Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
21 Февраля 2022, 05:17
Рәми Ғарипов. Туған тел.
Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортондайынйы йыямын, Йыямын да — йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын. Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Рәми Ғарипов. Туған тел.
И туған тел, и матур тел,
атам-әсәмдең теле!..
Туҡай
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондайынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел —
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!..
Халҡым теле — миңә хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен хөймәҫ кенә телен хөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Автор:
Эльмира Киеккужина
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи