Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
11 Ғинуар 2022, 19:38

Хәлең нисек, улым? (хикәйә)

Нәфҡәт төргәкте ҡапшап ҡараны. - Унда һеҙгә яҙылған хаттар булырға тейеш. Һеҙҙең шылтыратыуығыҙҙы көтә-көтә ине лә, әйтәһе һүҙҙәрен хат итеп яҙҙы, мәрхүмкәй. Шул хаттарҙыр ул.   Хәлиҙә сығып китте. Нәфҡәт йөҙөнә бәреп әйтелгән әсе хаҡиҡәттән аңына килә алмай ултырҙы. Унан ҡалтыранған ҡулдары менән төргәкте асты.

Нисәнсе тапҡыр инде Нәфҡәт телефон тауышына уянып китә. Йоҡо аралаш карауат янындағы тумбочка өҫтөндә ятҡан телефонына йәбешә. Уянып еткәс кенә, бер ниндәй ҙә шылтырау булмағаны башына барып етә. Кинәт күтәрелеүҙән шаңҡыған башы ҡабат яҫтыҡҡа ауа. Нисәнсе төн бит инде... Был телефон тауышы уны тағы күпме  эҙәрлекләр икән? Бөгөн телефон әҙәм балаһын бишектән үк оҙата бара, тиһәң дә ялған булмаҫ. Нәфҡәт үҙе лә көн-төн телефонға бәйле. Иртән тороуҙан башлана... төнгә туктаһа ла рәхмәт әйтер инең әле. Ә һуңғы ваҡытта төндәрен шыбыр тиргә батырыу уятыусы шылтырау - башҡа. Быныһы инде уны моғайын да ҡалған ғүмере буйына оҙатып барыр.Нәфҡәт аңлай башланы кеүек: төнгө шылтыратыуҙар - уның үҙенән: таш бәғеренән, ни икәне онотолоп барған намыҫынан, ахыры. Йоҡоһонан туҡмалған кеүпек хәле бөтөп килеп торҙо. Душҡа инеп сыҡты, затлы ҡәһеүә эсеп, бер аҙ әҙәм ҡиәфәтенә ингән кеүек булды. Унан водителенә шылтыратты.
 
- Бөгөн бигерәк иртәләнегеҙ, Нәфҡәт Нәбиевич,- тине Рәмил. – Әллә берәй ергә барабыҙмы? 
- Юҡ, Рәмил, бер ергә лә бармайбыҙ. Мине алып барып ҡуй ҙа, төшкә тиклем ял ит, - тине Нәфҡәт водителенә боролоп ҡарамайса ғына. Кабинетына инеп ултырҙы. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ йыйылыштар, ҡул аҫтында эшләүселәр менән кәңәшмәләр, бер-бер артлы инеп, тегенән-бынан зарланып ярҙам һораусы"теләнселәр"ҙен инеп сығыуҙары, бер туҡтауһыҙ телефондар шылтырай башлағансы бер аҙ эшләпалырға ине иҫәбе. Тик эшкә ҡулы барманы. Уйҙары гел генә шул төндәге шылтыратыуға әйләнә лә ҡайта. Һуңғы ваҡытта йәненә ниҙер етмәгәндәй тойола, нимәлер күңелен ҡорт һымаҡ кимерә. Тыныслығы юғалды. Бөгөн ул нимә икәнен аңланы буғай. Төнгө шылтыратыуға атылып тороп, телефонды ҡолағына ҡуйғас, әсәһенең тауышын ишетте.
 
- Хәлең нисек, улым? - тине әсәһе.
 
Унан телефондың теге яҡтағы тауышы шымып ҡалды. Нәфҡәт шашынып телефонына ҡараны. "Әллә инде аҡылдан яҙамы?" Әсәһе юҡ бит инде. Бер ай элек ерләнеләр. Кисә генә һеңлеһе:
 
- Алдағы йомала әсәйҙең ҡырҡын уҡытабыҙ, ҡайта алаһыңмы? - тип шылтыратты.
- Белмәйем ләе, эш нисек булыр, - тине Нәфҡәт.
- Ниндәй бөтмәҫ эш ул, әй, ағай! - тине лә һеңлеһе телефонын һүндерҙе.
 
Әле генә Нәфҡәт аңлап ҡалды. Һуңғы һүҙҙәрен әйткәндә Нәфҡәттең тауышы ҡалтыраны. Илағанын һиҙҙермәҫ өсөн телефон трубкаһын ташлағандыр ул.
- Һүҙ әсәйҙең ҡырҡын үткәреү тураһында барғанда, ниңә һаман эш тураһында һөйләйһең һин?! - тип әйткеһе килгәндер уның. Кеҫә телефондары сыҡҡас, Нәфҡәт әсәһенә телефон алып ҡайтып бирҙе. Башта әй рәхәтләнде әсәһе. Иртән эш башларға өлгөрмәй, әсәһе шылтырата:
- Хәлең нисек, улым? Эш-мәшәҡәттәрең башланғансы, хәлеңде беләйем тинем, бәпкәм, - ти.
 
Төш етһә – тағы шылтыратыу:
- Тамағыңа ашаныңмы? Ҡоро-һары ашап, ашҡаҙаныңды боҙма, балам!
Кис етеп, башҡаларҙың эш сәғәте бөтөүгә (улын да башҡалар менән эштән ҡайта, тип уйлай ине әсәһе), телефонында йәнә "әсәй" тигән яҙыу сыға. Тора-бара туйҙыра башланы Нәфҡәтте был шылтыратыуҙар. Төрлө саҡ була: йә бик кәрәкле кеше менән һөйләшеп ултыраһың, йә кәйеф-сафа ҡорған ваҡытҡа эләгә. Алдында матур ҡыҙ наҙланып ултырғанда:
- Эйе, әсәй, хәлдәрем шәп! - тип әйтә алмай бит инде. Әсәһе шылтырата-шылтырата ла туҡтай.
Бер ваҡыт Нәфҡәт:
- Ваҡытым булғас, үҙем шылтыратырмын, - тип әйтте. Ҡырыҫыраҡ тә әйтелде буғай. Тик ваҡыты булманы. Ул көндө лә, унан һуң да. Көн дә әсәһе үҙе хәл белешкәс, башлап шылтыратыу ғәҙәтенә инмәгән ине. Унан әсәһеһирәгерәк шылтырата башланы. Күберәк өй телефонынан килене менән һөйләшеп, хәлдәрен белә лә шуның менән ҡәнәғәтләнә.
Ҡатыны:
- Ниңә шылтыратмайынса ҡәйнәмде тилмертәң? Уның бит һинең тауышыңды ишеткеһе килә, - тигәс, бер нисә тапҡыр һөйләшкән икән. Тауышында үпкәһе һиҙелһә лә, әсәһе хәлен белгән өсөн рәхмәтен белгертте. Бер нисә ай элек иртән эштең иң ҡыҙған сағында телефон шылтыраны. Башта Нәфҡәт телефонды алманы. Шылтырау бер нисә тапҡыр ҡабатланғас, яуап бирергә булды. Әсәһе килгән икән, уның офисы янында күршеһенең машинаһында ултыра. Нәфҡәт әсәһе янына төшөп, хәлен белергә, килеү сәбәбен һорашырға ваҡыт таба алманы. Водителен саҡыртып, әсәһен өйөнә илтергә, "Төшкө ашҡа ҡайтырмын", тип әйтергә ҡушты. Төшкә лә ҡайта алманы, кис тә бик һуңлап ҡына ҡайтып инде. Ваҡыт төн уртаһына яҡынлашҡанжа ғына ҡайтып инде. Ваҡыт төн уртаһына яҡынлашҡанда ғына ҡайтып инде. Был уның өсөн дә, ғаиләһе өсөн дә ғәҙәти хәл булғанға, уны әсәһенән башҡа бер кем дә көтөп ултырмай, барыһы ла ятып йоҡлаған ине. Ишек асылған тауышҡа аш бүлмәһенән яйлап ҡына баҫып әсәһе килеп сыҡты. Нәфҡәттең йөрәге тауышҡа жыу итеп ҡалды. Әсәһе килгәнен онотоп ебәргән ине шул.
 
- Ашағың киләме, улым? - тине әсәһе. - Ашыңды әле генә йылыттым. Ҡабат-ҡабат йылытып, тәме генә бөтмәгән булһа... Әсәһе шулай тине лә тәрән көрһөнөп бүлмәһенә инеп китте. Башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәне. Асыуланһа, һүкһә еңелерәк булыр ине исмаһам.
 
...Нәфҡәт креслоһынан тороп, тәҙрә янына килде. Тәҙрә ҡаршыһындағы ағасҡа быйы ниндәйҙер бәләкәй ҡош оя ҡорҙо. Бүлмәһендәге тәҙрәнең ҡаршыһында ғына бит әле! Әле ҡасан ғына ҡошсоҡтарын сығарған ине. Аталы-инәле ҡоштар көн дә ашарға ташынылар. Ҡошсоҡтарҙы осорға өйрәтергә вакыт етте. Бер көндө инә ҡошсоҡ оя тирәһендә өйрөлөп бер булдылар. Балаларын томшоғо менән оя ситенә табан төрткөләйҙәр. "Бар, осорға өйрән! Һин бит - ҡош!" - тип әйткәндәй тойолдо. Бер ҡошсоҡ оса белгән булып сыҡты. Тик барыбер оянан ситкә китмәне. Оя тирәһендә генә бер нисә тапҡыр ҡанатын елпелдәтте лә оя ситенә кире ҡунды. Ә бөгөн ояла бер ҡошсоҡ та күренмәй.
 
- Эйе, балалар туған ояны бик тиҙ онота шул, - тине Нәфҡәт буш ояға ҡарап. Унан бер аҙ уйлнып торҙо ла:
- Минең һымаҡ, - тине.
Йөрәген һулҡылдатып, кәүҙәһе аша ҡайнар ағым уҙып китте. Һеңлеһе әсәһенең хәле бик шәптән түгел икәнен әйтеп торһа ла, Нәфҡәт ҡайтып китергә ваҡыт тапманы. Дөрөҫөрәге, күңеле менән әсәһенең ҡасан да булһа ташлап китәһен ҡабул итә алманы. Ул шулай мәңге йәшәр кеүек тойола ине. Әсәһе ул донъяға килгәндә бар ине инде, ғүмере буйы гел уны ҡайғыртып, хәлен белешеп торҙо. Һәм гел генә шулай булырға тейеш кеүек тойолдо. "Үлде!" - тигән хәбәре килгәс тә, ҡайтып ерләү мәшәҡәттәре менән йөрөгәндә лә, күңеле менән ул һаман әсәһен башҡаса күрмәйәсәген, уның өҙгөләнеп, йылы итеп: "Улым!" тип әйткәнен ишетмәйәсәге тураһында уйламаны. Ҡапҡа төбөнлә ҙур ҡара машина менән ҡайтып туҡтағанда, әсәһе уның ҙур кеше булыуы менән ғорурланырға тейеш, ауылдаштары ҡыҙығып ҡарап торорға тейеш кеүек тойолдо. Әсәһен ерләгәндә Нәфҡәт аҡсаһын йәлләмәне. Ҡәбер ҡаҙыусыларға, ләхет алыусыларға саҙаҡаны эренән тотторҙо. Тик күбеһенең, ул хәйер тарата башлағас, ниңәлер зыярат ҡапҡаһының икенсе яғына уҡ сығып китеүҙәрен аңламаны. Оҙатышырға килгән ауылдаштары, еҙнәй-кейәүҙәре төркөм-төркөм зыяраттан сығып киткәндә, береһе лә уны саҡырманы, янында ла ҡалманы. Яңы ҡәбер янында уляңғыҙы ине.
 
- Үпкәләткән сактарым да булғандыр инде, әсәй. Кисер! Иҫән саҡта бәхиллегеңде алып ҡала алманым, - тине Нәфҡәт.
 
Ул сағында шулай тигән ине. Тик барыбер был һәр төрлө йыйылыштарҙа күп йөрөп, матур һүҙҙәр һөйләргә өйрәнгән түрәнең дежур һүҙҙәре генә булған икән. Шулай икәнен ул бөгөн үҙе лә аңланы. Нәфҡәт, үҙе лә һиҙмәҫтән, өҫтәлдәге телефондың шылтырауын көттө. Тик шылтыраһын ғына! Эше лә өйөлөп ята. Бараһы ерҙәре, хәл итәһе проблемалары ла етерлек. Тик эшләгеһе генә килмәй. Уға хәҙер кеҫә телефонының шылтырауы һәм унда "Әсәй" тигәняҙыуҙың сығыуы ғына кәрәк ине. Нәфҡәт үҙе теләгән кешенең шылтыратмауын аңлай ҙа ул. Тик аңлаған һайын нығыраҡ ҡыйыныраҡ була бара. Тик барыбер сихырланған кеүек күҙҙәрен телефондан алманы. Уның өсөн был миҙгелдә затлы кабинет та, дәрәжәле дуҫтары ла, күңелен күрергә һәр саҡ әҙер торған йәнкәйе лә мөһим түгел ине. Бер ваҡыт уға әсәһе (тыуған көнө ине шикелле) былай тигән ине:
 
- Улым, атайың менән һиңә исемде оҙаҡ эҙләнек. Ахырҙа Нәфҡәт тигән исемдә туҡтаныҡ. Нәфҡәт - файҙа тигән һүҙ. Кешеләргә, тыуған-тыумасаңа, нәҫел-нәсебеңә файҙалы булып үҫ, улым! - тигән ине. Ә ул хатта әсәһенә лә яҡшы бала була алманы, ахырыһы. Файҙа тигәнде күберәк кеҫәгә файҙа тип аңлап йәшәне. Нәфҡәт ҡорт саҡҡандай урынынан һикереп торҙо. "Алдағы аҙнала ҡырҡын үткәрәбеҙ”, - тинеме әле һеңлеһе? Әсәһенең ҡәбере өҫтөндә таш та юҡ бит! Ҡырҡына өлгөртәм, тигәйне бит әле ул ауылдаштарына. Уға ышанып торалар бит әле. Әсәһенең моңһоу йылмайып төшкән фотоһын эҙләп табып, мәрмәр ташҡа шул шул һүрәтте яһатты. Күргән туғандары "Һәйбәт булған!" тип әйтеүҙән ары уҙманы. Аңлашыла ла. Ҡәбер ташын матур тип маҡтап булмай. Ашҡа ҡәҙәр уны ҡәбер өҫтөнә урынлаштырып ҡайттылар. Ашты һеңлеләрендә әҙерләгәндәр ине. Саҡырылғандарҙы оҙатып, мулланы өйөнә илтеп ҡуйғас, Нәфҡәт тыуған йортона һуғылды. Эшләп бөтөрөлмәгән эше, әйтелеп бөтмәгән һүҙеме - уны нимәлер бында тарта ине. Ишекте асып инде. Өй эсе элеккесә ине. Әйтерһең ҡайтып йөрөмәгән йылдар бөтөнләй булмаған. Бына әсәһе бер аҙ ғына башын  ҡырын һалып, кесе яҡ ишеген асып: "Әйҙә, улым, көтөү ҡайткансы сәй эсеп алайыҡ!” - тип әйтер кеүек тойолдо. Уйҙар эсендә оҙаҡ ултырҙы. Аҡты-ҡараны күрмәйсапҡан ғүмер юлында уйланған һирәк минуттарҙың береһе ине был. Уҙған ҡайтҡанда "Был өйҙөң кемгә кәрәге булыр икән инде? Һатырға тура килер. Баш ҡалаға яҡын ауылдарҙа өйҙәр ҡыйбат ҡына. Уңышлы килеп сыҡһа...” тигән уйҙары өсөн үҙенән үҙе оялып ултырҙы. Уйҙарын бүлеп, ҡапҡа шығырлаған тауыш ишетелде. Бер аҙҙан ишектә күрше  ҡатын күренде. - Иҫәнме, Нәфҡәт ағай! - тине Хәлиҙә. - Үлерҙәрн бер-ике көн алда әсәйең "Нәфҡәттең ҡулына тапшырырһың" тип ошо төргәкте биргән ине. Бына, аманатын тапшырам.
 
- Шулаймы ни, Хәлиҙә һеңлем, ниңә уны һеңлекәштәргә генә ҡалдырманы икән, һине мәшәҡәтләгән?
- Үҙе белгәндер инде Нәфҡәт ағай. Уҡығас аңларһығыҙ. Бәлки.
- Бында нимә һуң?
Нәфҡәт төргәкте ҡапшап ҡараны.
- Унда һеҙгә яҙылған хаттар булырға тейеш. Һеҙҙең шылтыратыуығыҙҙы көтә-көтә ине лә, әйтәһе һүҙҙәрен хат итеп яҙҙы, мәрхүмкәй. Шул хаттарҙыр ул.
 
Хәлиҙә сығып китте. Нәфҡәт йөҙөнә бәреп әйтелгән әсе хаҡиҡәттән аңына килә алмай ултырҙы. Унан ҡалтыранған ҡулдары менән төргәкте асты. Ысындан да әсәһенең табаҡ-табаҡ биттәргә йомро ғына хәрефтәр менән яҙған хаттары ине был. Нәфҡәт һарғайып киткәнен ҡулына алды. Ул хат: "Хәлең нисек, улым?" тип башланып киткән ине. Әсе үкенеүҙән сикһеҙ ауырайған күҙ йәштәре хаттың беренсе юлдарына тәгәрәне. 

Найлә Харисова. 
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: