Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
30 Апреля 2022, 07:25

Яҡташтар көсө

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанға йышыраҡ ҡайтырға мөмкинлегем юҡ. Тыуған яғымды һағынам, әлбиттә. Мин һәр саҡ үҙем уҡыған, үҫкән урындарҙы йөрөп сығырға хыялланам, ләкин ваҡыт бик аҙ...

Яҡташтар көсөЯҡташтар көсө
Яҡташтар көсө

«Торатау» конгресс-холында «Яҡташлыҡ көсө» форумы үтте. Бында «Атайсал» хәйриә проектына йомғаҡ яһалды.

Форумдың эшендә Рәсәй Федерацияһының һәм Украиналағы хәлде көйләү буйынса контакт төркөмөнөң махсус вәкиле, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Азамат Ҡолмөхәмәтов ҡатнашты. Ҡунаҡ «Илһамландырыу өсөн тыуғандар» панель секцияһында сығыш яһаны.

«Шәп идея, иң мөһиме — республикала йәшәүселәрҙең барыһы ла тыуған төйәге менән берҙәмлеген тойһон, бөтә өлкәләрҙә лә республика үҫешенә үҙ өлөшөн индерһен өсөн ошо башланғысты дауам итеү. Һәр кем, хатта Башҡортостандан ситтә йәшәгәндәр республика менән айырылғыһыҙ рухи бәйләнешен һәм халыҡ менән берҙәмлеген тоя», — тип билдәләне спикер.

Азамат Ҡолмөхәмәтов һөйләүенсә, уның атаһы — сығышы менән Ишембай районынан, әсәһе — Благоварҙан, үҙе Өфөлә тыуып үҫкән. Проектты сит илдә йәшәгән яҡташтарыбыҙ, муниципаль-ара кимәлдә эшләү кеүек аныҡ эш йүнәлештәренә бүлеү мөһим, тип иҫәпләй ҡунаҡ.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанға йышыраҡ ҡайтырға мөмкинлегем юҡ. Тыуған яғымды һағынам, әлбиттә. Мин һәр саҡ үҙем уҡыған, үҫкән урындарҙы йөрөп сығырға хыялланам, ләкин ваҡыт бик аҙ», — тип өҫтәне спикер.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас