

Бөгөн Ғашиҡтар көнөнә ҡарата уҙғарылған конкурста 2-се урынды алған Баймаҡ ҡалаһынан булған Фәриҙә Рәхмәтуллина бүләген алырға килде.
Фәриҙә апай йәшлек йылдарында Баймаҡ лицей-интернатында тәрбиәсе булып эшләй. Әле хаҡлы ялда.
― Был минең тәүге тапҡыр конкурста ҡатнашыуым. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, минең бит хатта Бәйләнештә селтәрендә диуарым да юҡ ине. Дуҫтарым, таныштарым: "Фәриҙә, һин бит бик матур шиғырҙар яҙаһың. Ниңә һаҡмарҙар ойошторған конкурста ҡатнашмайһың? - тигәстәр, ҡыйыуһыҙ ғына шиғырҙарымды алып килергә булдым. Минең өсөн тауыш биргәндәрҙең барыһына ла рәхмәтемде белдерәм, ― тине шатлығы менән уртаҡлашып Фәриҙә Шәкир ҡыҙы.
Беҙ ҙә ҡотлау һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Артабан да шулай беҙ үткәргән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып тороғоҙ.