Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
28 Марта 2022, 11:25

Һынмағанмын әле

Мин - ҡатын-ҡыҙ. Абынһам да, Үҙ-үҙемә тотоноп туры ҡалам. Мине һайламайҙар - мин һайлайым, Һайлағанға йәнә тоғро ҡалам...

Һынмағанмын әлеҺынмағанмын әле
Һынмағанмын әле

Һыныр тип тә мине көткәндәр бар,
Һынмағанмын әле, һынмағанмын.
Тыныр тип тә мине көткәндәр бар,
Тынмағанмын, әлдә тынмағанмын.

Тоҡандырам усаҡ - утты тотам,
Гөлдәргә һыу һибәм - дымды тотам.
Хәләл икмәгемде ҡайырып теләм,
Тыуыр балаҡайға бишек эләм.

Мин - ҡатын-ҡыҙ. Абынһам да,
Үҙ-үҙемә тотоноп туры ҡалам.
Мине һайламайҙар - мин һайлайым,
Һайлағанға йәнә тоғро ҡалам.

Эйәләштерәмен ҡырағайҙы -
Һалҡын ҡараш, ҡырыҫ холоҡтарҙы,
Ары ташлап бары ирҙәр өсөн
Ҡулай булған беше ҡороҡтарҙы.

Мин - ҡатын-ҡыҙ. Күптәр түгел,
Берәү һынар минең атҡарғанды.
Күңел күҙе менән күреп таныр
Тыштан түгел, эстән яҡтырғанды.

Рәмзилә Хисаметдинова

Һынмағанмын әле
Һынмағанмын әле
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас