Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
22 Мая 2022, 04:00

Әйткән һүҙҙе кире алып булмай...

Әйткән һүҙҙе кире алып булмай, Телеңде тый асыу килгәндә.  Меңдән бере тышҡа сыҡҡанда ла,  Башҡалары ҡалһын күңелдә...

Әйткән һүҙҙе кире алып булмай...Әйткән һүҙҙе кире алып булмай...
Әйткән һүҙҙе кире алып булмай...

Әйткән һүҙҙе кире алып булмай,

Телеңде тый асыу килгәндә.

Меңдән бере тышҡа сыҡҡанда ла

Башҡалары ҡалһын күңелдә.

Асыу-ярһыу үтер, онотолор,

Аралар ҙа аҙаҡ яйланыр.

Кем яңлышҡан, кемдәр хаҡ булғанын

Тормош һиңә үҙе аңлатыр.

Яңғыҙ йәшәп була, уныһы хаҡ,

Матурлығы бармы тик уның?

Мин теләйем дуҫ-туғандар менән

Уҙһын тейеп тормош юлым.

Телемде лә тыям, күңелде лә,

Асыу килһә йотам эсемә.

Күңел ҡыйып, асыу-бысраҡ сәсеп

Ниндәй аҡыл һалам кешегә?

Кеше рәнйешенән бәхет табып

Йәшәүҙәрҙән һаҡла, Хоҙайым!

Әйткән һүҙҙе кире алып булмай,

Ваҡытында телде тыяйым...

Гөлнур ҠЫУАТОВА

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас