Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
10 Мая 2022, 17:30

Ямғыр яуҙы

Мең-мең рәхмәттәр әйтәм Хоҙайыма,  Шөкөр-шөкөр, яуҙы ямғырҙар! Ямғыр көткән барлыҡ тәбиғәттең, Сарсау-һыуһындары ҡанырҙар...  

Ямғыр яуҙыЯмғыр яуҙы
Ямғыр яуҙы

Мең рәхмәттәр әйтәм Хоҙайыма, 

Шөкөр,шөкөр🙏Яуҙы ямғырҙар!

Ямғыр көткән барлыҡ тәбиғәттең,

Сарсау-һыуһындары ҡанырҙар.

Ҡойоп-ҡойоп яуһын ямғырҙар,

Болоттарҙы елдәр ҡыумаһын.

Ямғырҙарға туйһын Ер-әсәбеҙ,

Ҡоролоҡ-тигәндәре булмаһын.

Гөл-сәскәләр һутҡа тулышһындар,

Ишелеп уңһын арпа-бойҙайы.

Ямғырҙары гелән яуып торһон,

Мәрхәмәтле булһын Хоҙайым.🙏

ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас