Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
12 Декабрь 2021, 09:44

Ожмахмы, әллә тамуҡмы?

Бер кеше төш күрә имеш. Йәнәһе лә ул ожмахҡа килеп эләккән. Матурлыҡ иҫ китмәле! Һоҡланып йөрөй торғас ул асығып китә. Тик әйләнә-тирәһендә бер кем дә юҡ икән. 

Бер кеше төш күрә имеш. Йәнәһе лә ул ожмахҡа килеп эләккән. Матурлыҡ иҫ китмәле! Һоҡланып йөрөй торғас ул асығып китә. Тик әйләнә-тирәһендә бер кем дә юҡ икән.

— Эй, бында һис кем юҡмы? - тип ҡысҡырып ебәрә ул.

Шул саҡ көтмәгәндә бер кеше килеп сыға:
— Теләгәнеңде аяҡ аҫтына һалырмын! - ти ул.
— Ашағым килә! - тип әйтеп тә өлгөрмәй, теләге тормошҡа аша.

Ҡыҙыҡ күреп тағы теләктәрен еткерә. Барыһы ла ашып тик тора икән! Был ни ғәләмәт! Ашап та, эсеп тә, йоҡлап та туя. Матур ҡатын һорағайны, һыуҙай һылыу ҡыҙ янына килеп баҫты.

Аҡҡош мамығынан карауаты ла бар икән уның. Ошолай бер нисә көн үтә. Был рәхәтлеккә ул сыҙай алмай башлай. Кеше өйрәнгәнсә бер аҙ борсолоуҙар, мәшәҡәттәр менән янырға теләй. Хатта һағышланып алғыһы килә. Иң ҡыйыны ― эшһеҙ ятыу икән.

Шул саҡ ул теләктәрен ашырыусыны ҡабаттан саҡырып ала:
― Етәр! Быныһы артыҡ булды! Эш бир миңә. Тик ятып ҡул ҡаушырып арыным! ― тигән әмерен бирә.
― Һиңә эш нимәгә ул? Рәхәтләнеп ял ит. Беләһеңме, бында бар теләктәр тормошҡа аша торған урын. Тик бер теләккә генә тыйыу һалынған. Эш эшләргә ярамай, ― тип уныһы яуап ҡайтара.

Шул саҡ эшһеҙлектән арыған кеше:
― Арыным! Аңлайһыңмы, арыным! Эшһеҙлектән арыным. Улай булғас, һеҙ мине тамуҡҡа оҙатығыҙ! ― ти асырғанып.
Теләктәрҙе ашырыусы шарҡылдап көлөп ебәрә. Был тауыштан тирә яҡ яңғырап китә. Теге кеше аптырап, албырғып ҡала. Тик быныһы ғына оҙаҡ көлә, туҡтай алмай көлөүен дауам итә. Һәм ниһайәт тынысланып былай тиеп яуап бирә:
― Ә һин үҙеңде ҡайҙамын тип уйлайһын?

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: