда йүгерҙе. Тышылдап саҡ улының өҫтөнә барып менмәне. Рамаҙаны ергә бөгөлөп төшкән. Ҡаушаған әсә ҡалтыранып улының яурындарына йәбеште. Унан улы башын терәгән нәмәгә эйелә биреп күҙ һалды ла, ҡысҡырып ебәрҙе:

- А-а-а! Килен!!! Рамаҙан! Нимә был?! Нимә булды?! – шул һүҙҙәренән һуң үҙе лә ултыра төштө. Уға яуап биреүсе булманы. Ҡайғыһынан иҫәр хәленә ингән уҫлаптай кәүҙәле ир, нескә генә ҡатынының ап-аҡ тәнле үле кәүҙәһен күтәреп күкрәгенә ҡыҫты ла, өйгә ҡарай алып китте. Оксананың һалбырап төшкән нәфис беләге буйлап ҡан тама, етен сәстәрен иртәнге йылы ел иркәләй ине.

Суд барышында улы түбәндәгеләрҙе һөйләне: төндә уянған да, ҡатыны тышта оҙаҡлағандай булғас, эҙләп сыҡҡан. Эргә-тирәне, аҙбар эстәрен ҡараған, тауыш биргән. Ахырҙа, һарай арттарына күҙ һалайым тип үтһә, ай нуры яҡтыһында ниндәйҙер эттең картуф баҡсаһы ҡоймаһын һикереп үткәнен аңғарған. Яҡшылабыраҡ ҡараһа – бүре икән. Ҡатын ҡайғыһы киткән. Кирегә сапҡан. Келәткә инә һалып, ҡушкөбәген алып яһаған да, арт яҡҡа йүгергән. Килһә, теге бүре бер ҙә ҡурҡҡанға оҡшамай, туп-тура кәртәләргә яҡынлай икән. Ир быға мылтыҡ көбәген төҙәй. Теге һаман килә. Атып ебәрә был. Януар «сый» итеп бейек картуф һабаҡтары араһына ырғый, ул тағы ата. Тауыш тынғандай булғас, яҡын килһә... унда ҡатыны ята. Батҡаҡҡа буялып бөткән... шәрә...

Әлбиттә, Рамаҙанға берәү ҙә ышанманы. Хатта әсәһе үҙе лә. Суд уны «көнләшеү нигеҙендә яһалған енәйәт» тип, туғыҙ йылға хөкөм итте лә төрмәгә оҙатты. Ғәйшә кескәй ейәнсәрен ҡосаҡлап, һуңғы көндәрҙә булған ҡот осҡос хәлдәрҙән айный алмайса түгелеп илап ултырҙы ла ҡалды. Күҙ асып йомған арала матур ғаилә лә, илаһи мөхәббәт тә, бәхет тә, шатлыҡ та юҡҡа сыҡты.

Дүртенсе йыл тигәндә улын табутта алып килделәр. Төрмәлә кемдәрҙер менән эләгешкән дә, сәнсеп үлтергәндәр, тинеләр. Һушһыҙ булып ауған Ғәйшә менән бытылдап йүгереп йөрөгән Зарифаны күрше-күлән баҡҡан арала, төрмә һаҡсылары табутты ер ҡуйынына оҙатты ла шылды. Шулай итеп, улар ейәнсәре менән икәүҙән-икәү генә ҡалды.

...Һуңғы көндәрҙә Зарифаның хәле яҡшы. Буталсыҡ төштәре лә, төнгө мәшхәрҙәре лә ҡалдырҙы уны. Дөрөҫөрәге, бәхеткә ҡаршы, ауылда ҡабатланманы. Быныһы бер шатлыҡ булһа, икенсе ҡыуанысы ҡыҙ өсөн ҙурыраҡ та, мөһимерәк тә ине. Ғәлинур ҡайтҡан! Ниһайәт, сессияһын тамамлап, йәйге каникулға ҡайтҡан. Ҡалала техникумда уҡый ул, төрлө техника, ҡоролмалар төҙөлөштәрен өйрәнә.

Ғәлинур менән Зарифа ҡара-ҡаршы йорттарҙа йәшәп, мәктәп йылдарынан бергә уйнап үҫте. Аҡ йөҙлө, йәшкелт күҙле, үҙенән ике йәшкә кесе булған нәҙекәй генә ҡыҙ баланы малай башта дуҫтарына ҡушылып: «Мәрйә», унан ҡалһа йәшел күҙҙәренән көлә биреп: «Бесәй-бесәй, бес-бес-бес» тип үсектерҙе. Шулай эләкләй торғас, юғары кластарға етеүгә шул «мәрйә»гә башкөллө ғашиҡ булыуын аңланы. Янынан үткән-һүткәндә «Бесәйгүҙ» тип ауыҙ йырҙы ла, шул күҙҙәрҙең йәшел нурын ҡараштары менән йотҡоһо, кистәрен үҫмерҙәр эскәмйәлә йыйылғанда уның янына ултырғыһы, уйындарҙа ҡулдарын тотоп тора биргеһе килде. Ҡыҙ ҙа ситкә ҡасманы, киреһенсә, магнит кеүек егеткә тартылды.

Ауыл ерендә бындайҙы йәшереп буламы? Йәштәр әле үҙ хистәрен үҙҙәре аңлап етмәҫ элек үк, уларҙың «ҡайнар мөхәббәте» хаҡында хәбәр таралды. Был хаҡта, әлбиттә, егет менән ҡыҙҙың икеһенә лә йөҙ төрлө итеп килеп бышылданылар. Әммә йәштәр ул турала һөйләшергә йәки осрашырға ашыҡманы. Егет ҡыҙҙан, ҡыҙ егеттән нимәлер көтөп, бер-береһен ситтән генә күҙәтешеп, мәғәнәле ҡараштар, йылмайыуҙар менән генә алмашып йөрөй бирҙе. Шулай итеп, Ғәлинур мәктәпте тамамлап, йәйҙе колхозда үткәрҙе, көҙгә армияға ла саҡырттылар. Зарифа оҙатыу кисәһенә бара алманы – өләсәһе ебәрмәне. Ауыл араһында ул-был ғәйбәтте ишетә-белә йөрөгән ҡарсыҡ, ҡунаҡҡа саҡыра килгән егеттәрҙе бороп сығарҙы ла, үсегеп турһайған ейәнсәренә бармаҡ янап: «Һаҡланғанды һаҡлармын тигән…» – тип кенә ҡуйҙы.

Әммә хат алышыуҙарына ҡамасауламаны Ғәйшә әбей. Киреһенсә, ҡыҙы өйҙә булмағанда хат ҡулына килеп эләкһә, конвертын ҡәҙерләп кенә ҡат-ҡат һыйпап, ҡабартып өйөлгән яҫтыҡтары аҫтына йәшереп ҡуйҙы ла, тәҙрә өлгөләренән күҙен алмай, бала кеүек сабырһыҙланып, ейәнсәрен көттө. Тегеһе ҡайтып, йылмая-көлә уҡығанда, ишетеп торғандай ҡуша ҡыуанып, тешһеҙ ауыҙын йырып, сырыш ҡул һырттарын ыуалап, ҡәнәғәт булып ултырҙы.

Ғәлинур армиянан ҡайтҡанда Зарифа бер йыл фермала эшләй ине инде. Мәктәптән һуң ул уҡып торманы, өләсәһе лә, оло кеше булараҡ, ейәнсәрен ҡайҙалыр сығарып ебәрергә теләмәнеме, әллә уҡырға кәрәк тигән төшөнсәне белмәнеме – ул хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы. Мәктәпте тамамлап, бер ҡайҙа ла йыйынмаусыларҙы колхоз хужалығы ҡуш ҡуллап үҙенә эшкә саҡырҙы һәм был исемлеккә Зарифа ла ингәйне.

Фермалағы эше менән ҡәнәғәт ул. Малдарҙы ярата, һыйыр һауыу ҙа бәләкәйҙән өйрәнгән шөғөл, аҡсаһын түләйҙәр. Теләгәнен алып кейә, ашай ала һәм үҙен тормошта үҙ урынын тапҡан, маҡсаттары атҡарылған ҙур кеше итеп тоя.

Ғәлинур менән Зарифа бер йәй генә бергә булып ҡалды. Ҡара-ҡаршы йәшәгәс, бер-берһенең күҙ алдында ғыналар. Кистәрен дә парлап сыҡтылар, уйындарҙа ҡулға-ҡул тотоношоп йөрөнөләр, йәнәш ҡайттылар, эскәмйәлә һыйынышып ултырҙылар, серләштеләр, оҙатыштылар. Күптәр уларға ҡарап: «Була бит бәхетле кешеләрҙә бәхетле мөхәббәт», – тип һоҡланды, көнләште, ҡыҙыҡты. Ә был икәү башҡаларҙы күрмәне лә белмәне, икәү-ара мөкиббән булышып, һәр көнгә, һәр кискә һөйөнөп, бер-береһе менән һоҡланышып йәшәй бирҙе.

Көҙгә Ғәлинур ҡалаға китте. Зарифаны ла саҡырҙы ул. Тик ҡыҙ егеттең һаман да уҡып ялҡмауын, ә егет ҡыҙҙың бөгөнгөһө менән ҡәнәғәт булыуын аңламаны. Әммә бер-береһенә дәғүә белдереү ике йәш кеше өсөн ят ине әле.

Башта Ғәлинурҙан хаттар армиянан яуған кеүек күпләп килде, унан аҙая-аҙая барып, яҙға ҡарай бөтөнләй һирәгәйеп ҡалды. Яңы йылда ҡайтып киткәнендә лә Зарифаға ул нисектер үҙенән ятһынғандай, тартынғандай булып тойолдо. Ҡыҙ был һалҡынлыҡтың сәбәбен төшөнә алмай, һөйгәненең элекке кеүек төбәлеп баҡҡан ҡараштарын, онотолоп йылмайып тороуҙарын, үҙен ҡыҙҙарҙан айырып алып китергә ынтылыуҙарын көттө. Икеһе генә ҡалған ваҡыттары ла булманы түгел. Ҡышҡы урамдарҙы, буран олоуын тыңлап, өшөгәнсе ҡыҙырҙылар. Тик егет элекке түгел ине. Йә ҡыҙҙың һөйләгәндәрен тыңламайса уйға батты, йә ишетмәй ҡалып, ҡат-ҡат ғәфү үтенде, тарҡау ғына һөйләште. Һүҙҙәрендә лә йәйге «беҙ» тигән төшөнсә «һин»гә һәм «мин»гә айырылғайны. Һәр хәлдә Зарифаға шулай тойолдо.

Әле егеттең ҡайтҡанын ишеткәнгә лә ике аҙнанан ашыу ваҡыт үтеп китте. Тик ул йәйләүгә килеп күрешергә ашыҡманы. Зарифа башта ауыл юлынан күҙ алмай көттө, унан үпкәләне, көйҙө. Ҡыҙҙарҙың йәлләп тә, мыҫҡыллы көлөп тә ҡарағандарын һиҙеп, кәмһенеүҙән, рәнйеүҙән ҡара янды.

Унан теге «ауырыу»ы тағы ла башланды. Төштәре буталды, хәле бөттө, күреү, һиҙеү, ишетеү тойғолары көсәйҙе, тәненән ят еҫ килде. Унан тағы ла урман ситендә уянды…

Был юлы һауынға сығып торманы ҡыҙ, нимә булырын белә бит инде. Йыуынып, кейенеп алды ла, ике өйҙәш ҡыҙына «ауырыйым» тип бер ауыҙ ғына һүҙ ташлап, сыҡты ла китте. Үҙ-үҙен аңларға, уйҙарына, хистәренә төшөнөргә тырышып, асылында барған ниндәйҙер үҙгәрештәрҙе аныҡларға маташып, оҙаҡ ҡына урман ҡыҙырҙы, йылға шауын тыңлап ултырҙы ул. Ысынлап та, нимәлер яңы һәм ят унда. Ялан аяҡ ергә баҫҡайны, ерҙең һулышын ишеткәндәй, ағас олонон ҡосаҡлағайны, уның үҫешен, йәне барлығын һиҙгәндәй булды. Был тойғолар ҡыҙҙы тағы ла нығыраҡ ҡурҡытты, сараһыҙландырҙы, башын тотоп ауылға ҡарай йүгерергә мәжбүр итте.

Өләсәһе тамам аптыранды, ни сара итергә белмәй ыуаланды. Бер нөктәгә текәлеп ятҡан ейәнсәрен сәйгә ултыртмаҡсы булып, ураған

һайын самауырын яңыртты, әле килеп арҡаһынан тапап һөйҙө лә, теге юлы алып барған имсеһенең шифаһы теймәүенә һуҡранды. Тик ҡыҙ быларҙы ишетмәне лә, күрмәне лә, ул башҡалар ғына түгел, үҙе лә аҙашып йөрөрҙәй аңлайышһыҙ донъяһына бикләнгәйне.

Кискә ҡарай Зарифа йән инеүен, һулыш алған һайын күңеле, дәрте күтәрелә барыуын тойҙо һәм ошонан файҙаланып клубҡа сыҡмаҡсы булды. Уйнарҙан түгел, Ғәлинурҙы күреп, өҙә һөйләшмәксе ине ул. Тороп, оҙон сәстәрен йыуып киптерҙе лә, уларын лампочка яҡтыһында алтын нурҙар сәсеп торорлоҡ итеп ялтыратҡансы ҡат-ҡат тарағас, бушаҡ ҡына итеп берҙән үреп төшөрҙө. Өҫтөнә биле тәңгәленән өҙөп, итәге ҡабартып тегелгән ҡара ерлеккә ваҡ ҡына зәңгәр сәскәләр һибелгән крепдешин күлдәген кейҙе. Ул күҙенең төҫөн асып, йөҙөнөң аҡлығын сағылдырып ебәрә шикелле, һәр хәлдә Ғәлинур былтыр үҙе шулай тигәйне.

Кейенеп-яһанып бөткән ҡыҙ, ирәүәнләнеп уны күҙәтеп ултырған өләсәһенең шау йырйырсыҡтан ғына торған йомшаҡ сикәһенән «әп» иттереп үбеп алды ла, үксәле туфлиҙарында килешле генә тыҡылдап сығып та һыҙҙы. Әбей кинәнестән тешһеҙ ауыҙын йырып, ейәнсәре артынан бөркөлөп ҡалған татлы хушбуй еҫтәрен йотоп ултырып ҡалды.

Ысынлап та, йәштәрҙең уйынына ла, гармунға бейеүенә лә күңеле ятманы Зарифаның. Ул ҡараштары менән Ғәлинурҙы эҙләне. Әһә, ана ул да артҡы рәттәрҙең береһенә сумып, тамашаларҙы алыҫтан ғына күҙәтә икән. Ҡыҙ башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышып, әле бер, әле икенсе кеше янында туҡтап һөйләшкән булып, шул яҡҡа үтте. Теге һаман күрмәй. Ипләп кенә егеттең артына килеп баҫты.

- Һаумы, Ғәлинур, – ҡыҙҙың эйелә биреп шыбырлап ҡына әйткәненән тегеһе йылан саҡҡандай һикереп китте хатта:

- Ә! Ә-ә… Зарифа… һинме ни?

- Мин инем, асыуланмаһаң…

- Ә-ә… Хәлдәрең нисек? – Егет ни әйтергә белмәй тотлоҡто.

- Минең хәлем менән ҡыҙыҡһынғас, ниңә килеп белмәйһең һуң?

- Әллә бына… ваҡыт та…

- Йә, ыҡылдама инде. Һорау алырға торған кеше юҡ. Шулай ҙа… һөйләшергә ине.

- Зарифа, мин…

- Ғәлинур, аҡланма. Кешегә ғәйбәт иткәнсе, үҙ-ара ғына барыһын да асыҡлайыҡ та ҡуяйыҡ. Ҡурҡма, баҫтырып йөрөмәм. Мин һине теге урында көтәм, – тип әйтергә теләгәндәрен бер тында шыбырланы ла «ялп» итеп сығып та китте.

Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Ғәлинур ҙа клубтан сыҡты һәм башта ҡайтырға булып өйҙәре яғына ыңғайлай бирҙе лә, бер аҙ икеләнгәндәй туҡтап торғас, ҡырҡа боролоп, йылға буйына төштө. Зарифа уны яр буйына үҙҙәре алып килеп һалған ҡыу бүрәнә өҫтөндә көтә ине. Ул

килеүсенең яҡынлауын әллә ҡайҙан уҡ тойоп, тегеһе янына ҡунаҡлағансы, яр аҫтындағы ҡараңғы һыу буръяғына текәлеп тик ултырҙы. Бер килке өнһөҙ булдылар.

- Йә, – йылға шауы аҫтында Ғәлинурҙың тауышы ишетелер-ишетелмәҫ сыҡты, – тыңлайым.

- Бәлки, башта мин тыңларым, аңлатырһың аңраға. – Ҡыҙҙың йәшкелт күҙҙәре түңәрәк ай яҡтыһында ялтырап китте, тауышынан тәбиғи булмаған ҡатылыҡ, һалҡынлыҡ бөркөлдө. Был күренеш егеткә бик сәйер тойолдо, шунлыҡтан үҙен нисек тоторға ла белмәне.

- Зарифа, һин һорау алмайым, тигәйнең бит.

- Шулай ҙа һин аңлат әле миңә…

- Нимәне?!

- Исмаһам, күҙгә ҡарап дөрөҫөн әйтергә эшкинһәңсе!

- Нимә ишеткең килә минән?!

- «Яратмайым», «алданым» тигәнеңде…

Ғәлинур өндәшә алмай торҙо, яйлы һүҙҙәр эҙләне шикелле:

- Зарифа, һине алдағаным юҡ, хәтерем яңылышмаһа, «яратам» тип тә анттар итмәнем. Һин миңә оҡшайһың, эйе, мин һине хөрмәт итәм, хатта нисектер яҡын итеп яратам да… Һин матур… һин шундай матур, аҡыллы ҡыҙһың… тик беҙҙең юлдар икеһе ике яҡҡа китә…

- Ә хат алышыуҙар, осрашыуҙар ниңә кәрәк булды һуң беҙгә?

- Беҙ бала инек бит, Зарифа, мауыҡтыҡ, ахыры. Мин дә мөхәббәт ошо булалыр, тип уйлағайным.

- Ә нисек була һуң ул… мөхәббәт?..

- Ул башҡаса була… Ысын яратыу түгел беҙҙә, аңлайһыңмы?! Ысын мөхәббәт ул… яндыра… яндыра ғына, Зарифа, йөрәкте. – Егет асырғанып, усы менән уң күкрәгенә баҫты.

Ҡыҙ барыһын да аңлағанын белдерә булып, мыҫҡыллы йылмайҙы:

- Осратҡанһың, тимәк, мөхәббәтеңде…

- Осраттым да… яулауы ауыр…

Зарифа, йәштәрен йәшерергә теләп, күк көмбәҙендә бәүелгән ялтыр айға төбәлде. Кинәт уның шул аҡһыл-зәңгәрһыу шарға ҡарап ҡысҡырғыһы, эсенән урғылып килгән ярһыу, асыу һәм тағы ла әллә ниндәй аңлайышһыҙ тойғоларҙан бушанғыһы килде. Был ҡырағай теләк асылы менән айҡашып маташҡан ҡыҙҙан көслө, күпкә көслө ине һәм ошо хәленә ҡаршы тора алмауҙан ҡурҡып, ул ауыҙын усы менән ҡапланы ла, ҡапылдан ни эшләгәнен аңламай, ситкә атылды.

- Зарифа! Зарифа, әйҙә, улай ҡыланмайыҡ! Бала-сағаланма, Зарифа!

Ғәлинур, яр буйлап йүгереүсе ҡыҙ ҡараңғылыҡта күҙҙән юғала башлағас, артынан төштө:

- Зарифа, туҡта әле! Әйҙә, ҡайтайыҡ, иртәнсәк барыһы ла икенсе төрлө булып тойоласа

Ҡыҙ тыңларға уйламаны ла, уға егеттән мөмкин тиклем алыҫҡараҡ ҡасырға кәрәк ине. Туҡтай биреп:

- Килмә артымдан! Ҡал! Йүгермә тим һиңә! – тип үҙәк өҙгөс ят тауыш менән һөрәнләне лә ары йүгерҙе. Тик тегеһе ҡалырға теләмәне, йылға ярындағы төпһә-ботаҡтарға, убасыҡтарға абына-һөрөнә, ҡыуыуын дауам итте:

- Зарифа, тим! Алйот! Туҡта!

Зарифа йүгереүен белде. Арыманы ул, киреһенсә, һәр күҙәнәгенә, һәр мускулына көс өҫтәлеүен, ярһый, ҡыҙа барыуын тойҙо. Шул уҡ ваҡытта үҙендәге ниндәйҙер үҙгәреште лә һиҙҙе һәм артынан таптыр-топтор ҡыуып етеп килгән егеттән дә, эсенән атылып сығып, бөтөн йәнен-тәнен ялмай барған хәл-тойғонан да ҡотолоу юлын таба алмай, йән-фарман килгән ыңғайы, осҡан шикелле, атылып-ҡанатланып текә ярҙан төнгө йылға буръяғына ырғыны. Артынан ана тотам, бына тотам тип ынтылған егет, яр ситендә ике ҡулын алға һуҙып, шаңҡыған хәлдә тороп ҡалды.

…Күпмелер ваҡыттан һуң, йылғаның теге ярына ташҡын эсенән тамам хәлһеҙләнгән, һыу йотоп бөткән арыҡ ҡына йәш бүре көскә шыуышып сығып, ҡырсынға һеңде. Бер аҙ хәл алғас, көсһөҙ аяҡтарына тороп баҫты ла, яурыны аша киң йылға аръяғындағы ауыл уттарына ҡарап, ҡайҙалыр алыҫта, ҡараңғылыҡ эсендә «Зарифа ла Зарифа» тип өҙгөләнеп саҡырыуҙарҙы тыңлап торҙо һәм йолҡош кәүҙәһен «дер-р» иттереп һелкеп алып, яй ғына урман ауыҙына һәлпәңләне.

…Зарифаның «эшен» ауылда бик оҙаҡ тикшерҙеләр. Аҙна самаһы йылғаның әллә нисә саҡрым арауығын һөҙҙөләр, һыу аҫтына водолаздар төшөрөлдө, йылға-тирәһендәге урман-ҡырҙар ҡаралды, ағым ыңғайы ултырған ауылдарға йөрөп, һорашып сыҡтылар. Быға тиклем Иҙелдә яҙғы һыуға, хатта мәкегә төшөп киткән балалар мәйетен дә эҙләп таба торғайнылар. Тик ҡыҙҙан исмаһам бер генә әйбер, ишара бирерҙәй нәмә табылһасы! Ғәлинур милициянан килгәндәргә лә, һорашыусыларға ла: «Һыуға һикерҙе… һыуға һикерҙе… һыуға һикерҙе…» – тип, бары ике һүҙҙе ҡабатланы ла ҡабатланы. Ғәйшә әбей илап-һыҡтап арығас: «Төртөп төшөргәнһеңдер әле», унан ҡалһа «Баламды үлтереп тыҡты инде берәй ергә, йәне сыҡҡыр… түпәһе уйылғы-ыр» тип һамаҡлай-һамаҡлай Ғәлинурҙы ҡарғаны. Ни булһа ла, ике йылдан ашыу тикшереү бер һөҙөмтә лә бирмәгәс, эште ябып ҡуйыу менән сикләнделәр. Зарифа «һыуға төшкәндәй» тигәндең тура мәғәнәһендә, зым-зыя булды. Уның хаҡындағы хәбәрҙәр, уйҙырмалар яйлап баҫыла барып, ваҡыт үтеү менән ауылдаштарының иҫенән дә сыҡты. Ейәнсәрен юғалтыуға илай-илай тамам һуҡырайып, йәшәүҙән ваз кискән Ғәйшә әбей ҙә теге донъяға юлланғас, Ғәлинурҙың йөрәгендә уйылып ҡалған әсенеү тойғоһон иҫәпкә алмағанда, Зарифаны иҫкә алырҙай кеше лә ҡалманы.

…Ике тиҫтәнән ашыу йыл үткәс, инде яҙмыш ипкенендә шаҡтай таушалған ир уртаһы Ғәлинур, хеҙмәттәштәре менән ғәҙәттәгесә аҙнаның һуңғы эш көнөн оҙатып, гаражда тамаҡ сылатҡан мәлдәрендә, әллә артыҡ тейәп алып, әллә уйлап сығарып, түбәндәгеләрҙе һөйләй: «Үткән аҙнала ҡатын менән бажаның юбилейына барғайныҡ бит әле. Шәп һыйланылар, иҫереп кителгән бит, әй. Төнгә ҡарай өлкән малай машина менән алырға килгән, икебеҙгә лә эшкә бит инде, ҡайтырға кәрәк. Юҡ, ыҡҡа бармайым, ти бит мин. Бисә менән малай тартҡылап-тартҡылап та тыңлата алмағас, иртән автобусҡа сығыр әле тип, ҡалдырып киткәндәр. Ултыра торғас, ваҡытым еткәндер инде, ҡайтырға булғанмын. Бажа менән балдыҙҙы тыңлау ҡайҙа, биш саҡрымды ней хәҙер «жыйт» итеп үтәм мин, иртән килеп баш төҙәтермен әле ишшыу, тип, тороп сығып киткәнмен ти. Атлап барғанымды аҙыраҡ иҫләйем ул, һыуыҡтан бит-ҡулдың сәңкегәнен дә хәтерләйем һымаҡ, ну ауылға етәрәк кенә анау үҙәктәге эҫкерт төбөнә ятҡан да йоҡлағанмын бит. Уныһы ярай, черт с ним, уянып китһәм, күкһел булып көн яҡтыра, өҫтөмдө буйтым ҡар һырынтыһы ябып ташлаған, аяҡ-ҡул ҡатҡан, ну арҡа, бил, янбаш тирәләре йылы бит әй. Аптырай биреп тыңлап ятам, елкәмә генә берәүҙең ҡайнар тыны бәрелгәндәй. Тамам уяндым, ҡайҙа икәнемде аңлап, хайран булып башымды борһам… артымда мине ҡосаҡлай биреп һырынып, уҫлаптай бүре ята. Ысын, егеттәр, эт түгел, валлаһи-биллаһи, бүре ине ул! Нисек килеп торғанымды иҫләмәйем. Ҡапылдан ҡасһам, өҫтөмә һикерерме был тип, тегегә тексәйәм, етмәһә ойоған, өшөгән аяҡ-ҡул тыңлай һаламы әле?! Юҡ, ташланырға иҫәбе юҡ бының, башын алғы тәпәйҙәренә һалған да ҡарап тик ята, ара-тирә шыңшып-шыңшып ебәрә. Йөнө аҡһыл күк, күҙҙәре нисектер йәшкелт инеме шул. Ҡарашынан арына алмайынса, әллә күпме ара артым менән барҙым, унан юлға төшөп алғас, өйгәсә шаңҡып атланым».

Был хикәйәтте тыңлағандар эскәндә «ах» та «ух» килеп ултырһа ла, һуңынан «Ундай хәлдә урманда йөрөһәң, бисура ҡосаҡлап йоҡлатһа ла аптырама» йәки «Күп булһа, Алабайы эҙләп килгәндер, иҫерек башҡа эт ней бүре ней», «Бүре булһа, Ғәлинурҙан кәзә тояҡтары ла ятып ҡалмаҫ ине әле», тип көлөштө.

Ғәлинурҙы йәштән үк бауыры ыҙалата ине. Ана шуны белә-күрә йә ауыҙын тыя алманы, йә дауаланыуға йөрөмәне. Иллеһен дә тултыра алмай ҡалды шуға, балалары таралып бөткән яңы өйөндә әле йөҙ-төҫөнә өлкән сырайы ла ятмаған ҡатынын, бер үҙен зарыҡтырып, ултыртып китте. Яңғыҙ саҡта тыныс ҡына ятып йән бирҙе ул. Тәнендә бер ауыртыу ҙа тоймай, йәне ғазапланмай, кәүҙәһе еңеләйеп, ҡараштары яҡтырып киткән бер мәлдә, күҙ алдына ап-асыҡ ҡына итеп бер ҡыҙ бала килеп баҫты ла, урман төпкөлдәрендәге ләмле күләүек кеүек йәшел күҙҙәрен тултырып бер генә ҡараш атты.

- За-ри-фа-а-аһ… – һуңғы һулышында әйтелгән ошо исем менән бергә йәне осоп сыҡты.

Ғәлинурҙы ерләгән көн төнө буйы зыяратта бүре олоно. Был яҡтарҙа көҙөн ауыл янында бүре олоуы әллә ни аптырарлыҡ хәл түгел. Инә бүре ҙурайған балаларын һунарға өйрәтә, ҡышҡа әҙерләй булыр. Шулай ҙа быныһы ауыл ситендәге өйҙәргә терәлеп кенә торған ерҙә, яҡында бит әле. Шуға йәне көйгән бер һунарсы егет аҙаҡ: «Барһам, Ғәлинур ағай мәрхүмден ҡәберенә ултырып алып олой, мәлғүн. Мылтыҡты зыярат рәшәткәһенә терәп тороп сәпәнем – тәкмәс атып китте. Яралағанмын шикелле, ҡан эҙе бар ине», – тип һөйләгән.

…Урал тауҙарының киртләс-киртләс һикәлтәле текә итәгенә әҙәм аяғы баҫмаҫ шырлыҡ яғынан арт һынын саҡ һөйрәп йөндәре ҡанға, тупраҡҡа уҡмашҡан күк бүре үрмәләй. Бына ул сосайып сығып торған бер ҡырҡҡы таш тәңгәленә етте лә, аҡтыҡ көсө менән шыуышып, уның аҫтына инеп ятты. Бында кеше һыймалы иркен генә ҡыуышлыҡ бар икән. Көҙгө дымлы ел алтын япраҡтарҙы, ҡоро-һарыны осортоп алып килеп, ҡыуышлыҡтың ауыҙын томаларға тырышты, таш араларына инеп олоно, һыҙғырҙы, оҙайлы һалҡын ямғырҙар, һыуыҡтар вәғәҙә итте. Әммә оялағы йән эйәһе быларҙы ишетерлек хәлдә түгел, дилбегә буйы ғына көҙгө көн кискә ауышыуға уның йәнһеҙ кәүҙәһе һыуына башлағайны инде.

…Һалҡын ҡыш мәңгегә килмәгән, яҙҙың ҡыйыу ябырылыуына ул да биреште, яйлап ҡына тауҙарҙан шыуып төшөп, үҙәктәргә боҫто. Ҡаяларҙың асыҡ битләүҙәрендә ҡар әрселер-әрселмәҫ үк йәшел үлән морон төрттө. Ҡояштың шаян нурҙары таштан-ташҡа ялтыраҡ булып һикерешеп йөрөп шаярышты. Аңғармаҫтан шул нурҙарҙың бер тиктормаҫы, ҡыуышып барып, суҡайып ултырған таш аҫтына төшөп китеп, күҙ асып йомған арауыҡҡа ғына мәмерйәне яҡтыртып ебәрҙе. Унда һап-һары етен сәстәренә уралып, ап-аҡ тәнле ҡатындың һыуһылыуҙай зифа кәүҙәһе ята ине. Нур остоҡтары «йәлп-йөлп» итеп ары йүгерҙе. Уларҙың бында эше юҡ. Бындайҙы тау ғына белә. Ә тау үҙенең серен һаҡлай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: