Рухиәт
11 Марта 2022, 07:05

Тылсым эйәһе һәм һарыҡтар

Тылсым эйәһе шул тиклем ҡәнәғәт була. Үҙ баһаһын күтәргән һарыҡтар үлем тураһында уйламай башлай. рәхәтләнеп туғайҙа ашай бирә. Ашаған малдың ите лә татлы була. Шуныһы ҡыҙыҡ, был һарыҡтар тылсмым эйәһенә үҙҙәре ярҙам итә башлай. Баш күтәргән, кире һөйләгән һарыҡты шул уҡ мәлдә "һатып" та ебәрәләр. Киләһе ҡорбан - тап шул һарыҡ була ла инде. Бисараны йәлләргә лә уйламайҙар. Ул бит - һарыҡ. Ә башҡалармы? Улары - арыҫландар, кешеләр, айыуҙар, бүреләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, тылсым эйәһенең яҡын дуҫтары! 

Тылсым эйәһе һәм һарыҡтарТылсым эйәһе һәм һарыҡтар
Тылсым эйәһе һәм һарыҡтар

Урман янындағы аҡланда йәшәгән, ти бер тылсым эйәһе. Ул күпләп һарыҡ көткән була. Көн дә көтөүҙән берәр һарыҡты һуйып ашар булған. Әлбиттә, үҙ үлемен тойған һарыҡтар һәр төрлө ҡаршылыҡтар күрһәтеп маташҡан. Башта уларҙы этлек менән саҡ тотоп алған, унан тирә-яҡҡа таралышҡан һарыҡтарҙы кире йыйып алыуы - үҙе бер михнәт икән... Ниндәй йән эйәһенең үлгеһе килһен! 

Баҡырышҡан һарыҡтар тауышынан маҙаһы ҡайнаған тылсым эйәһе тылсымды һарыҡтарҙа ла ҡулланып ҡарарға булып китә. Һәр бер һатыҡ менән күҙмә-күҙ күрешеп һөйләшеп алырға ҡарар итә. Бына бер һарыҡ килеп инә:

- Үт, дуҫым!

- ... - һарыҡ аптырап ҡала.

- Эйе, һин яңылыш ишетмәнең. Һин минең яҡын дуҫым.

- Тегеләр кем улай булғас? - аптыраған һарыҡ телгә килә.

- Улар - һарыҡтар! Аңра һарыҡтар. Мин уларҙы һуйып ашаясаҡмын, ә бына һине - юҡ! Һин был көтөүҙәге берҙән-бер кеше. Тимәк, һин минең яҡын дуҫым! - тип ул һарыҡты  ышандыра. 

Икенсе һарыҡты ул саҡырып:

- Ниңә һин минән ҡасаһың? Ана тегеләр һарыҡтар - улар ҡасһын. Һин - арыҫлан! Мин һарыҡтарҙы ғына ашайым, арыҫлан - минең дуҫым! - ти.

Өсөнсө һарыҡҡа ул: 

- Ҡара әле, һин һарыҡ түгел. Һин - бүре! - тип ышандыра.

Шулай итеп, ул көтөүҙәге барлыҡ һарыҡ менән аралашып сыға. Улар араһында "һарыҡ" тороп ҡалмай. Бында кешеләр, айыуҙар, арыҫландар, бүреләр һ.б. йән эйәләре генә тороп ҡала. Һуйылған һарыҡты йәлләүсе ҡалмай. Урманға ҡасыусылар ҙа булмай башлай. Һуйыр алдынан ул "дуҫын" саҡырып ала ла, аҙбарға индереп алып китә. Хәлдәрен һораша. Башҡа һарыҡтарҙың уйҙарын белешә. Был бисара ихлас күңелдән әңгәмәләшә икән. Тыңлап бөткән тылсымсы уны ҡапыл ғына үлтерә. Бахыр һарыҡ быны аңламай ҙа ҡала. 

Тылсым эйәһе шул тиклем ҡәнәғәт була. Үҙ баһаһын күтәргән һарыҡтар үлем тураһында уйламай башлай. рәхәтләнеп туғайҙа ашай бирә. Ашаған малдың ите лә татлы була. Шуныһы ҡыҙыҡ, был һарыҡтар тылсмым эйәһенә үҙҙәре ярҙам итә башлай. Баш күтәргән, кире һөйләгән һарыҡты шул уҡ мәлдә "һатып" та ебәрәләр. Киләһе ҡорбан - тап шул һарыҡ була ла инде. Бисараны йәлләргә лә уйламайҙар. Ул бит - һарыҡ. Ә башҡалармы? Улары - арыҫландар, кешеләр, айыуҙар, бүреләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, тылсым эйәһенең яҡын дуҫтары! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас