

Юлда ҡороған ағас тора. Тирә-яҡҡа йәйелеп торған ботаҡтарына ҡарағанда, ул ҡасандыр ныҡ матур ағас булыуы тураһында һөйләй. Был ағас төбөндә йәш йөрәктәр ҙә осрашҡандыр инде... Ямғырҙан, елдән дә ышыҡланғандарҙыр инде был урында. Хатта ҡараҡ та боҫоп ҡалғандыр уның төбөндә. Был үткәндә ҡалған...
Ә хәҙер ағас кипкән, ҡороған. Уның ҡороуына нимә сәбәп булғандыр, уныһы билдәһеҙ. Ә бына ҡороған, япраҡһыҙ ағас әле лә бар. Әле лә ул үҙенсә серле тарих һаҡлай.
Шулай бер көн, дөрөҫөрәге, төндә ҡараҡ үтеп бара ла ҡото оса. Уға ағас уны эҙләп килгән полиция кеүек тойола. Артына ла ҡарамай ҡасып китә. Туҙан ғына ятып ҡала. Ә бына ғашиҡ йән үтеп бара. Егеткә ул һөйгәне булып күренә. Ҡосоп алырҙай булып йүгерә. Тик... уны ҡороған ағас ҡына ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Был бала урамда нимә эшләп йөрөй? Әллә әсәһен юғалтҡан? Ҡурҡышынан ул ҡысҡырып илап ебәрҙе. Уға ул кисә генә ҡараған йәнһүрәттәге өрәк булып күренде. Ул арала улын эҙләп, иҫ аҡылы ҡороған әсә килеп сыҡты. Енәйәтсе булып күренгән ағастан ул ҡурҡманы, улын ҡотҡарырға ашыҡты...
Ағас ҡына нисек торған шул килеш ҡалды. Һис тә үҙгәрмәне. Хәйер, уның ботаҡтары йылдар уҙыу менән һынып ҡына бөттө буғай...