Рухиәт
15 Мая 2022, 07:44

Уҡ һәм томан йәки Ниңә маҡсатҡа ирешеүе ауыр?

Хикәйәт — Ауырлыҡтар тиһең инде. Былар бит һинең маҡсатыңа табан атлау өсөн аҙымдар булып тора. Һин улар менән мәғәнәһеҙ көрәште туҡтат, - тип һүҙен башлаҡ Уҡытыусы. — Һин уларҙы иҫәпкә генә ал. "Ә, шулай була икән", тип кенә уйла. Һин үҙеңде уҡтан атам, тип күҙ алдына килтер. Сәп әллә ҡайҙа, алыҫта тора. Ә юлды томан ҡаплап алған икән, ти. Һин томанды таратыр өсөн ниҙер эшләр инеңме? Юҡ, һин томан таралғанын көтөп алыр инең. Бына хәҙер сәп күренеп тора. Әммә томанды таратҡан ел һинең уғыңды икенсе яҡҡа осороп алып китә. Елде туҡтатырға маташма ла, был һинең хәлеңдән килә торған эш түгел. Әммә ел йүнәлешен билдәләп, уҡты икенсе урындан атыу өсөн барыһын да эшләй алаһың. Бына атам тигәйнең, уҡ-һаҙаҡтың яны тығыҙ һәм ауыр булып сыҡта. Һин янды ҡабаттан ҡороу урынына үҙеңдә көс туплай алаһың. Күнекмәләр һиңә ярҙамға килер. 

Уҡ һәм томан  йәки  Ниңә маҡсатҡа ирешеүе ауыр?Уҡ һәм томан  йәки  Ниңә маҡсатҡа ирешеүе ауыр?
Уҡ һәм томан йәки Ниңә маҡсатҡа ирешеүе ауыр?


— Оҫта, — тип бер мәл уҡыусыһы уҡытыусыһына мөрәжәғәт итә, — ниңә һәр саҡ маҡсатҡа кәртә булыр ауырлыҡтар осрап тора кеше юлына? Улар беҙҙе көсһөҙ һәм хәлһеҙ итеп күрһәтә.

— Ауырлыҡтар тиһең инде. Былар бит һинең маҡсатыңа табан атлау өсөн аҙымдар булып тора. Һин улар менән мәғәнәһеҙ көрәште туҡтат, - тип һүҙен башлаҡ Уҡытыусы. — Һин уларҙы иҫәпкә генә ал. "Ә, шулай була икән", тип кенә уйла. Һин үҙеңде уҡтан атам, тип күҙ алдына килтер. Сәп әллә ҡайҙа, алыҫта тора. Ә юлды томан ҡаплап алған икән, ти. Һин томанды таратыр өсөн ниҙер эшләр инеңме?
Юҡ, һин томан таралғанын көтөп алыр инең. Бына хәҙер сәп күренеп тора. Әммә томанды таратҡан ел һинең уғыңды икенсе яҡҡа осороп алып китә. Елде туҡтатырға маташма ла, был һинең хәлеңдән килә торған эш түгел. Әммә ел йүнәлешен билдәләп, уҡты икенсе урындан атыу өсөн барыһын да эшләй алаһың. Бына атам тигәйнең, уҡ-һаҙаҡтың яны тығыҙ һәм ауыр булып сыҡта. Һин янды ҡабаттан ҡороу урынына үҙеңдә көс туплай алаһың. Күнекмәләр һиңә ярҙамға килер.

— Ниңә? Ҡайһы бер кешеләр еңел генә яндан елһеҙ көндә лә уҡтан ата ала. Ниңә минең ата торған уҡ был тиклем дә ҡаршылыҡтарға тап булырға тейеш? Әллә бар донъя минең алға барыуыма ҡаршымы? - тип уҡыусы үпкәһен белдерергә ашыға.

— Ә һин бер ваҡытта ла башҡа кешеләргә ҡарама. Һәр кемдең үҙ уғы, үҙ һаҙағы, яны була. Сәп тә һәр кемдеке үҙе һайлап алғаны була. Кемдер сәпкә тейеүҙе маҡсат итеп алһа, икенселәр ниндәй генә ауырлыҡтар булғанда ла сәпкә тейҙереп атырға өйрәнеүҙе маҡсат итеп ала, - тип Уҡытыусы йылмайып яуап бирә.

Ҡапыл Уҡытыусы шымып ҡала ла, уҡыусыһының ҡолағына шыбырлап ҡына былай ти:

— Улым, минең һиңә аса торған серем дә бар. Тик уны бер кемгә лә һөйләмә, йәме! Томан һинән сәпте йәшерер өсөн ҡалҡмай, ел һиңә ауырлыҡтар тыуҙырыр өсөн иҫмәй, уҡтың яны һинең көсһөҙлөгөңде күрһәтер өсөн тығыҙ булмай. Быларҙың барыһы ла үҙенән-үҙе килеп сыға. Тик һин генә тап ошо шарттарҙа ата алам, тип уйланың. Шуға ла зарланыуыңды ташла! Йә еңелерәк сәп һайла!
Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас