Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
15 Июнь 2022, 20:00

Ике ғаилә яҙмышы (Булған хәл)

  Инде төн уртаһы етеп, ҡатынына берәй нәмә булдымы әллә, тип хафалана уҡ башланы. Шул мәл уларҙың ишек алдына «Жигули» килеп туҡтаны. Барый машинаһынан сыға һалып асҡан ишектән Гөлдәре килеп төштө. «Күрәһең, бик һуңға ҡалғас, Барыйҙан килтертеп ташлатҡандыр», - тип уйлап, уларға өндәшергә ауыҙын асып та өлгөрмәне, ҡатыны, юлдашының муйынына аҫылынып, ҡуйынына һырылды. Тегеһе уны ҡыҫып ҡосаҡланы ла, ирендәренә үрелде. Күргәндәренә иҫән-аҡылын йыя алмай урынынан тороп баҫҡан Саматҡа ишек алдын яҡтыртҡан утлы бағана ла, машина менән кешеләр ҙә ҡапыл сайҡалып киткәндәй тойолдо. Ул бәүелә биреберәк балкон ишегенә табан бер-ике аҙым атланы һәм, күҙ алдары ҡараңғыланып китеп, «гөрҫ» итеп иҙәнгә ҡоланы...

1. МӨХӘББӘТЕМ… ҠУЙЫНЫНДАҒЫ ЙЫЛАН
 
Танышыуҙарының өсөнсө көнөндә ҡыҙ егеттең күҙҙәренә тура ҡарап:
- Һөйәһеңме? – тине наҙлы ла, иркә лә тауыш менән. Бер күреүҙә үк үлеп ғашиҡ булған егет башын ғына ҡаҡты. Ҡыҙ уның муйынына һырылып, үҙенә тартты. Ирен менән ирен ҡушылды… Төн менән төн дә ҡауышты ул кисте. Ә бер айҙан, никах уҡытып, егет ҡыҙҙы өйөнә алып та ҡайтты.
Өҙөлөп ярата ине Самат Гөлдәрҙе. Мөхәббәтенә тилереп, ен урынына колхозда эшләп йөрөгән еренән егет һөйгәне менән ҡалаға күсте. Гөлдәр ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһына эшкә урынлашты, ә Самат, курстарҙа уҡып сығып, нефтсе булып китте. Бер-бер артлы өс малайҙары тыуҙы уларҙың. Ғаилә ишәйеп, дөйөм ятаҡта йәшәүе ауырайғас:
- Себер яҡтарына барып, фатирлыҡ аҡса эшләп ҡайтаһыңмы әллә, - тине Гөлдәре иренә наҙлы ҡарашын ташлап.
Яратҡан ҡатыны, балалары өсөн йәнен-тәнен ҡыҙғанмаған Самат китте ул тарафтарға. Вахта ысулы менән айлап эшләһәләр ҙә, йыш ҡына ялға ла ҡайтмай бил бөктө. Ҡайһы берәүҙәр һымаҡ эсеп, аҙып-түҙып йөрөмәне. Эшләп тапҡанын тиненә тиклем өйөнә ебәрергә тырышты. Ниһәйәт, аҡса туплап, өс бүлмәле кооператив фатир алып ебәрҙеләр.
Яңы фатирға йыһазы, тегенеһе-быныһы кәрәк, малайҙарҙы кейендереп-ашатыу ҙа ҙур сығымдар талап итә. Гөлдәр ҙә өсөнсө баланан һуң ҡабат эшкә сығып торманы.
- Әллә тағы бер аҙға түҙәһеңме? – тине иренә йылы ҡарашын бөркөп.
Һөйөклөһөнөң һүҙен йыға буламы һуң Самат! Тағы өс-дүрт йыл ситтә эшләне ул. Һирәк-мирәк ҡайтҡан саҡтарында бар ваҡытын ғаиләһе менән уҙғарырға тырышты. Малайҙары, ҡатыны менән бергәләп тәбиғәт ҡосағына сыҡтылар, балыҡҡа йөрөнөләр. Ҡала ситендә генә баҡса алып ебәргәйнеләр, күмәкләшеп шунда соҡондолар.
Донъяһын етештергәндәй булып, бөтөнләй ҡайтырға иҫәп тотоп йөрөгән Саматҡа:
- Бындағылар машиналы булып бөттө. Себер тиклем Себерҙә эшләп машинаһыҙ йөрөүе әллә нисек бит әле, - тине бер кис Гөлдәре, ҡуйынында иркәләнеп.
Үҙен ирмен тип һанаған кеше берҙән-беренең теләгенә ҡаршы киләме ни – Себергә сәфәр тағы бер нисә йылға һуҙылды.
Инде машиналыҡ аҡса туплап, уны алыу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас:
- Барыйҙар «Жигули» алабыҙ тип, бик үтенеп һорағас, аҡсаны уларға биреп торғайным, яҡын дуҫтар бит. Нисек бирмәйһең инде? Яйлап-яйлап түләрҙәр ҙә ул, - тине ҡатыны ғәйепле тауыш менән.
Барый тигәне Клара әхирәтенең ире. Ялға ҡайтҡанда һәр саҡ бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшәләр. Улар Саматтарҙың малайҙары тиҫтере өс ҡыҙ үҫтерәләр. Кем белә, бәлки, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҙа булып китербеҙ әле тип, бер-береһенә шаярып өндәшәләр ине хатта.
Әлбиттә, дуҫтарының яйлап түләгәнен көтөп ятып булмай. Тағы китте Самат Себергә. Ләкин был юлы сәфәре ҡыҫҡа булды уның. Бер аҙ эшләп, сираттағы ялына Ишембайға ҡайтып төштө. Кисләтеп кенә фатирына килеп ингәндә өйҙә малайҙары ғына ине. «Әсәйем Клара апайҙарға барып киләм тип киткәйне», - тине яңыраҡ мәктәпте тамамлаған малайы.
Самат йыуынып сығып, тамағын туйҙырҙы ла, ҡатынын көтә башланы. Уныһы оҙаҡлағас, артынан әхирәттәренә барып килергә лә уйлағайны, нисектер килештермәне. Малайҙары йоҡлағас, Самат икенсе ҡаттағы балкондарына сығып ултырҙы. Инде төн уртаһы етеп, ҡатынына берәй нәмә булдымы әллә, тип хафалана уҡ башланы. Шул мәл уларҙың ишек алдына «Жигули» килеп туҡтаны. Барый машинаһынан сыға һалып асҡан ишектән Гөлдәре килеп төштө. «Күрәһең, бик һуңға ҡалғас, Барыйҙан килтертеп ташлатҡандыр», - тип уйлап, уларға өндәшергә ауыҙын асып та өлгөрмәне, ҡатыны, юлдашының муйынына аҫылынып, ҡуйынына һырылды. Тегеһе уны ҡыҫып ҡосаҡланы ла, ирендәренә үрелде.
Күргәндәренә иҫән-аҡылын йыя алмай урынынан тороп баҫҡан Саматҡа ишек алдын яҡтыртҡан утлы бағана ла, машина менән кешеләр ҙә ҡапыл сайҡалып киткәндәй тойолдо. Ул бәүелә биреберәк балкон ишегенә табан бер-ике аҙым атланы һәм, күҙ алдары ҡараңғыланып китеп, «гөрҫ» итеп иҙәнгә ҡоланы.
Ҡапыл тетрәнеүҙән ярты кәүҙәһен паралич һуғып, телһеҙ ҡалған Самат дауаханала ғына иҫенә килде. Типһә тимер өҙөрҙәй еренән ҡапыл ғына тыуған сабыйҙан да былайыраҡ хәлгә тарыған ир, ни уйларға белмәй, тик бушлыҡ ҡына тойҙо башта. Аҙаҡ барыһы ла бөтә ысынбарлығы менән күҙ алдына баҫып, бөтә тәнен, йәнен биләп алды һәм түҙеп торғоһоҙ ғазапҡа әйләнде.
Янына көн һайын килеп йөрөгән малайҙары бер аҙна уны ауыр уйҙарынан арындыра ине. Тәүҙә ҡатыны ла йыш ҡына килгеләне. Бер нәмә лә булмағандай, йылмайып-көлөп һөйләште ул. Тик ҡапыл ғына уның дауахана юлында эҙе һыуынды. Самат аҙаҡ ишетеүенсә, әсәләре аталарын инвалидтар йортона урынлаштырырға юллап йөрәгәнен белгән малайҙары быға теше-тырнағы менән ҡаршы төшкән.
Айҙан артыҡ дауаханала ятҡырып, бер көндө уны фатирына килтереп ҡуйҙылар. Хәҙер инде уның донъяһы бәләкәй генә йоҡо бүлмәһенең дүрт стенаһы эсендә сикләнде. Карауатында хәрәкәтһеҙ ятҡан килеш төрлө ҡараңғы уйҙарға сумып, инде ғазапҡа әйләнгән ғүмер минуттарын һанайһы ҡалды.
Малайҙарына рәхмәт. Буш ваҡыттарын улар аталары янында уҙғарырға тырышты. Ләкин балаларының йәлләү тулы ҡараштарын күреү, бигерәк тә улар ярҙамында хәжәттәрен үтәү әйткеһеҙ ҡыйын ине. Самат балаларын йыш мәшәҡәтләмәҫ өсөн мөмкин тиклем аҙыраҡ туҡланырға тырышты. Ләкин улары йә үҙҙәре әҙерләй һалып, йә әсәләре «шаҡ» иттереп янындағы ултырғысҡа ултыртып сығып киткән ашандыны көсләп тигәндәй ҡалаҡлап ауыҙына ҡаптырҙылар. Өйҙә һирәк күренгән Гөлдәр менән бығаса ауыҙ асып һүҙ әйтмәгән малайҙары араһында йыш ҡына тауыш сығыр булып китте. Һүҙҙең ни турала барғанын аңлап, Саматтың йөрәге әрнене.
Көҙ еткәс, өлкән малайын әрмегә алдылар. Китер алдынан улы атаһы янында оҙаҡ ҡына ултырҙы һәм:
- Атай! Нисек кенә булмаһын, һин барыбер беҙгә кәрәкһең, - тине уның ҡулдарынан һыйпап.
Һалҡын ғына көндәрҙең береһендә Гөлдәре Барыйҙы эйәртеп ҡайтып инде. Үҙе сисенә һалып кухняға уҙҙы, ә «бажа» асыҡ ишектән башын ғына тығып, Самат менән иҫәнләште лә, күршеләге йоҡо бүлмәһенә инеп китте. Бер аҙҙан, ҡулдарына рюмкалар менән аҙыҡ һалынған тәрилкә тотоп, Гөлдәр ҙә шунда йүнәлде. Янынан үткәндә, аяғы менән тибеп, Самат ятҡан бүлмәнең ишеген ябырға ла онотманы.
Тәүҙә йоҡа ғына стена аша ишетелгән көлөшөп һөйләшеү, ә аҙаҡ Саматҡа яҡшы таныш, күптән түгел генә уны ләззәткә сумдырып, бөткөһөҙ дәрт биргән, ситтә сағында төштәренә кереп яфаланған өндәр, уның йөрәгенә бысаҡ булып ҡаҙалып, был мәлдә үҙенең көсһөҙлөгән тойоу тамуҡ ғазабынан да былайыраҡ минуттар кисерергә мәжбүр итте. Уларҙы ишетмәҫкә тырышып, башын мендәр аҫтына тыҡты. Ләкин йөрәкте томалап буламы ни?! Ундағы әрнеү күҙ йәштәре булып сикәһенән аҡты. Бик түҙеп торғоһоҙ, һуңғы сиккә еткән саҡтарында ирҙәр ҙә илай ул.
Был уйнаш балалар өйҙә юғында йыш ҡына ҡабатланып торҙо. Яҙ урталарында өйгә ҡатыны менән бер нисә ир килеп инде һәм, йыһаздарҙы сығарып, машинаға тейәй башланылар. Затлыраҡ әйбер-ҡараны алып сығып бөткәс, ҡатыны Самат янына керҙе һәм, баҡсаға барып йөрөй күрмәһендәр, һаттым мин уны, тип кенә сығып китте.
Өс көн үткәс, күп илауҙан күҙ-башы шешенеп бөткән Клара килеп, Барыйҙың үҙен ташлап, Гөлдәр менән күрше ҡалаға күсеп китеүҙәрен һөйләп сыҡты.
Бынан һуң биш йыл ғүмер уҙып китте. Саматтың өлкән улы, әрменән ҡайтып, өйләнде. Хәҙер үҙе малай үҫтерә. Уртансыһы әлеге көндә хеҙмәт итеп йөрөй. Кесеһе лә һөнәрселек училищеһын тамамлай. Ә Самат… Самат ни хикмәттәндер аяғына баҫты. Тотлоға-тотлоға булһа ла һөйләшеп алып китте.
Күптән түгел хәл белергә индем. Ейәне менән уйнап, уны ҡарап торорға ҡулынан килгәненә шатланып, күҙҙәрендә бәхет осҡондары сағылған Самат ағай:
- Аллаға шөкөр, үҙем ярҙамсыға әйләндем әле. Кеше ҡулына ҡалыуҙан да ауыры юҡ. Хәҙер көндән-көн үҙемде нисауа тоям. Хатта бер көн Клара килеп мине күрҙе лә: «Әйҙә, тегеләргә үс итеп өйләнешәйек тә ҡуяйыҡ», - тине әле тип көлөмһөрәне һәм, бер аҙ моңһоуланып, өҫтәп ҡуйҙы. – Гөлдәр инеп сыҡты әле… Судлашып, фатирҙы бүлеп алырға йөрөй…
Бер аҙ донъя хәлдәрен һөйләшеп ултырғас, ағай тағы һүҙҙе ҡатынына борҙо:
- Малайҙар өйгә аяҡ баҫтырмаҫҡа ҡуштылар ҙа ул. Тик һаман яратам бит мин уны… Мужыт кире ҡайтыр, ә?..
Әй, бахыр өмөт һәм бахыр әҙәм балаһы!
Ә, бәлки, ысынлап та, бер ни булмағандай, юха йылмайып, ҡайтып та инер. Булмаҫ, тимә… Тик ул һиңә бәхет килтерер микән?!
 
II. МӨХӘББӘТЕМ… САБЫРЛЫҠ ҠАНАТЫМ
Сөгөлдөр баҫыуынан – утауҙан ҡайтып килгәндә систе серен Әҡлимә әхирәтенә:
- Эй, дуҫҡайым, Әхмәткә ғашиҡмын мин! Белһәң ине йөрәккәйемдең ни эшләүҙәрен! Бына-бына осоп сығып китәм тип, ҡанаталанып тибә! Әхмәт тә һөйәлер, күрәһең. Кисә Зәйни артынан осрашыуға саҡырып яҙыу ебәргән.
Әхирәтенең һүҙҙәре Гөлшаттың йөрәгенә энә булып ҡаҙалды. Ул хыялында йөрөткән, уйҙар диңгеҙендә сумдырып, йоҡоһоҙ төндәр кисерткән егетте Әҡлимә ярата?! Әхмәт тә әхирәтенә ғашиҡ!?
Нисек кенә һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, ҡапыл биләп алған уй-хистәре йөҙөнә сыҡты, күрәһең. Янында елпенеп атлап килгән Әҡлимә әхирәтенә бәхетле ҡарашын төшөрөп алды ла:
- Ниңә кәйефең ҡырылды? Әллә һин дә уға… Ҡара уны, юлыма сығаһы булма! Күҙҙәреңде тырнармын, бынау толомдарыңды бөртөкләп йолҡормон! – тине, шаяртып, һәм дуҫ ҡыҙының яурындарынан ҡосаҡлап алды.
Юҡ, юлдарына ҡаршы төшмәне Гөлшат. Киреһенсә, үҙенең хис-тойғоларын күңел түренә бикләп, ике йәш йөрәкте тоташтырыусы күпер булды. Башта араларында хат ташыусы, осраштырыусы, аҙаҡ туйҙарында шаһит булды ул. Гөлшатты яңғыҙын яуапһыҙ һөйөү утында ҡалдырып, сибәрлеге менән унан күпкә ҡайтыш булған әхирәтен һайланы шул Әхмәт. Айытбай ҡарттың танауын һөртә-һөртә: «Мөхәббәттең күҙе юҡ, уға маңҡа не мешает!» - тигәне хаҡтыр, күрәһең.
Йылдар үтһә лә, Әхмәткә булған мөхәббәте һүнмәне лә, һүрелмәне лә Гөлшаттың. Ғүмер уҙған һайын нығынып, көсәйә генә барҙы.
Йәшләй генә кейәүгә сыға һалған Әҡлимә йыл һайын тип әйтерлек бала тапты. Үҙе баланан һуң, бер-ике генә ай ял итеп, фермаға һыйыр һауырға йөрөнө. Ә ире унда алыштырғыһыҙ мөдир булды. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ситтән тороп зоотехниклыҡҡа уҡып сыҡты. Салауат медучилищеһын бөтөрөп, ауылдарындағы медпунктта эшләгән Гөлшаттарҙың күршеһендә генә яңы өй һалып керҙеләр. Гөлшат эше буйынса ла, күрше генә булғас, былай ҙа йыш ҡына кергеләне уларға. Әллә үҙенеке юҡлыҡҡа, әллә Әхмәттекеләр булғанға, икәүһенең хатта «кендек әбейе» булған балаларын ныҡ яратты. Килгән һайын ҡулында күстәнәс-фәлән өҙөлмәне. Тегеләре лә, уны бик тә үҙ итте.
Әлбиттә, сибәр ҡатынды яулаусылар ҙа аҙ булманы. Тик мөхәббәтһеҙ ҡауышып йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәне Гөлшат. Төндә килеп, күҙҙәрен майландырып ишек төбөндә ата бесәй һымаҡ мырлаусылар ҙа юҡ түгел ине. Ләкин һәр береһен ҡаты ғына итеп үҙ урындарына ултыртҡас, ҡабат ишек тырнаусы булманы.
Ә бер ваҡыт Әхмәт ҡайҙандыр ситтән килеп ферма бинаһы төҙөүсе шабашниктарҙың береһен эйәртеп килеп ингәйне. «Ҡатыны менән айырылышҡан, үҙе былай ипле генә күренә. Әллә никах уҡытып ебәрәйекме?» – тине ул. Әхмәт әйткәс, бигерәк тә уға оҡшаған кеше булғас, Гөлшат риза булыбыраҡ та ҡуйған ине. Тик тегенеһенең ике бәләкәй генә ҡыҙыҡайы булыуын ишеткәс: «Ҡуй, балаларыңды етем итмә. Улар хаҡына булһа ла ҡатының менән ҡабат ҡауышырға тырыш», - тип кире бороп сығарҙы. Атаһы ташлап сығып китеп, әсәһе ҡулында ғына тәрбиәләнеп үҫкән ҡатын тере етемлектең ни икәнен бик яҡшы белә ине.
Бәлә кеше башынан йөрөй тиһәләр ҙә, һайлап йөрөмәй икән шул! Яңы ғына алтынсы балаһынан ҡотолған Әҡлимәне паралич һуҡты. Һөйөп-һөйөлөп, дәртләнеп эшләп йөрөгән йәш ҡатын, йәй уртаһында ҡырау һуҡҡан гөлдәй бөгөлөп, ҡабат тормаҫҡа урынына ятты.
Бәлки, ҡайһы бер ирҙәр был ҡапыл килгән бәләнән һеңгеҙәп ҡалыр, балаларын берәм-берәм балалар йортона оҙатып, эскегә лә һабышып китер ине. Ләкин башта алйырабыраҡ ҡалғандай тойолһа ла, Әхмәт бирешмәне. Төн йоҡоһон йоҡламаһа-йоҡламаны, фермаһына ла өлгөрҙө, ихатаһы тулы мал-тыуарын да ҡараны, балаларын да әҙәмсә тәрбиә итергә тырышты. Әлбиттә, уға йыл ярым элек әсәһен ерләп бөтөнләй яңғыҙ ҡалған Гөлшат ҙур таяныс булды. Аҡрынлап күрше ҡатын бөтә өй эшен, балаларҙы, әхирәтен тәрбиәләүҙе үҙ өҫтөнә алды. Әҡлимәнең ғазапланып ятыуына йөрәге әрнеһә лә, һөйгән кешеһенең яурынына төшкән ауырлыҡты күтәрешә алыуына ҡыуаныс та кисерҙе ул. Бәхеткә күрә, урынынан ҡуҙғала алмаһа ла сабыйҙы имеҙҙереп алырлыҡ һөтө булды Әҡлимәнең. Үҙен күрһәтмәгән табип ҡалманы тип әйтерлек, ләкин файҙаһы булманы. Шулай өс йыл самаһы ваҡыт уҙғас, инде терелеп аяҡҡа баҫырға өмөтөн өҙгән Әҡлимә, Гөлшат менән Әхмәтте үҙ янына саҡырып алды ла, күҙ йәштәренә быуыла-быуыла былай тип һүҙ башланы:
Икегеҙгә лә изгелегегеҙ өсөн оло рәхмәтлемен… Әхмәт, һин йәшһең әле, ҡатын наҙы кәрәк һиңә! Уны бирә алмауым өсөн ғәфү ит… Ә һинең, Гөлшат… Әхмәтте яратыуыңды беләм мин… һин дә ике ут араһында янып йөрөмә… Өйләнешегеҙ әйҙә! Законлымы, былаймы – ҡауышығыҙ ҙа ҡуйығыҙ… Хет балалар хаҡына!
Әҡлимәгә был һүҙҙәрҙе әйтеүе нисек ҡыйын икәнен белеү, Әхмәткә булған саф һөйөүен уға үҙ ауыҙынан түгел, башҡаларҙың еткереүе Гөлшатты тетрәтеп, ҡапыл күңелен тултырып ебәрҙе. Ул эйелеп әхирәтенең ҡулбашынан ҡосаҡланы һәм үкһей-үкһей:
- Ни һөйләйһең һин, Әҡлимә?! Тиҙҙән, Хоҙай насип итеп, аяғыңа ла баҫырһың әле. Ирең, балаларың менән тағы ла бәхетлерәк йәшәп китерһегеҙ! – тип һөйләнде.
Әлбиттә, Гөлшаттың яратҡан кешеһенең күкрәгенә башын һалып һөйөләһе, ә әзмәүерҙәй ирҙең янындағы сибәр, йәш ҡатынды ҡосағына алып иркәләйһе, иркәләнәһе лә килгәндер. Ләкин, береһе мөхәббәтен сабырлыҡ ҡанаты итеп, икенсеһе дәртен ауыҙлыҡлап, былай ҙа яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған Әҡлимәнең йөрәгенә тағы ла әрнеү өҫтәргә баҙнат итмәнеләр.
Ауылда күптән инде юҡтан ғәйеп табып, энәне дөйәгә әйләндереүсе ҡайһы бер осло теллеләрҙең: «Әхмәткә йәтеш, ике бисә менән рәхәтләнә!» - тигән ғәйбәте таралған ине инде. Ләкин тегеләре, кеше һүҙенә ҡарамай, элеккесә йәшәй бирҙе.
Әҡлимә тағы ла ете йыл йәшәп, ҡоро һөйәк менән күҙҙәре генә тороп ҡалып, яҙғы иртәлә донъя ҡуйҙы. Йылын уҡытҡас, ҡауыштылар Әхмәт менән Гөлшат. Ике ихата араһында үҫкән ҡарт алмағас та, уларға фатиха биргәндәй, шау сәскәгә күмелгәйне ул мәл.
Түле һаҡланған ҡатын яратҡан иренә өс малай, бер ҡыҙ табып бирҙе. Йөҙҙәрендә кисергән ҡайғы-хәсрәт эҙҙәре һаҡланһа ла, күҙҙәрендә бәхет нуры ла сағылып китә Федоровка районында йәшәүсе яңы таныштарымдың. Инде балалары хаҡына Хоҙай мәрхәмәте менән артабынғы тормош күктәре аяҙ булһын ине уларҙың.

ЙОМҒАҠЛАП БЕР НИСӘ ҺҮҘ
Был яҙмаларымдағы ғаиләләр яҙмышы, бер яҡтан, өҫтәренә төшкән бәлә менән бер-береһенә оҡшаш та, икенсе яҡтан, уны нисек ҡабул итеүҙәре, күтәреүҙәре менән ҡапма-ҡаршы ла. Йәғни, бер үк бәләгә ике төрлө ҡараш. Тәүгеһендә, һүрәтләнгән Гөлдәр бар ҡылығы менән фәхишәләрҙән дә яман тип әйтер инем. Улар тәндәрен һатһа ла, яҡындарын һатмай. Фәхишәләрҙең дә бит күбеһе сараһыҙҙан үҙен, балаларын ашатыр, кейендерер өсөн шул юлға баҫа. Ә Гөлдәрҙең ире елкәһендә паразит һымаҡ йәшәп, уға, балаларына хыянат итеүе, бар әйберҙәрен һыпырып алып сығып китеүе, етмәһә, фатирҙы бүлеп алырға йөрөүе башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Алмалары – балалары әсәһенән алыҫ төшөп, аталарына ауыр минуттарында ярҙам ҡулы һуҙғандары, уға тоғро ҡалғандары ҡыуаныс, әлбиттә. Ләкин Саматтың әле һаман шаңҡыған балыҡтай ысынбарлыҡҡа төшөнә алмайыраҡ йөрөүе ҡыҙғаныс. Быға, бәлки, үҙенең ябайлығы, бар нәмәне лә үҙ үлсәме менән үлсәүе, бәлки, ҡәһәрле сире лә сәбәплелер. Әллә, үҙе әйтмешләй «һаман өҙөлөп һөйөүе» (логика буйынса мөхәббәт күптән нәфрәткә әйләнергә тейеш тә бит) күҙен томалай. Бер кергән сағымда «Себерҙә себерелеп йөрөгәнсе, яныңда булһаң, бәлки, улай ҙа булмаҫ ине», - тип әйтергә уҡталдым да, ләкин уның ҡасандыр: «Башта уҡ саф түгел ине, һуңынан да йөрөй тип ишеткәйнем дә ул, ышанманым», - тип һөйләгәнен иҫләп, йәшләй аҙғынлыҡ юлына баҫҡан, унан йәм, тәм тапҡан әҙәмде бәйләп тотоп та тыя алмаҫ инең, тип уйлап өндәшмәнем.
«Әллә мөхәббәттәре шул ҡәҙәре ҡаты булдымы икән?» – тип әйтеп ҡуйғайны Самат ҡатынын аҡлағандай. Ир менән ҡатын араһында һөйөү нисек кенә көслө булмаһын, әсә һөйөүе барыһынан да артығыраҡ булырға тейеш бит. Балаға алтыла ла, алтмышта ла әсә кәрәк. Ә инде бөйөк әсә исемен бысратып, әсәлек бурысына төкөрөп, ташлап киткән бисәһенә ҡарата улдарының: «Өйгә аяҡ баҫтыраһы булма!» - тигән һүҙҙәре был әҙәмгә хыянаты өсөн сығарылған иң юғары хөкөм ҡарарынан да ҡатыраҡтыр, тим.
Саматтың: «Ҡуйынымда йылан аҫырағанмын икән», - тигәне ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡтыр, моғайын.
Икенсе яҙмамдағы Гөлшат, әхмәттәрҙең был донъяла булыуҙары үҙе ҙур ҡыуаныс. Ундайҙарҙан торған ғаиләләр үҙҙәренең барлығы менән тирә-яҡҡа нур сәсә, йылы бөркә, йәм өҫтәй. Мин дә уларҙа булғанда йорт-ихаталағы етешлекте, бөхтәлекте күреп, өлкәнерәк балаларҙың да, кесерәктәренең дә бер-береһенә, ата-әсәләренә ихтирамын һиҙеп, көр-шат тауыштарын ишетеп, хужаларҙың ҡунаҡсыллығын тойоп, күңел рәхәтлеге кисерҙем. Тик хужабикәнең мөләйем йөҙө генә ҡайһы саҡ болоҡһоуланып китә ине. «Үҙемдең бәхетемде тапһам да, нисектер күңелем китек минең. Кеше өлөшөнә ингән кеүекмен. Бәлки, Әҡлимәнең аяуһыҙ сире миңә яҙһа, башҡалар өсөн дә һәйбәтерәк булыр ине лә бит, тик уны һорап та, бүлеп тә алып булмай шул!» - тигәйне ул.
Юҡҡа күңелең әрнемәһен, Гөлшат апай! Һөйгән кешең менән ҡауышып, унан балалар табып йәшәү бәхетең, һинең тоғролоғоң, сабырлығың, изгелегең өсөн Хоҙай биргән хаҡлы бүләгең ул!
 
 
 
Мөҙәрис Багаев.
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: