Рухиәт
21 Февраля 2022, 07:09

Телебеҙҙән йәм-тәм табып ижад итәйек!

Бөгөн - Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Барығыҙҙы ла уртаҡ байрамыбыҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Телебеҙҙән йәм-тәм табып ижад итәйек! Ошо уңайҙан Р.Түләк исемендәге "Йәнгүҙәй" әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары яҙыусы Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай менән берлектә һеҙҙең иғтибарға шәп афоризмдар тәҡдим итә.

Телебеҙҙән йәм-тәм табып ижад итәйек!Телебеҙҙән йәм-тәм табып ижад итәйек!
Телебеҙҙән йәм-тәм табып ижад итәйек!


Айгөл Иҙелбаева
Бөгөн - Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Барығыҙҙы ла уртаҡ байрамыбыҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Телебеҙҙән йәм-тәм табып ижад итәйек!
Ошо уңайҙан Р.Түләк исемендәге "Йәнгүҙәй" әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары яҙыусы Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай менән берлектә һеҙҙең иғтибарға шәп афоризмдар тәҡдим итә.


***
Аҡсаң булһа дуҫ табылыр.

Асыҡ ауыҙға ел керә.

Күҙең булып та күрмәҫкә мөмкин.

Шиғыр яҙған аҙмаҫ,
Һис тә юлдан яҙмаҫ,
Үҙ артынан әйҙәр,
Башын хурға һалмаҫ.

Ауыҙҙың ҙурлығы һүҙ һөйләргә ирекле тигәнде аңлатмай.

Үткән ғүмер - һүнгән күмер,
Киләсәге - күрәсәк,
Бөгөнгөнең ҡәҙерен белем -
Бары кискә һүнәсәк ...
"Ҡәҙерен бел".

Йәш саҡта - "эш" тә "эш" ине,
Ҡартайғас - "тыш" та "быш" инде.

Мыйыҡ үҫтереүе еңел,
Алып йөрөү ауырыраҡ.

Аҡ һаҡал аҡылға ҡарамай.

Ир кеше хөкүмәт кеүек ул - хаталарын танырға тейеш түгел.
Мансур Рәхимғолов.

***
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙәр һум аҡсаһы булған йөҙ дуҫың булһын.

Ир-егеттең күңелендә
Эйәрле-йүгәнле ат ятыр:
Хәмер еҫе сыҡҡан яҡҡа
Сабырға дөбөр-шатыр.

Кредитҡа ҡарағанда декрет яҡшыраҡ.

Ипотека ауыҙҙы яптыра.

Ғүмер-кредит. Түләп бөтөп китәбеҙ.

Кеше йә шиғыр, йә аҡылдан яҙа.

Элек йәш һәм матур инек, хәҙер матур ғына.

Атайым һаҡал ебәрмәйенсә, мин мыйыҡ үҫтермәйем.

Аҡыллы ҡатындар аҡыллы ирҙәрҙең тик етешһеҙлеген күрә.

Кемдеңдер эсе боша, минең бошом эсә.
Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай.

***
Һөйләй белеү - ней етте шуны һөйләү түгел.

Һүҙе һүҙгә оҡшамай, ауыҙы һүҙҙән бушамағандың һүҙ һайын бәҫе төшә.

Ауыҙың һөйләгәнде ҡолағың ишетһен.

Тел һөйәкһеҙ, тик уйламай һөйләгән һүҙ һөйәкле.

Тиле менән бәхәскә инмәһәң башың ауыртмаҫ.

Һөйләгән һүҙ әрем булмаһын, күңел байлығың әрәм булмаһын.

Илһам барҙа яҙырһың, булмағанда аҡылдан яҙырһың.

Еңмеш менән бәхәсләшмә, башың ауыртыр.
Рәйсә Иҫәнбаева.

Ир күрке - аҙ һүҙлелек, ҡатын күрке - түҙемлек.

Элек ҡағыҙ түҙә ине, хәҙер телефон түҙә-түҙә лә туҙа!
Әлфиә Юлыҡ.

***
Хәҙер аттар тыуған ер буйлап саба, ә ирҙәр туйған ер эҙләп саба.

Хәҙер ҡайһы берәүҙәр секретты ғына түгел, декретты (бала тапҡас бирелгән отпуск) ла бүлешә.

Ғәмһеҙлек шундай көскә эйә - хатта ярҙарына һыймай шашҡан йылғаларҙы ла ҡайраҡ таштар менән баҫтырып ҡуя.

Ҡайсаҡ яҙа-яҙа юлдан яҙыусылар ҙа була.

Күҙ тейеүҙән генә түгел, күҙ төшөүҙән дә һаҡланыу кәрәк.

Күҙҙе майландырып ҡарау, майҙа йөҙөп йәшәүҙе аңлатмай.

Бер алманы бишкә бүлерҙән алда биш тоғро дуҫ кәрәк.

Хыялға бай - һыйға ярлы.

Шағир менән шиғырсыны бутарға ярамай.

Бәйге тиһәләр, бәйҙән ысҡынған эт иҫкә төшә.
Яңылбикә Мөхәмәтйәнова.

***
Ялағай ялманлай,
Шулайтып дан яулай.

Ошаҡсы һүҙ ташый,
Намыҫлы эш башлай.
Рәсимә Ишемова.

***
Кредит менән ипотека шәкәр тәмен оноттора.

Шиғыр яҙ, тик юлдан яҙма!

Ҡоро хыял менән тау аҡтарып булмай...
Лилиә Ғәниева.

***
Үткән эшкә үкенмә.

Йәшлектә югерһәң, ҡартлығың хөрмәтле булыр.

Кешене тыңла, үҙеңсә эшлә.

Балаңды үҙең маҡтама, халыҡ маҡтаһын.

Алыҫта йәшәгән туғаның яҡыныраҡ, эргәңдә йәшәгәненә ҡарағанда.

Айырылған себеш йыртҡыс ҡошҡа аҙыҡ булыр.
Әнүзә Мәжитова.

***
Уйламай ғына әйтеп тә
Уйлағанын әйтеү бар...

Көслө булыуҙары ҡыйын түгел,
Нисек кенә көсһөҙ ҡалаһы?..

Һәр кәнфиттең эсе тәмле булмауы ла бар. Тәмһеҙ генә күренгәне лә татлы булғаны яҡшыраҡ.

Нимә ул акрошиғыр?
Ул бит арҡыры шиғыр!
Айгөл Иҙелбаева.

***
Афоризм, тиһәң, тормош үҙҽ бҽр ҙууур афоризм индҽ ул.
Көнһылыу Сөләймәнова.

***
Кемгәлер аҡ та ҡара, ҡара ла ҡара - иҫбатлап ҡара!

Берәүҙәр хаттин ашҡан - тыуғанынан баш тартҡан.

Үргә элһәң дә, түргә элһәң дә сабата сандали була алмай.

Ҡыйбатлы тун шкафта тороп иҫкерә.

Һөймәгәнгә һөйкәлгән - кәкре ағасҡа һөйәлгән.

Эсең ҡара булғансы, тышың ҡара булһын.

Затыңды белһәң - халҡыңдың ҡәҙерен белерһең, илеңде һөйөрһөң.

Оҙон толом аҡыл юҡлығын, оҙон һаҡал аҡыллы тигәнде аңлатмай.

Тамсы ташты тишәме юҡмы, таш башты тишә эләгеүе бурыс

Ҡар-ҡар тип йөрөһ әлә ҡарға үҙен моң эйәһемен тип хис итә, эре генә баҫып китә ҡарҡылдап.

Болотло көн, эңер түгел,аяҙытһа ҡояш сыға

Ҡайһы бер ир-ат өйләнеүҙән һөйләнеүҙе хуп күрә.

Беләккә ҡарап та, йөрәктең табанға төшөүе ихтимал.

Шаҙрамын тип, үпкәләмә көҙгөгә, әҙәп булһа ҡарамаҫтар йөҙөңә.

Көлөү ҙә гел генә шатлыҡты аңлатмай.

Мөхәббәткә ярыҡ ялғаш та кәртә түгел - йөҙә лә йөҙә бирә.
Зәкиә Сөләймәнова.

***
Элек һэйлэшеп тел тала ине, хәҙер яҙышып ҡул тала.

Бәйге ул иҫкән ел генә.

Бәйге өсөн генә бәйҙән ыскынһаң, бэйелдэн яҙырһың.

Хәҙерге бәйге интернетҡа бәйле.

Һәйбәт йәшәгән һайын сәнске тел күбәйә.

Телең булмаһа, һин - ҡол.

Туған теленэ тоғро етәксе генә - ысын етәксе.

Туған телен хэрмэт итмәгән туған - ул туҙан.

Тик туған тел генә байыта.

Хәҙер бәйге бэйгеме ни, уны лайыҡ хәл итә.

Тормош үҙе бәйге, бәйгенең бәйгеһе имеш.

Туған тел тоғролоҡто ярата.

Сереп байыған туғанынан баш тартҡан.

Дан һэйгэн, туғанын онотҡан.

Туғаныңды ла туған телендә хәйләтеп булмай.

Кэслэ булыу ирһеҙ йәшәгән дә беленә.

Кэсхэз икәнеңде белгең килһә туғаныңды тыңла, ул һиңә әйтеп бирә.

Ирлене " И" хәрефе лә доньяла хэрмэтле итә.

Яңғыҙ булһаң, аңһыҙ булма.

Үҙ илебеҙҙә олтанбыз.

Үҙебеҙҙекелэр үҙебеҙҙе үҙһенмәй.

Хәҙер кешенең аҡылы ла, теле лә, күҙе лә, бармаҡтары ла телефонда.

Байлыҡ әсән үҙе йәшәгән ерҙе лэ куймай соҡой.

Сит _ яттар тәүҙә магазинын урынлаштыра, аҙаҡ килеп үҙҙәрен урынлаштыра.

Ҡай саҡ бирешмәҫ өсөн көлөргә тура килә.
Риана Вәлиева.

***
Cҽрҽң һөйләп ҡалдырмаһаң ашыңдан,
Һаҡлан һәр саҡ ошо яҡын дуҫыңдан.

Яныңда саҡта дуҫ һинҽ маҡтар,
Һин йыраҡ саҡта, дуҫ уға яттар.

Үҙҽнән кәм булһаң - дуҫың эй яҡшы,
Ә күтәрҽлһәң - булыр ул шаҡшы.

Эт өрһә лә яҡындарын
бҽр ҡасан да ташламаҫ,
Көнләшҽүҽ хаттин ашһа,
дуҫ ҡабат яҡынламаҫ.

Һайыҫҡан шыҡрыҡлай тип
гҽл ҡунаҡ көтмә,
"Дуҫым бҽр ҙә һатмай ул" тип һис өмөт итмә.

Кәзә һис тә һарыҡ булып баҡырмаҫ,
Дошман дуҫҡа бҽр ҡасан да әйләнмәҫ.
Нәфисә Мәмбәтова.

***
Кәкере ҡайынға терәү кәрәкмәй.

Таң әтәсе кис тә ҡысҡыра.

Ҡышын бесәй кеүек йәшәп йәйен әтәс булһамсы.

Ата өйрәк ҡаҙҙы ла, тауыҡты ла өҙөлөп ярата.

Ирҙәр һүгенә ете ҡатлы,
Ҡатын-ҡыҙҙар небоскреб хәтле.

Етлекмәгән булһа етәксе,
Етлеккәндәр була хеҙмәтсе.

Хайыуандар беҙҙең дуҫтарыбыҙ,
Бешкән иттән боһорап торһа туҫтағыбыҙ.

Ағас ишек тә, алтыны ла
Ике тотҡалы.

Даръя ла инештән юл ала,
Диңгеҙгә етеп юғала.

Ултырһа ла тәхеттә,
Тәхетһеҙ һалалар ләхеткә.

Кешегә соҡор ҡаҙған,
Ҡоларға үҙенә яҙған.

Уйын йәшермәгән дошман,
Күпкә артыҡ әүермән дуҫтан.

Юғарыға тиҙ менә буш ҡыуыҡ,
Күтәрә уны ел ҡыуып.

Атта ла бар, тәртә лә,
Ат һуң бикле кәртә лә.

Күргең килһә яҙғы көндө көҙөн,
Аҡса бир ҙә ҡара,
Ҡатын ҡыҙҙың йөҙөн.

Ҡапыл күтәрелгән,
Тиҙ үк түңкәрелгән.

Этеп күтәрҙеләр,
Төртөп түңкәрҙеләр.

Түрҙә саҡта ҙурланылар,
Түбән төшкән хурланылар.

Алйот һәр саҡ үҙе булып ҡала,
Аҡыллы алйотлана ала.

Һуҡыр тауыҡҡа бөтәһе лә тары,
Халыҡтың һуҡыр булыуын ил теләй бары.

Тере сағында нәжескә буяйҙар,
Үлһә маҡтап туймайҙар.

Күп маҡталған, ваҡланған.

Бүреләр йөрөгәндә олоп,
Йылан түргә менде шыуып.

Көлмә, ҡарттар тип юләр,
Ҡартлыҡ һиңә лә киләр.

Өҫтөн булһа ғәҙәт,
Булмаҫ әҙәп.

Ҡороста тутығып тишелә,
Бөгөлә бәһлеүән кешелә.

Ҡыйбатлы тун өҫтә туҙа,
Батыр ғүмере яуҙа уҙа.

Намыҫын һаҡлай батыр,
Үҙең маҡтай бахыр.

Һәр етәксе үҙенән юғары етәксегә ялағай,
Ауыл советынан Кремлгәсә дауам итә, буғай.

Һандуғастар күп булһа, ҡарға тауышы ла танһыҡ була.
Әкрәм Ҡәйепҡолов.

#21февральХалыҡаратуғантелдәркөнө
#ЙәнгүҙәйҙәАфоризмдар
#ЙәнгүҙәйҙәРәмиАйлығы
#ХушЕҫлеКәрәҙҠоямын

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас