Һаҡмар
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
10 Апреля 2022, 10:40

Аллаһ бармы? Ҡисса

― Һөттән май сығарған һымаҡ, бар юлды лайыҡлы үтер кәрәк. Доғаларын уҡып, күңелеңдән ышанһаң, ул һиңә мәрхәмәтен күрһәтер, ― тип мосафир яуап бирә лә юлын дауам итә.

Аллаһ бармы? ҠиссаАллаһ бармы? Ҡисса
Аллаһ бармы? Ҡисса

Ауылдарҙың береһенән мосафир уҙып китеп барған була. Дини кеше була ул.

Уны күреп, йәштәр янына килә.

― Эй, мосафир, ҡайҙа һинең Аллаң? Ул ниңә һине был хәлгә төшөрҙө? Әгәр ул ысын булһа, күрһәт беҙгә! ― тип һорау яуҙыра башлайҙар.
― Һөт бирһәгеҙ, күрһәтәм, ― була яуабы мосафирҙың.

Тиҙ арала мосафирҙың алдына һөт ултырталар. Барыһы ла уның һемереп эсеп ҡуйыуын көтә башлай. Әммә мосафир бер
һүҙ ҙә обөндәшмәй, һөткә текләп ултырыуын белә.

Сабырһыҙыраҡтар уны ашыҡтыра башлай:
― Йә, ниңә һуҙылаһың. Ҡайҙа Аллаң?

Бер аҙ шым ултырған мосафир телгә килә:
― Майҙы һөттән эшләйҙәр, тиҙәр. Был һөттә майҙы күрмәйемсе?

Уның һүҙҙәренән көлә башлайҙар:
― Ахмаҡмы әллә һин?
― Һөттән май сыҡһын өсөн уны ойотор кәрәк, өҫтөнә ҡалҡҡан ҡаймағын һөҙөп алаһың.
― Ҡаймаҡты йәнә әсетеп, тысҡыйың.
― Сыҡҡан һыуын түгеп, майын һалҡын һыуҙа сайҡатаһың.
― Шунан һуң ғына май әҙер була! ― тип бер-берһен бүлдерә-бүлдерә һөйләп бирәләр.

Мосафир ҡәнәғәт йылмайып ҡуя.
― Минең урынға үҙегеҙ яуап бирҙегеҙ!
― Юҡ, һин беҙгә Аллаһты күрһәтәм тинең. Ҡайҙа ул?
― Һөттән май сығарған һымаҡ, бар юлды лайыҡлы үтер кәрәк. Доғаларын уҡып, күңелеңдән ышанһаң, ул һиңә мәрхәмәтен күрһәтер, ― тип мосафир яуап бирә лә юлын дауам итә.

Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас