Рухиәт
28 Февраля 2022, 03:58

Тылсым эйәһендә ҡунаҡта

Тылсым эйәһе ҡунаҡтар ултырған залды мөғжизә менән сорнаны. Эшләпәнән ҡуяндар килеп сыҡты, оҙон булып һуҙылған флагтар, бер әйбер икенсеһенә әйләнә, үҙе лә юҡ була, кире килеп сыға. АУыл халҡы таң ҡала.  Шул саҡ тылсым эйәһе туҡтап:  - Еттеме әллә тағы күрһәтәйемме? - тип һорай.  - Тағы-тағы! - тип шаулашалар. 

Тылсым эйәһендә ҡунаҡтаТылсым эйәһендә ҡунаҡта
Тылсым эйәһендә ҡунаҡта

Йәшәгән, ти, тылсым эйәһе. Бер мәл ул бай һәм ҙур ауылға күсеп килә һәм матур итеп өй һала. Һәм... ауылдаштарын ҡунаҡҡа саҡыра. Ҡунаҡҡа бар ауыл халҡы һеперелеп килеп тә етә. Хөрмәтле ҡунаҡтарын тылсым эйәһе ҡаршы алып: 

- Ҡәҙерле ҡунаҡтарым, ашап алырҙан алда, рөхсәт итһәгеҙ, уүңелегеҙҙе күтәреп алыр инем, - ти. 

- Ооо, әйҙәгеҙ, беҙ шат күңел менән, - тип яуаплай ауылдаштары. 

Тылсым эйәһе ҡунаҡтар ултырған залды мөғжизә менән сорнаны. Эшләпәнән ҡуяндар килеп сыҡты, оҙон булып һуҙылған флагтар, бер әйбер икенсеһенә әйләнә, үҙе лә юҡ була, кире килеп сыға. АУыл халҡы таң ҡала. 

Шул саҡ тылсым эйәһе туҡтап: 

- Еттеме әллә тағы күрһәтәйемме? - тип һорай. 

- Тағы-тағы! - тип шаулашалар. 

Шул саҡ тылсым эйәһе күгәрсенгә әүерелә, унан ҡарсыға булып оса, әллә ҡайҙан дракон килеп сыҡты... Телһеҙ ҡалған ауылдаштарынан йәнә лә: 

- Еттеме? - тип һораны. 

- Юҡ, тағы-тағы! - тип шаулаштылар. 

Мөғжизәләрҙең береһе икенсеһен алыштыра торҙо. Ашауҙы ла онотҡан ауылдаштарына һый-хөрмәт тәҡдим итте. Тегеләре шатланып ризалашты. Шул саҡ тылсым эйәһе уларҙың уйҙарына инде, барыһы ла ашаным, тип уйланы. 

Уйҙырма табын бик оҙаҡҡа һуҙылды. Таң ата башлайғас, ҡайһы берәүҙәр ҡайтырға йыйынды. Эшкә барырға кәрәк ине күбеһенә. Шул саҡ тылсым эйәһе уларҙы үҙҙәрен эштәмен тип хис итергә бойорҙо. Уларҙың барыһы ла үҙҙәрен эштән һуң килгәнмен тип уйланы. Ауылдаштар уйҙарында өйөнә ҡайтып, донъяһын ҡараны, эшкә барҙы, ашап алды, йоҡоһон туйҙырҙы. Тиҙҙән был табынға бар ауыл халҡы йыйылды. Ризаһыҙлыҡ белдергәндәр ҙә тиҙҙән тынысланды. Улар киске ашҡа ғына килдек тип уйлауын дауам итте. 

Уҡып сыҡҡас, тылсым эйәһе һәм ауылдаштар менән нимә булды, тигән уй инер башыңа. Бер ни ҙә булманы. Улар әле лә шул табында күңел аса. 

Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас