Һаҡмар
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Рухиәт
10 Января 2022, 04:08

Күлдәк хаҡы

Күлдәк хаҡы туҡыма һәм ҡайсы менән еп хаҡы менән бер түгел. Һәр хеҙмәт лайыҡлы түләнергә тейеш. Был заманса хикәйәт тап шул турала. 

Бер ҡыҙ билдәле тегенсенән үҙенә күлдәк тектерергә була. Был тегенсенең теккән күлдәктәре үҙенсәлекле һәм матур булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора икән. Тегеү хаҡы ла башҡаларҙыҡынан күпкә ҡыйбатыраҡ булып сыға. Шуға ла оҫтаханаға килгәс, ул һатыулашырға булып китә. 

— Һеҙ теккән күлдәктәрегеҙ өсөн хаҡты күп һорайһығыҙ, — тип һүҙ башлай. 

— Нисек? Минеңсә һис тә ҡыйбат түгел, — тип тегенсе ҡаршы төшә. 

— Ҡыйбат булғанда ла нисек! Уйлап ҡарағыҙ — миңә күлдәк тегеү өсөн ни бары 2 метр туҡыма етә. Шулаймы? 

— Шулай, — тип тегенсе ризалашты. 

— Бына туҡыма хаҡына энә, еп, хатта ҡайсының хаҡын өҫтәһәң, һеҙ ҡуйған хаҡтан ике тапҡырға осһоҙораҡ килеп сыға, түгелме?

Тегенсе бер минуттай уйланып алды ла, былай тиеп яуап бирҙе: 

— Ярай, мин ризамын. Алдан әйткән хаҡтың яртыһын алырға ла ризамын. Әлбиттә, һеҙ быны талап итһәгеҙ! 

— Әлбиттә, талап итәм! — тип ҡыҙ ҡыуанып китә.

— Килештек. Хәҙер мин һеҙҙең үлсәмде алам да, заказды өйөгөҙгә үк илтеп ҡуйырҙар. 

Был ҡыҙҙың шатлығы эсенә һыймай. Әхирәттәре алдында маҡтанырға ла онотмай. Улары ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй. Шулай ҙа күлдәкте алып килә торған көндө ҡыҙҙың өйөнә йыйылалар. Бына ҡапта ҡыҙҙың күлдәген алып килеп ҡалдыралар. Ҡыҙ эре генә ҡапты аса... Унда ни бары 2 метр туҡыма ла, ике кәтүк еп, энәләр һәм ҡайсы ғына килтереп сығара. 

Асыуынан шартлар сиккә етә. 

— Нисек инде? Һеҙ мине алданығыҙ! — тип ҡысҡырып килеп инә ул тегенсе ултырған оҫтаханаға. 

— Юҡ, мин һеҙҙе алдаманым, — тип тегенсе башын сайҡаны. — Мин ҡапҡа һеҙ һанап үткән әйберҙәрҙең барыһын да һалдым. Бәлки ниҙер етмәйҙер. Тик улары өсөн һеҙ түләргә онотҡанһығыҙҙыр. 

Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас