+13 °С
Облачно


Йәй – ул рәссам,
Ер өҫтөнә
Мең биҙәктәр яһар саҡ.
Йәй – моңло йыр,
Ҡоштар ярһып,
Сәсәй-сәсәй һайрар саҡ.
Йәй – ул сәскә.
Ялан-ҡырҙың
Йәйғор төҫөн һайлар саҡ.
Сәскә һутынан йыйылған
Балы менән һыйлар саҡ.
Йәй – ул ҡояш.
Йылы нурға
Һәр ҡыяҡ үрелер саҡ.
Еләк-емештәр, ҡыҙарып,
Бешер ҙә өҙөлөр саҡ...
(Зөһрә Ҡотлогилдина).