Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
10 Марта 2022, 15:15

Бәхетле кеше - рәхмәтле кеше

Йөрәгең рәхмәт хисе менән тулы булһа, теләһә ниндәй ишек һине ғәжәйеп асыштарға килтерә ала.

Бәхетле кеше - рәхмәтле кешеБәхетле кеше - рәхмәтле кеше
Бәхетле кеше - рәхмәтле кеше

Йөрәгең рәхмәтле була белһә, алдыңдағы ябыҡ ишектәр ҙә асылыр, улары бөйөк асыштарға алып килер. 

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында дини тәғлимәтте алыусылар бик һирәк булған. Шуларҙың береһе Райхан исемле була. Шулай бер ул хаж ҡылып, бер ауылға ҡояш байығанда ғына килеп инә. Төнгөлөккә индереүҙәрен һорап, бар ауылды урап сыға. Тик Райхананды бер кем дә индермәй, танауы алдында ишекте шарт ябып ҡуялар.

Бар хикмәт динендә икән. Был ҡыҙҙы улар өйҙәренә индереү түгел, хатта ауылдан ҡыуып сығаралар. Төндә бик ныҡ һалҡын була. Ҡыҙ һыуыҡ урамда яңғыҙ тороп ҡала. Етмәһә бик ныҡ асыҡҡан да була. Тау битләүендә үҫкән сейәлеккә барып ҡунырға ҡарар итә. Тик өшөгәнлектән ул оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ята. Етмәһә шомло ла була. Уйламаған да ҡырағай хайуан килеп сығыуы бар. Шулай ҙа төн үҙенекен итә. Күҙҙәре йомолоп, йоҡоға тала. Төн уртаһында ҡалтыранып уянып китә лә хайран ҡала. Ай яҡтыһында сәскә атҡан сейәгә ҡарап телһеҙ ҡала. Хатта өшөүе лә онотолоп тора. Хис-тойғоға тулышҡан күңеле сихри моңға урала.

Үҙе ҡыуылып сыҡҡан ауылға ҡарап:

- Әгәр һеҙ төнгөлөккә өйөгөҙгә индерһәгеҙ, мин бындай матурлыҡтың шаһиты булмаҫ инем. Сәскә атҡан сейәлек тә, томан менән тулышҡан төн дә миңә серҙәш була алмаҫ ине, - тип ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен бышылдай.

Сейәнең төндә сәскә атыуы - үҙе мөғжизәгә тиң. Сейәгә лә, төнгө тынлыҡҡа әсир булған күңеле үҙен ныҡ бәхетле һәм рәхмәтле итеп тоя. 

Тормош матур. Уның һәр мәле кешелеккә меңәрләгән бүләк өләшә. Шуларҙың береһе мотлаҡ һинең өсөн тәғәйенләнгән булыр. Тик һин генә тормош мәшәҡәттәренә сумып, был бүләкте үткәреп ебәреп ҡуйма. Аллаһы Тәғәлә һинең яныңда ҡына булыуын онотма. 

Бәхетле булыу өсөн тормошто рәхмәтле булып ҡабул итә бел! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас