Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
24 Июнь 2022, 22:15

Аҙашҡан мөхәббәт

Мөхәббәт… Әлиәнең йөрәге йыш-йыш тибә, аяҡ быуындары йомшарҙы. Ул бер нисә минутҡа һушһыҙ ҡалды, унан клуб ишеге асылды...

Аҙашҡан мөхәббәт
Аҙашҡан мөхәббәт

Ҡыҙ ут күршеһе Камилды өнһөҙ генә өҙөлөп яратты. Әммә татлы хистәрен уға белдермәне. Сөнки егет уның бала-саға уйынан көлөр һымаҡ тойолдо.
Йыл артынан йылдар үтте. Әлиә йомоҡ ҡына, үтә сиселеп бармаҫ кешегә әйләнде. Аҙ һүҙле, эшкә шәп ҡыҙ мәктәпте уңышлы тамамланы.
Юғары уҡыу йортоноң ишектәре уның өсөн еңел асылды. Ундағы хыял тауҙарын егәрле ҡыҙ еңел яуланы. Билде биштән быуып тотонғас, студент йылдары уның ҡулдарына юрист дипломын тоттороп үтеп китте. Бөгөн шатлыҡ тулы бокалдар гәлсәр сың ҡоя. Шампан тамсылары шатланып ергә тама. Биш йыл эсендә өйрәнгән курсташтар хушлаша. Ғүмерҙең ҡәтғи ҡанунымы, әллә бәхетле һыналышмы был?
Әлиә дуҫтары менән хушлашып, тыуған ауылына ҡайтты. Ата-әсәһе уны сабыр ғына көтөп алды. Өйҙә туғандары дипломлы белгесте йола буйынса ололаны, байрам ашы күңелдәрҙе иретте. “Мәнфәғәтен күр, балаҡай!” , “ҡул артың еңел булһын!”, “ҡотло булһын!” – теләктәрҙең иң изгеләре яуҙы уға тыуған йортта.
Ә кис әхирәттәре, класташтары һәм дуҫтары килде. Йәшлек дәрте уларҙы клубҡа тартты. Ауыл урамында көслө музыка ағыла. Әлиә был көндө ашҡынып көттө. Тик ниңәлер уны ҡапыл әллә ниндәй сәйер кисереш сорнап алды. Уның күңеле әле шатлыҡтан шампан тулы бокал кеүек тулышҡан. Әллә күңелдең шатлыҡтан күккә ашҡан сағымы икән?
Клуб. Көслө көй шауҡымында йәштәр сайҡала. Ана Камил… Әлиә, уны күргәс, ултырған урынынан саҡ атылып торманы. Ә тағы… Әлиә торор-тормаҫтан лып итеп кире ултырҙы. Ниндәй һылыуҡай?.. Ә улар ҡулға-ҡул... Әллә шампан башҡа бәрҙе ошо мәлдә? Әлиә үҙе һиҙмәҫтән кемгәлер өндәште. Әммә был көслө ҡойонда уны ишетеүсе булманы. Әйтерһең дә, гәлсәр бокалдар ташҡа төшөп, ватылды. Юҡ, бокалдар түгел, ә уның өмөт-ышаныстары ҡапыл селпәрәмә килде.
Мөхәббәт… Әлиәнең йөрәге йыш-йыш тибә, аяҡ быуындары йомшарҙы. Ул бер нисә минутҡа һушһыҙ ҡалды, унан клуб ишеге асылды. Әллә ниндәй көс, әллә үҙенең әлеге саялығы уны хәрәкәткә килтерҙе, аяҡтар ерҙе тоймай... Урам... Сауҡалыҡ... Юл... Нимәлер яҡтыра... Тәгәрмәстәр шулай ҡыҙҙар кеүек үкһеп сыйылдаймы?..
…“Хушлашмайса киттем түгелме?” – тирә-яҡта тынлыҡ. “Аҫта Ер йәйрәп ята, ә өҫтә Күк ҡатламы ҡалай алыҫ?” – тағы ла яуап юҡ. “Ер менән Күк араһы – улай булмай! Булмай! Булмай!”…
“Ғүмер – ул әҙәм балаһына иң ҡәҙерле бүләк. Уның ерҙә тәғәйен эше бар. Яҙған яҙмышты боҙоу, һиңә билдәләнгән миссияны үтәмәү – гонаһ! – тине тауыш күктән. – Ниңә сабыр итмәнең? Һине башланмаған яңы донъя көтә ине бит. Һин ниңә аҫыл башыңды үҙ ҡулдарың менән буш тәгәрмәстәр аҫтына һалдың? Күктәге ожмах бейек-бейектә, ә Ерҙәге ожмахтан кем туйған һуң? Ер менән Күк араһында аҙашыу бик йәл!”
... Ә ел тағы ажарлана ла ажарлана. Әле йорт-ҡураны, юлдар­ҙы туҙҙыра, яландарға, урмандарға артылып иҫә. Үҙ-үҙенең сәсен йолҡҡан бәндә кеүек ағастарҙың япраҡтарын тағата. ҡара болоттар ергә түгелә лә түгелә…

Гөлсирә ҒҮМӘРОВА.
Силәбе ҡалаһы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: