Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
12 Января 2022, 14:38

Ике силәк

Эйе, беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың сәйер һәм етешһеҙ яҡтары була. Тап ошо сәйерлектәр беҙҙең тормошобоҙҙо биҙәй. Шуға ла һәр кемде нисек бар шулай ҡабул итер кәрәк. Ныҡлап ҡараһаң, барыбыҙҙа ла яҡшы һыҙаттар бар. Шулай бит! 

Йәшәгән, ти оло йәштәге бер ҡатын. Уның ике силәге булған. Был ҡатын көн дә көйәнтәһен аҫып, һыуға барыр булған. Тик шуныһы, силәктәрҙең береһе тишек иәкн. Шуға ла ҡатын өйөнә ҡайтып еткәнсе береһе яртылаш бушай. Бына шулай, ул ҡатын ике йыл дауамында яртылаш тулы силәк менән ҡайтып йөрөй. 

Тишелмәгән силәктең ғорурлығы эсенә һыймай. Ә бына тишек силәктең күңеле бойоҡ. Берҙән, ул ғәрип булыуына ояла, икенсенән, хужабикәһен йәлләй. 

Ике йыл үткәс, үҙен кәмһенеп эстән кимереүҙән арыған тишек силәк хужабикәһенә: 

- Оят миңә. Мин тишек булған өсөн юл буйына артыңдан һыу сәсрәп килә, - ти икән. 

Әбекәй йылмайып ҡына ҡуя. 

- Ә һин иғтибарлап ҡара әле. Һине күтәреп ҡайтҡан яҡта юл буйында матур сәскәләр үҫә. Ә икенсе яҡта бер нәмә лә юҡ. Мин махсус сәскәләр орлоғон һибеп сыҡтым. Һинән ҡойолоп ҡалған һыу арҡаһында улар матур булып үҫеп китте. Ике йыл дауамында мин уларҙы ҡырҡып алам да өҫтәлде биҙәйем. Һин тишек булмаһаң, юл буйын матур сәскәләр биҙәмәҫ ине. Һинең "ғәриплегең" ошолай ғүмер бүләк итә. 

Эйе, беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың сәйер һәм етешһеҙ яҡтары була. Тап ошо сәйерлектәр беҙҙең тормошобоҙҙо биҙәй. Шуға ла һәр кемде нисек бар шулай ҡабул итер кәрәк. Ныҡлап ҡараһаң, барыбыҙҙа ла яҡшы һыҙаттар бар. Шулай бит! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас