Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
2 Апреля 2022, 07:15

Мин - камикадзе түгел! (хикәйә)

Нәкәнис ҡупшыҡай “Матизыма” инеп ултырҙым. Кеҫәлә таныҡлыҡ ятҡас, хәтәр ғорурмын, әллә кем булып маһаям. Яйлап ҡына, шыуышып ҡына тигәндәй, ҡала ситендәге гаражға барып сыҡтыҡ Матус менән. Ҡапҡаны асып, инде инеп китәбеҙ тигәндә, бына китте “Матиз” кәзәләнеп. Тура барып инергә уйламай ҙа. Шулай уңға-һулға борғолай торғас, ҡапҡаны елле генә ҡыйратып инеп киттек гаражға. Матустың да бер яҡ ҡабырғаһы “имгәнә” төшкәйне ...

Мин - камикадзе түгел! (хикәйә)Мин - камикадзе түгел! (хикәйә)
Мин - камикадзе түгел! (хикәйә)

Мин камикадзе түгел!

Йәмәғәт! Һеҙгә үҙемдең нисек итеп шүфер, йәғни мәҫәлән, “водила” булып киткәнемде бәйән итмәксемен. Йәйәүләп, яланаяҡ тәпәйҙәр менән саң борлатып йөрөп үҫкән ауыл балаһы мин. Берәй заман ауылыма дүрт тәгәрмәсле тимер атта ҡайтып төшәм тип уйланыммы икән? Юҡ, биллаһи, ундай уй башыма ла инмәгәндер!

Һәм бына байтаҡ ғүмер итеп, иллене артмаҡлағанда, башҡа инеп ояланы бит шундай теләк. Кис ятһам да, иртән торһам да ошо хыял тынғы бирмәй. Имеш, машина йөрөтөргә өйрәнәм, хатта ки тәгәрмәсле ат та алып ебәрәм, тип һаташтыра ғына бит, малай...

Әмәлгә ҡалғандай, башҡалала йәшәгән ҡустым бер көн шылтыратып, утҡа май өҫтәне:

- Апай, киленеңә яңы авто алырға ниәтләп торабыҙ. Әллә, тим, һин уның йөрөгән машинаһын алып ебәрәңме? Хаҡын ҡыйбат һорамаҫбыҙ...

Күңелдәге бөтә ҡорттар бер юлы геүләшә башланымы ни! Ысын, әй, күҙгә аҡ-ҡара күренмәй. Нисек итеп машинаның маркаһын, хаҡын һорашҡаным төштәгеләй томан эсендә ҡалды. Яҡында ғына йәшәгән туғаным Сабира апайға йүгереп барҙым, түкмәй-сәсмәй хәлемде һөйләп ташланым. Ғәжәпкә ҡаршы, минең ниәтте хуплай был: “Дәрт иткәс ней ал һуң, аҡсаң етһә,” – ти.

Оса-ҡуна тигәндәй өйгә ҡайтып инеүгә баяғы аласаҡ машинамдың исемен онотҡан да ҡуйғанмын. Сабира апайға шылтыратам: “Апай, минең буласаҡ машинаның маркаһы нисек әле?” – тим. “Матиз! От слова мат”, - ти апайым телефондың теге осонда. “Әәә, Матус инде улай булғас, ивет, апай?” , - тигән булам. Оҙаҡ та үтмәҫтән, ҡустым менән киленем Матизды алып килеп, асҡысын ҡулыма тапшырып ҡайтып киттеләр. Эййй, рәхмәт төшкөрҙәре шул үҙҙәре ...

Ана, тәҙрәм ҡаршыһында балҡып ҡына ултыра минең аҡҡошом! Йоҡонан уянам да, йүгереп барып ҡарайым, ҡулымды болғап сәләм бирәм тегегә. Ул да ике күҙен тултырып, йылмайып ҡуйған кеүек. Үәт, мөғжизә!

Оҙаҡҡа һуҙмай уҡый башланым. Водителдәр әҙерләү курсында! Бына апайығыҙ үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр руль артында ултыра. Тормозға баҫып ҡарайым, ипләп кенә газды самалайым. Машина мине тыңлай, яйлап урынынан ҡуҙғалып китә – бына ғәләмәт! Шулай итеп, аҙна-ун көндән инструктор егеттең контроле аҫтында ҡала урамдарында йөрөй башланым. Былай ҡәҙимге килеп сыҡҡандай. Эх, күрһәгеҙ мине шул мәлдә! Шатлыҡ эскә һыймай, ҡыуаныстан саҡ йырлап ебәрмәйем инде. Тырышып-тырмаша торғас, имтихандарҙы уңышлы ғына тапшырып, йәй аҙағы етеүгә водитель таныҡлығы алдым.

Нәкәнис ҡупшыҡай “Матизыма” инеп ултырҙым. Кеҫәлә таныҡлыҡ ятҡас, хәтәр ғорурмын, әллә кем булып маһаям. Яйлап ҡына, шыуышып ҡына тигәндәй, ҡала ситендәге гаражға барып сыҡтыҡ Матус менән. Ҡапҡаны асып, инде инеп китәбеҙ тигәндә, бына китте “Матиз” кәзәләнеп. Тура барып инергә уйламай ҙа. Шулай уңға-һулға борғолай торғас, ҡапҡаны елле генә ҡыйратып инеп киттек гаражға. Матустың да бер яҡ ҡабырғаһы “имгәнә” төшкәйне ...

Танауым төшөп, ҡаш емерелеп ҡайтып индем өйгә. Төнөм үҙемде “аңғыра”, “наҙан”, “эшкинмәгән”, тағы бихисап алама һүҙҙәр менән әрләп үтте. Иртән тороп көҙгөгә күҙ һалһааам... әлллә-лә-лә, ҡаршымда яп-ямаҡ, ҡурҡыныс бер әбей тора. Ҡот осто. Йәһәт кенә иң матур һүҙҙәремде әйтеп , хуплап-маҡтап үҙемде саҡ “терелтеп” алдым. “Был ҡалайтырға?” тигән ҙур һорау килеп баҫты алдыма. Төрлөсә уйлайым. Кемдән ярҙам һорарға тип баш ватам. Тәәәк, ике еҙнәм бар. Икеһе лә тимер атты күптән йүгәнләгән кешеләр. Нужәли бер бөртөк балдыҙына оҫталыҡ дәресе үткәрмәҫтәр? Шылтыратам. Өлкән еҙнәм шундуҡ ҡырт киҫте. “Йөрөй белмәгәс, ниңә машина алдың, алмаҫҡа кәрәк ине! - тип ебәрҙе. Икенсе еҙнәгә йомошомдо уратыбыраҡ, йомшартыбыраҡ еткерергә тырыштым. “Ярай, йөрөп ҡарарбыҙ”, - тигән ыңғай яуап алдым был юлы.

Гараждағы кисәге хәлдәрҙе күреп, еҙнәм “фьююют” тип һыҙғырып ҡуйһа ла, өндәшмәне. Яйлап ҡына ҡуҙғалып киттек. Мин – рулдә, еҙнәкәй – инструктор ролендә. Бер-ике боролошто имен-аман үттек, ә өсөнсөһөндә “инструкторым”дың сәсе үрә торҙо. “Үәт алйот, һиңә ышанып эргәңә ултырған мин дүрәк. Балдыҙ, беләһеңме кем һин? Камикадзе японский! Хәҙер үк туҡтат машинаны, йөрөмәйем һинең менән!”, - тип ҡысҡыра-ҡысҡыра юл сатында төшөп ҡалды еҙнәм...

Ултырып ҡалдыҡ шулай Матус менән. Мәйтәм, юҡ инде, бирешергә ярамай беҙгә, матурым, дауай, тырышайыҡ, алға тек алға! Әлдә әле, бәхетемә күрә, туғандарым күп. Күрше район үҙәгендә шәп кенә ағайым тора ла баһа. Моғайын, ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ. Шылтыратам. “Ярай, аңланым, киләм”, - ти ағайым. Автобусҡа ултырып килеп тә етте, мине Матизымдың руле артына ултыртып үҙе йәшәгән райцентрға алып та ҡайтты. Йылан кеүек борма-борма тау юлдарын артылғанда ҡаршыға эре, ҡеүәтле техника килеп сыҡһа, рулде ташлап ситкә ырғырҙай булһам да, һыр бирмәҫкә тырыштым. Ни булһа ла ағайым төшөп ҡасып ҡына китмәһен тип шөрләйем. Бер-ике көн иркенләп күнекмә яһағас, ҡыйыулана төштөм, аяҡ-ҡул да йышыла барҙы. Ағайым беҙҙе өйгә тиклем оҙатып, үҙе тағы автобусҡа ултырып ҡайтып китте.

Бер мәл Матиздың ҡайһылыр ағзаһы шауҙырлауы, дарһылдауы ҡолаҡҡа салынды. Барҙым ремонтлатырға. Оҫтахана егеттәре менән ошондай һөйләшеү булып алды:

- Ҡустылар, машинама духтыр кәрәк ине! (кәрәкле һүҙ хәтергә төшмәй ҙә ҡуя).

- Духтыр түгел, мастер кәрәктер?

-Эйе, эйе, мастер кәрәк, - тип хуплап ҡуям тегеләрҙе.

-Апай, әллә һеҙ автораллила ҡатнаштығыҙмы, машинағыҙҙың тәгәрмәсе шаҡмаҡланып киткән бит? – тип көлөшә-көлөшә егеттәр Матизымды йүнәтеп тә бирҙе.

Шулай ярайһы ғына автоһәүәҫкәр булып киттем мин, йәмәғәт. Юҡ-юҡ, камикадзе түгелмен! Шөкөр, пенсия йәшенә етһәм дә, эште ташламайым әле. “Матурым, аҡҡошом, аҡыллым...” тип машинамды яратып ҡына торам. Үҙ-ара аңлашып ҡына йөрөйбөҙ. Эш урынына һә тигәнсә барып етәбеҙ. Тыуған ауылға ла ҡайтып урайбыҙ. Сабира апайымды ултыртып тәбиғәткә сығып та әйләнәбеҙ. Донъя бик тә матур, тормош үҙе бер ләззәт икән дә! Был рәхәтлектәр өсөн тимер атыма, бигерәк тә изге күңелле ағайыма рәхмәт уҡып бөтә алмайым.

Лилиә Ғәниева.

Баймаҡ ҡалаһы

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас