Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
23 Июнь 2022, 19:00

Хикмәтле хикәйәт

Оҙон-оҙаҡ уйлай торғас, атаһы: "Үҙем дә аңламайым, улым... Ҡатындар сәйер кеше, юҡ-бар сәбәптән илайҙар ҙа йөрөйҙәр",- тигән...

Хикмәтле хикәйәт
Хикмәтле хикәйәт

Хикмәтле хикәйәт

Күҙ йәштәре

Ир бала әсәһенән: "Әсәй, ниңә һин илайһың ул?"- тип һораған. Әсәһе уны ҡосаҡлаған да, йылмайып: " Сөнки мин ҡатын-ҡыҙ затынан",- тип яуаплаған.

Малай атаһына барған: "Атай, ниңә әсәйем ҡайһы саҡта бер сәбәпһеҙ илап ала?" Оҙон-оҙаҡ уйлай торғас, атаһы: "Үҙем дә аңламайым, улым... Ҡатындар сәйер кеше, юҡ-бар сәбәптән илайҙар ҙа йөрөйҙәр",- тигән. Теге малай ҙурайған, инде үҙе лә ир ҡорона еткән, тик барыбер әүәлге һорауына яуап таба алмаған: "Ниңә был ҡатындар илай икән?"

Ниһайәт, гүр эйәһе булыр мәле еткәс, ир быны Хоҙай Тәғәләнең үҙенән һорарға баҙнат иткән. Хоҙай уға шулай тип яуаплаған: "Ҡатын-ҡыҙҙы яралтҡанда, мин уны һәр яҡтан камил итергә тырыштым.
Уға бар донъяны йөкмәп алырлыҡ, балаларын барлыҡ ел-дауылдарҙан ышыҡларлыҡ ныҡлы яурын бирҙем. Бар һыҙланыуҙарға ла сыҙаһын өсөн саяларҙан-сая рух һирптем. Һис зарланмай гел алға барһын, шул уҡ ваҡытта артта ҡалғандарҙы ла ҡайғыртһын өсөн көслө ихтыяр бирҙем. Бала-сағаһын төрлө шарттарҙа ла, хатта бик рәнйетеүҙәрен күргән хәлдә лә, өҙөлөп яратыуҙан туҡтамаһын өсөн сикһеҙ изгелек күндерҙем. Иренең етешһеҙлектәренә ҡарамаҫтан, уға һәр ваҡыт терәк булһын, ҡалҡан булып уның йөрәген һаҡлап торһон өсөн оло сабырлыҡ бирҙем. Яҡшы ир һөйгәнен бер ҡасан да юрамал үпкәләтмәҫ, тик ундай ир-егеттең дә үҙ йәрен төрлөсә һынап ҡарауы ихтимал. Гүзәл затҡа ана шуны төшөнөрлөк аҡыл бирҙем. Ә иң аҙаҡтан ҡатын-ҡыҙға күҙ йәштәрен бүләк итергә булдым. Ниңә, ҡайҙа, ҡасан иларға – уныһы тик үҙ хоҡуғында".

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: