Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
19 Май 2022, 20:00

Мөхәббәт тураһында хикәйәт

Бөгөнгө көндә түгел, уҙған быуатта ла түгел. Ҡасандыр булған ти матур ғына бер утрау. Ул утрауҙа рухи ҡиммәттәр йәшәгән булған. Бер мәл утрау һыу аҫтына китә башлай. Барыһы ла үҙ кәмәләренә ултырып, утрауҙан йыраҡҡа йөҙөп китәләр. Тик мөхәббәт кенә утрауҙа ҡала. Ул утрауҙың ҡабат ҡалҡыуына өмөт итә. Әммә өмөтө аҡланмай...

Мөхәббәт тә утрауҙы ташларға ҡарар итә. Һәм Байлыҡҡа мөрәжәғәт итә:

- Байлыҡ! Мине лә кәмәңә ултырт әле!

- Ғәфү ит, Мөхәббәт! Минең кәмәм байлыҡ һәм алтын менән тулы. Һиңә урын юҡ шул! - ти ҙә артабан йөҙөп китә.

Шул саҡ утрау янынан уҙып барған Һағышты күреп ҡала:

- Һағыш! Мине утрауыңа ал әле! 

- Ғәфү ит, Мөхәббәт! Минең күңелемдәге һағыш яңғыҙлыҡты ярата, - ти.

Шул саҡ Мөхәббәт Ғорурлыҡты осрата. Әммә бында ла Мөхәббәт артыҡ булып сыға. "Гармонияны һин боҙаһың!" - тип ул юлын дауам итә.

Шатлыҡты күреп Мөхәббәт шатлана. Тик бында ла Мөхәббәт артыҡ булып сыға. Ул хатта Мөхәббәттең тауышын да ишетмәй.

Мөхәббәт ҡотолоуға бар өмөтөн өҙә. Шул саҡ ул артта бойоҡ ҡына тауыш ишетә:

- Мөхәббәт, әйҙә ултыр! Харап булаһың бит! - тип уны бер аҡһаҡал ултыртып ала. Ҡоро ергә алып барып төшөрә лә, үҙе ҡабаттан йөҙөп китә.

Мөхәббәт ҡапыл ҡаушап ҡала.

- Исемен дә һорарға оноттом. Кем ул был ҡарт? - тип Аҡылдан һорай.

- Был - Ваҡыт.

- Ваҡыт?

- Ә ниңә ул мине ҡотҡарҙы? 

- Ваҡыт ҡына Мөхәббәттең ҡәҙерен белә, - тип Аҡыл уға яуап бирә. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: