Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
23 Июнь 2022, 09:02

Теләк ағасы

Сүллектә булғанығыҙ бармы? Минеке юҡ. Шулай ҙа ул күҙ алдыма хас та кинолағы кеүек килеп баҫа. Атлап бараһың. Алда ла, артта ла сүл ҡомо. Ағас та, һыу ҙа, кеше лә юҡ. Ә бына ҡояштың ҡыҙыу нурҙары һинең тамам хәлеңде ала. Асығыуҙан да, сарсауҙан дә хәлең бөтә һәм һин... йығылаһың. Был хикәйәттә лә тап шундай кеше тураһында һүҙ бара. Уйламағанда сүллеккә барып юлыҡҡан кешенең хәле бөтөп йығыла. Атлап түгел, шыуышып йөрөй башлай. Шул саҡ ҡаршыһына бәләкәс кенә ағас хасил була. 

— Йә инде, ошо ағастың япраҡтары суғым булып, мине ҡояш нурҙарынан ҡаплаһын ине, — тип ул апртырағандан уйлап ҡуя.

Мөғжизә! Был ағастың япраҡтары шул тиклем күп һәм ҙур була. Һалҡын күләгәгә нисек барып юлыҡҡанын аңламай ҙа ҡала хатта.

Бер аҙ ял итеп алғандан һуң ул уйланып:

— Йә инде, был ағаста һутлы емештәре лә үҫкән булһа, тамам хәл инеп ҡалыр ине, - ти.

Мөғжизә! Ағаста һутлы емештәр барлыҡҡа килә. Алланып бешкән бер емеште өҙөп ала ла тешләп ҡарай. Уның тәмееее! Телеңде йоторлоҡ. Йәнә бер нисә емеште ашағандан һуң тамағы туя.

Тамам туйып, хыялға сума ул:

— Йә инде, ошо ағастың тамыры янында ғына шишмә аҡһа, ҡалай шәп булыр ине!

Мөғжизә! Ағас тамырын тишеп шишмә атылып сыға. Юлаусы рәхәтләнеп һыуһыны ҡанғансы һыу эсеп ала.

Тамағын туйҙырған, һыуһынын ҡандырған юлаусы йәнә уйға сума:

— Юҡ, барыһы ла ошолай яҡшы булырға тейеш түгел. Бәлки был шайтандың эшелер?

Шуны ғына көткәндәй, шайтандар туйы башланып китте...

Эльмира Кейекҡужина.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: