Рухиәт
17 Февраля 2022, 08:25

Ирле ҡатын

Бер төйөлһә, мең сөйөлә Ирле ҡатын. Өндәшмәүе - күтәреүе Ирҙең хаҡын...

Ирле ҡатын

Һөйөлә лә, төйөлә лә
Ирле ҡатын.
Әсә була, ҡалдыра ул
Ерҙә затын.

Төйөлгәне онотола,
Йота зарын.
Хәтерендә уйната ул
Һөйөү сазын.

Бер төйөлһә, мең сөйөлә
Ирле ҡатын.
Өндәшмәүе – күтәреүе
Ирҙең хаҡын.

Барыһы ла һаҡлауынан
Өйҙөң ҡотон.
Ырыу усағын дөрләтә
Ирле ҡатын.
(Зөһрә Ҡотлогилдина)

Ирле ҡатын
Ирле ҡатын
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас