+24 °С
Дождь


Балам
Ел-ямғырҙан һаҡлар инем, балам,
Хоҙай бирһә шундай мөмкинлек,
Бағышлайым һиңә доғаларым,
Юлдарыңда теләп именлек.
Һаҡлай күр бер үк, хоҙайҡайым,
Хәүеф-хәтәрҙәрҙән арала,
Шатлыҡ менән үтһен тормош юлын,
Ҡайғы-хәсрәттәрҙән арала.
Бирер инем тормош һабаҡтарын,
Ҡуйыр инем алдан киҫәтеп,
Балам, тиеп яна йөрәккәйем,
Яҙмыштарҙан булмай иҫкәртеп.
Изге теләктәрем - килер йылдарыңа
Һәр ябай көн бәхет килтерһен,
Тормош һынауҙары ауыр булмаһын,
Доғаларым менән үтәрһең...
Лариса Ғирфанова