Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
19 Июнь 2022, 16:25

Өс гөнаһ

Шул саҡ бер кеше алға сығып:  ― Әйтәйек мин һыйырым бар, тип ҡыуанып тик йөрөйөм икән. Шул уҡ ваҡытта кемдеңдерғуныһы ла юҡ, тип уйлайым. Тимәк мин ул кешенең һыйыры юҡ, тип ҡыуанған булып сығам. Ә был үсәү, кеше ҡайғыһына һөйөнөү булып сыға түгелме? ― тип һорай икән. 

Өс гөнаһ
Өс гөнаһ

― Был донъяла өс гөнаһ  бар, ― тип һүҙен башланы аҡыл эйәһе. 

Был һүҙҙәрҙе ишетеү менән йыйылған халыҡ тынып ҡала. 

― Уларҙың беренсеһе ― үсәү. Йәғни кеше ҡайғыһына ҡыуаныу. Мәҫәлән, күршенең һыйыры ятып үлде ти. Был ҡыуаныу өсөн сәбәп булып торорға тейеш түгел. Юҡ, күршеңә һин ярҙам итергә бурыслыһың, тигәнде аңлатмай. Әммә кеше ҡайғыһына үсәргә ярамай. Күршегеҙ ҙә кеше бит! Яуызлыҡ теләмәгеҙ. 

Йыйылған халыҡ шаулашып алды. Аҡыл эйәһе йылмайҙы ла, тауыш бөткәс һүҙен дауам итте. 

― Икенсе гөнаһ ― күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү.  Әйтәйек, һеҙҙең бер генә һыйырығыҙ бар. Уныһы ла ҡарт икән, ти. Һөттө лә аҙ бирә икән. Күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Киреһенсә ҡыуанығыҙ. Кемдеңдер уныһы ла юҡ. Тормошоғоҙ менән ҡәнәғәт булырға тырышығыҙ. Эйе, ҡарт. Эйе, һөттө аҙ бирә. Әммә күңелде төшөрөргә ярамай. Ниндәй генә булһа ла һыйырығыҙ бар. Ул нисек кенә булһа ла һөт бирә. Кемдеңдер уныһы ла юҡ бит! 

Йыйылған халыҡ шаулашып алды. Тауыш бөткәнсе аҡыл эйәһе көтөп торҙо. 

Шул саҡ бер кеше алға сығып: 

― Әйтәйек мин һыйырым бар, тип ҡыуанып тик йөрөйөм икән. Шул уҡ ваҡытта кемдеңдерғуныһы ла юҡ, тип уйлайым. Тимәк мин ул кешенең һыйыры юҡ, тип ҡыуанған булып сығам. Ә был үсәү, кеше ҡайғыһына һөйөнөү булып сыға түгелме? ― тип һорай икән. 

Йыйылған халып аҡыл эйәһенә текләп шымып ҡалды.

― Өсөнсө гөнаһ ― теңкә ҡоротоу, ― тип аҡыл эйәһе һүҙен тамамлай. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: