

Был хәл ысын булған.
2012 йылдың декабрендә Испанияла атлеттар ярышы була. Еңеүсегә бик ҙур күләмдә аҡса түләнергә тейеш була. Был ярышҡа иң көслө атлеттар йыйыла.
Был ярышта шулай уҡ Лондонда үткән Олимпиадала бронза алған Кениянан Абель Мутаи ла ҡатнаша. Абель башҡаларҙы артта ҡалдырып, алға сыға. Әммә финишҡа 10 метр ҡалғас, яңылышып туҡтай. Ниңәлер ул финишты үттем тип уйлай. Тамашасыларға ҡул болғап сәләмләй башлай. Улары үҙҙәренең испан телендә финиш һыҙығы алдараҡ ятыуын аңлатырға тырышалар. Әммә телде белмәгән кениец бер ни ҙә аңламай.
Был мәлдә икенсе булы испан Иван Фернандес Анайя килгән була. Иван форсатты ҡулланып, беренсе урынға сығыр урынға, Абелға төртөп, финиш ҡыҙығын күрһәтә.
Уның был ҡылығы барыһын да ғәжәпләндерә. Нисек инде? тигән һорауҙы үҙенә бирмәгән кеше булмағандыр. Барлыҡ һорауҙарға Иван былай тиеп яуаплай:
- Минең өсөн үҙ дәрәжәм алтым миҙалға ҡарағанда юғарыраҡ, -- тип яуаплай.