Рухиәт
26 Марта 2022, 08:00

Яҡшылығың да, яманлығың да әйләнеп ҡайтасаҡ

"Әсәй, мине мөғжизә генә ҡотҡарҙы! Аслыҡтан иҫемде юғалтыр сиккә еткәндә ниндәйҙер бер бөкөрө ҡарт килеп сыҡты. Үҙенең ашай башлаған икмәге менән бүлеште. Рәхмәт инде уға", ти...

Яҡшылығың да, яманлығың да әйләнеп ҡайтасаҡЯҡшылығың да, яманлығың да әйләнеп ҡайтасаҡ
Яҡшылығың да, яманлығың да әйләнеп ҡайтасаҡ

Ярлы бер ҡатын көн дә иртән ике икмәк бешерә икән ти. Берәүһен ғаиләһенә ашата, ә икенсеһен, үтеп барыусы берәй ас бәндәгә булыр тип, асыҡ тәҙрә төбөнә һала икән. Тәҙрә төбөнә икмәк һалған саҡта бәхет эҙләп ҡырға сығып киткән улына доғалар уҡый. Улынан бер-нисә ай бер хәбәр ҙә юҡ ти.
Ә икмәкте көн дә бөкөрө бер ҡарт алып китә икән. Рәхмәт әйтер урынға ул: "Ҡылған яуызлығың да, яҡшылығың да үҙеңә әйләнеп ҡайтһын!" тип әйтә икән ти.
Был хәл көн дә ҡабатлана. Рәхмәт һүҙенә өмөт иткән ҡатындың күңеле ҡайта, асыуы ҡабара. Ниндәй яуызлыҡ тураһында һүҙ барыуын аңлай алмай интегә.
Бер көн был ҡатындың һарыуы ҡайнауының сигенә етә. Рәхмәтһеҙ ҡартты ағыуларға ҡарар итә ул. Икмәктәрҙең береһенә ағыу һалып бешерә. Әммә уны тәҙрә төбөнә һалырға ҡыйыулығы етмәй. Ағыулы икмәкте утҡа ырғыта ла, тиҙ генә яңыһын бешереп һала.
Бөкөрө ҡарт һәр ваҡыттағыса һөйләнә-һөйләнә алып китә икмәкте.

Шул кисте берәү ишек шаҡый. Ишекте асһалар, аслыҡтан ҡоро һөлдәгә ҡалған, йыртыҡ кейемдә юғалған улдары тора ти.
"Әсәй, мине мөғжизә генә ҡотҡарҙы! Аслыҡтан иҫемде юғалтыр сиккә еткәндә ниндәйҙер бер бөкөрө ҡарт килеп сыҡты. Үҙенең ашай башлаған икмәге менән бүлеште. Рәхмәт инде уға", ти.
Әсә кешенең был һүҙҙәрҙе ишетеп йөрәге ярыла яҙа. Үҙ ҡулдары менән ағыулап үлтерә яҙған бит балаһын!
Шунда ғына ҡатын теге ҡарттың әйткән һүҙҙәренең айышына төшөнә. "Ҡылған яуызлығың да, яҡшылығың да үҙеңә әйләнеп ҡайтһын!" Был һөйләмдең икенсе яртыһын ишетергә лә теләмәгән булып сыға бит.
Яҡшылығыңды күреүсе булмаған кеүек тойолһа ла, үҙ юлыңды кире борма. Кемде лә булһа ҡотҡарыр әле һинең ҡылған изгелегең.

Яҡшылығың да, яманлығың да әйләнеп ҡайтасаҡ
Яҡшылығың да, яманлығың да әйләнеп ҡайтасаҡ
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас