+31 °С
Облачно


«Сәсрәп китһен донъяһы!» - тип,
Ҡатын бөгөн йоҡланы.
Иртән һыйырын һауманы,
Хатта көтөү ҡыуманы.
Һөтһөҙ ҡалған ас быҙауҙар
Баҡырышты, туланы.
Туғыҙҙа торған иренә
Ҡайнар сәй ҙә булманы.
Ҡыҙҙың сәсе үрелмәне,
Йыйылманы йорт-ҡура.
Хатта бахыр тауыҡтар ҙа
Ас килеш бикле тора.
Ахрызаман еткән өйҙә:
Киткән кеүек йорт ҡото.
Ғүмергә бер тәүге тапҡыр
Йоҡо туйҙырған ҡатын.
Гөлнур Ҡыуатова