Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
13 Марта 2022, 05:25

Яҙмышынан йөрәктәр уйылырлыҡ

Әммә Фәтхиәнең иңенә төшкән һынауҙар әле башланып ҡына торған була. Ире көн дә кис сығып юғала, таң атҡас ҡайта. Был хәтһеҙ ваҡыт дауам итә. Бер мәл эңер төшкәс тәҙрә сиртәләр. Бер кеше килеп: “Килен, бөгөн һинең ирең кәрт уйынына һине һалып уйнай. Әгәр отолһа, һине нимә көтөүен уйлауы ла ҡурҡыныс. Тик мин һиңә бер нәмә лә әйтмәнем”,-тигән ҡурҡыныс һүҙҙәрҙе әйтә...

Яҙмышынан йөрәктәр уйылырлыҡЯҙмышынан йөрәктәр уйылырлыҡ
Яҙмышынан йөрәктәр уйылырлыҡ

Хәҙер инде үҙем оло быуын кешеһемен. Әммә әсәйемдең яҙмышы йылдан-йыл нығыраҡ уйландыра, төрлө уйҙарға һала.

Минең әсәйем – Фәтхиә Мәғәфүр ҡыҙы Насырова (Мөхәмәтйәнова) 1914 йылдың 15 майында Иҫән ауылында донъяға килә. Уның атаһының яҙмышы ла иғтибарға лайыҡ. Эш шунда Мәғәфүр Мөхәмәтйәновты ни бары 16 йәшендә еңгәһенә өйләндергәндәр. Ағаһы өйләнеп, ҡыҙы тыуғас та өй һала башлаған була. Ирәндектә, өрлөк ҡырҡҡан ваҡытта, уны ағас баҫып үлтерә. Шул ваҡытта ике йәшлек ҡыҙы ҡалған. Шунлыҡтан баланы ситкә ебәрмәҫ өсөн Хисаметдин ҡарттың кесе улы Мәғәфүргә: “Һин еңгәйеңә өйләнәһең!”-тип ҡырҡа әйтәләр.

Туғандарын тыңлаған йәш егет өйләнә. Уға 18 йәш тулғанда ҡыҙы Фәтхиә, минең әсәйем, донъяға килә. Әммә күп тә үтмәй еңгәһе йәғни ҡатыны ҡапыл вафат була. Мәғәфүр ике бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Ул Иҙелбай ауылынан Кәримә исемле ҡатынға өйләнә. Был ғаиләлә Әхмәтсафа, Мөбәрәк, Айытбикә, Әнүәр донъяға килә. Шуға ҡарамаҫтан, Фәтхиәне яңы әсәһе, үгәй тип тормай, иркәләтеп үҫтерә. Атаһының ағалары ла ҡыҙҙы ныҡ ҡараған. Совет власы урынлашҡас, ғаилә башлығын ауыл советы рәйесе итеп ҡуялар.

Фәтхиә 16 йәшен тултыра. Уның артабан белем алыу теләге ҙур була. Тик ғаиләлә “ҡыҙ балаға уҡыу нимәгә кәрәк, ул яҡшы иргә сығып, донъя көтөргә тейеш” тигән фекер йәшәй. Фәтхиә уҡырға ҡасып китергә була. Әммә өйҙәгеләр быны һиҙеп ҡала һәм уны бикләп ҡуялар. Ҡыҙ бер ҡайҙа ла сыға алмай. Атаһы бер көн ҡайтҡас ҡыҙын янына саҡырып ала һәм: “Мин һиңә кейәү таптым. Тормошҡа сығаһың”,-ти.

Ҡыҙ ни тиклем түгелеп илаһа ла, уны бер кем тыңламай. Фәтхиәне Әхмәр ауылына кейәүгә биреп ебәрәләр. Ҡәйнәһе тал сыбығындай һомғол, һылыу, әммә бала ғына булған киленен йәлләй. Һәм уны йоҡларға үҙе менән һалып йөрөй. Фәтхиәгә 18 йәш тулғас ҡына улына уның менән бергә ятырға рөхсәт итә. Шул ваҡыттағы халыҡтың аҡылына хайран ҡалырһың! Ә хәҙерге ваҡытта бит кескәй балаға йәбешкән әҙәм аҡтыҡтары тураһында уҡып-ишетеп тетрәнергә тура килә.

Әммә Фәтхиәнең иңенә төшкән һынауҙар әле башланып торған була. Ире көн дә кис сығып юғала, таң атҡас ҡайта. Был хәтһеҙ ваҡыт дауам итә. Бер мәл эңер төшкәс тәҙрә сиртәләр. Бер кеше килеп: “Килен, бөгөн һинең ирең кәрт уйынына һине һалып уйнай. Әгәр отолһа, һине нимә көтөүен уйлауы ла ҡурҡыныс. Тик мин һиңә бер нәмә лә әйтмәнем”,-тигән ҡурҡыныс һүҙҙәрҙе әйтә.

Шулай итеп Фәтхиә иренең кәрт уйнағанын белеп ҡала. Ишеткән хәбәрҙән ул шаңҡып ҡала. Әмәлгә янында бәләкәй ҡустыһы Мөбәрәк була. Фәтхиә илай-илай уға хәлде һөйләп бирә. Тегеһе кескәй генә малай булһа ла, хәлдең ни тиклем ҡурҡыныс икәнен аңлай һәм “Ҡасайыҡ беҙ бынан, апай! Иҫәнгә ҡасайыҡ!”-тей.

Апалы-ҡустылы ҡараңғы ныҡлап төшкәнен көтә. Унан икмәк һыу алып, ҡасып китәләр. Ирәндек тауына барып етәләр. Фәтхиә бәләкәй генә ҡустыһына, үҙе арҡаһында, шундай ауырлыҡтар кисерергә тура килеүенә ныҡ бошона. Тик малай апаһын ниндәй ҡурҡыныс көтөүен аңлай, шуға күрә йүгерә-атлай барыуын дауам итә. Тиҙҙән бала: “Апай, беҙҙең арттан киләләр, шикелле!”-тип ҡурҡып бышылдай. Ирҙәр ҡысҡырышҡан, аттар бышҡырған тауыштар ишетелә. Фәтхиә ҡустыһын ҡосаҡлап ҡуйы ағаслыҡ араһына инеп йәшенә. Һыбайлылар уларҙың эргәһенән генә үтә. Ысынлап та, йәш ҡатынын кәрткә отторған ир ҡайтып, уны тапмағас, баҫтыра төшкән була. Уға Фәтхиәне отоусылар ҙа эйәреп килә.

Фәтхиә ҡустыһы менән, ҡасып-боҫоп, Иҫәнгә килеп етә. Ире уны эҙләп киткән була, әммә ҡатынының ни өсөн ҡасҡанын әйтмәй. Бәлки, Фәтхиә барыһын да белгәнен дә аңғармағандыр. Үҙен әрләй башлаған туғандарына йәш ҡатын барыһын да илай-илай һөйләп бирә. “Ҡыҙыбыҙҙы яҡшы урынға бирҙек”,-тип ҡыуанып йөрөгән яҡындарының сәстәре үрә тора. Иҫән халҡы ул ваҡытта бик берҙәм һәм татыу була. Фәтхиәнең атаһының туғандары ла күп һанлы була. Шул арала ауылда: “Беҙҙҙең Фәтхиәне ире кәрткә һалып уйнаған икән!”-тигән шомло хәбәр тарала.

Икенсе көнө тағы ла ҡатынын эҙләп килгән ирҙе бар ауыл ирҙәре ҡаршы ала. Ныҡ ҡына туҡмап: “Тағы ла килһәң, үлтереп, тәнеңә таш бәйләп Талҡаҫҡа ташлайбыҙ”,-тип баҫтырып ҡайтаралар. Был ир Фәтхиәне башҡа бер ҡасан да эҙләмәй ҙә, ҡаңғыртмай ҙа.

Әсәйем Түбәгә барып фабрикаға эшкә төшә. Шунда атайым - Әспәрхужа Хөббөй улы Насыров менән таныша. Йәштәр 1937 йылда өйләнешә. Тырышып өй һалып сығалар. Бер улдары донъяға килгән. Ғаиләләрендә иң кесеһе булған йорт хужаһы әсәһен һәм һеңлеһен үҙ яндарына ҡарарға ала. Һеңлеһе үпкә ауырыуы менән ныҡ ауырыған, иҙән ярығына ҡан төкөрөп тик ултырған була. Һөҙөмтәлә иҙән аҫты ҡортлап китә. Ғаилә башлығы быны белгәс, ағастан эшләгән йорттарын ташлап, Түбә ауылы осонда землянка һалып шунда күсеп сығалар. Атай менән әсәйҙе ҡайғыға һалып, күп тә үтмәй, кескәй улдары вафат була.

1938 йылда военкомат атайҙың атын алыуҙары тураһында повестка килтереп тоттора. Атай атын егеп, септә, сыбыртҡы, бер тоҡ һоло һалып, атты военкоматҡа алып барып бирергә тейеш була. Әйтелгән көндө ул барыһын да ҡушҡанса эшләй. Тик тиҙҙән уның бер туған кейәүе атай өҫтөнән донос яҙа. Унда: “Атын эш ҡамыты менән тапшырҙы. Ялда кейҙерә торған яҡшы ҡамытын йәшәреп алып ҡалды”,-тип яҙылған була. Военкоматтан, ауыл советынан, милициянан килеп өйҙө тентей башлайҙар. Шул саҡ берәүһе: “Ана тора бит!”-тип ҡысҡырып ебәрә. Стенала ысынлап та ҡамыт, дилбегә эленеп тора. Кеше йәшереп ҡалдырырға уйлаһа, уны стенаға элеп ҡуймай бит инде. Әммә тентеүселәр атайҙы эш урыны шахтанан сығарып алып, өйгә лә ҡайтармай, Йылайыр төрмәһенә ебәргәндәр. Өйҙә уның ҡартайған әсәһе, 24 йәшлек ҡатыны һәм 20 йәштәге һеңлеһе тороп ҡалған.

Әсәй һауын һыйырын атҡа алмаштырып ала һәм атай янына китә. Барып уны йыуындырып, кейендереп, ашатып, кеше итеп ала. Түбәнән Йылайыр төрмәһенә 140 саҡрым. Шул араны үтер өсөн әсәй ҡыш көнө иртәнге ҡараңғыла сыҡҡан һәм кис ҡараңғы төшөүгә генә барып еткән. Бер көн уның юлына өс ир сыға. Ҡурҡышынан әсәй арбаға һуҙылып ята ла ҡуя. Аты аҡыллы булып сыға. Ул бара-бара ла, ирҙәр янына еткәс, ҡапыл кешәнәп өҫкә һикерә һәм шәп итеп сабып китә. Бер ир санаға йәбешеп, һөйрәлеп бара ла, төшөп ҡала. Тегеләр ҡалғас, әсәй тороп тегеләрҙе ҡарай. Уларҙың береһе әсәйгә йоҙроғон күрһәтеп ҡала. Шул саҡта туҡтатһалар, нимә булырын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Әсәй дүртенсегә барғанда атайҙы төрмәнән сығарып алып ҡайта.

Күп тә үтмәй уларҙың ҡыҙҙары тыуа. 1940 йылда атай өй һалам тип ҙур бура алып ултыртҡан. Тик Бөйөк Ватан һуғышы башланып киткән. Шахтала эшләп йөрөгән атайҙы бронь менән ҡалдыралар. Ул ваҡытта ирҙәрҙең иҫәбен 15 ғинуарға һәм 15 июлгә алып торғандар. 1942 йылда атайҙың бронен алып, 18 ғинуарҙа һуғышҡа китәһең тип әйтеп сығарғандар. Әсәй шул уҡ көндө ат менән атайҙы Бәхтийәр ауылына апайҙарына алып барып, төнө буйы ҡунаҡ итеп, икенсе көнөнә ун бергә Баймаҡҡа алып килгән. Мин әле тыумай ҡалғанмын. Атай киткәс, 13 көндән донъяға килгәнмен. Атай: “Малай булһа, Рауил тип исем ҡуш”,-тип әйтеп киткән була.

Миңә 20 көн тулғас, әсәй шахтаға атай урынына эшкә сыҡҡан. Түбәнең “Южный” шахтаһында 90 метр йәйәүләп төшөп, баҡыр рудаһы сығарғандар. Әсәй бригадир булған. Уға 14-15 йәшлек ун ике малайҙы биргәндәр эшкә. Әсәй уларҙы ҡарап, ыштан-бейәләйҙәрен ямап, ашатып алып йөрөгән. Мине һәм апайҙы ҡартәсәй көткән. Әсәй эштән йүгереп ҡайтып, мине имеҙеп йөрөгән. Атай һуғышҡа киткәндә: “Өйгә тигән бураны утын итеп яҡ, балаларҙы өшөтмә. Мин ҡайтҡас, яңынан бура алып, өй һалырбыҙ”,-тип киткән була. Атай тураһында һуңғы хәбәрҙе Сталинград ҡалаһының эргәһенән кейәү тейешле кешеһе яҙып ебәргән. “Беҙ барған поезды самолеттан бомбаға тоттолар. Унан һуң мин ҡайнағаны тапманым. Еңгәй, һин уны көтөп торма”,-тиелә унда. Шунан һуң бер хәбәр ҙә юҡ. Мин атайҙың ҡайҙа ятҡанын да белмәйем. Һорау-эҙләү өсөн фотоһы ла юҡ. Күп урынға яҙып ҡараным, таба алманым.

Түбәлә ун йыллыҡ мәктәп икәү булды. Шуның өсөн ауылдағы туғандар барыһы ла беҙҙә ятып уҡыны. Ҡыш көндәре бер өйҙә ун бер кеше була инек. Әсәйҙең һүҙен барыһы ла тыңланы, ихтирам итте. Шахтанан сыҡҡас, әсәй магазинда йыйыштырыусы булып эшләне. 1956 йылда ҡустылары бура алып килеп, өй һалып бирҙе. Әсәй ҙә бер ҡасан да тик ултырманы: кемеһенә балаҫ һуҡты, кемеһенә дебет иләне, кемеһенә толоплоҡ тире эшкәртеп бирҙе. Ҡустыларының барыһы ла, үҙ ғаиләләре булһа ла, “апайыбыҙ” тип янынан китмәне. Шахтала бергә эшләгән егеттәр ҙә, әсәйҙең хәлен белеп, күстәнәстәрен ҡалдырып китә ине.

Әсәй беҙҙе лә һәр эшкә өйрәтте. Апай Әхмәр ауылына тормошҡа сығып, ете балаға ғүмер бирҙе. Мин дә Түбә руднигында 33 йыл эшләп, йөк ташыусынан баш байыҡтырыусы дәрәжәһенә еттем.

Әсәй һуңғы көнөнә тиклем атайҙы көттө. “Атайың терелер ул. Ҡайтыр”,-тип ҡабатланы. 1994 йылда өс көн генә ауырып, ҡапыл ғына вафат булып ҡуйҙы әсәйебеҙ. Тыуған ауылына ерләнек. Әсәйҙе оҙатырға бар ауыл сыҡты. Әле булһа ла әсәйемде һағынып иҫкә алалар. Сөнки ул барыһына ла ярҙам итте, терәк-таяныс булды.

Әсәйебеҙ, ябай ауылы ҡатыны тормошонда, илебеҙ яҙмышы сағылыш тапҡан бит.

Рауил Насыров.

Баймаҡ ҡалаһы.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас