Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
11 Декабрь 2021, 22:58

Һыбайлы менән йылан

Берҙән-бер көндө һыбайлы юлда китеп барғанда ауыҙын асып йоҡлап ятҡан кешене күрә. Ә был кешенең ауыҙына йылан инеп китә. Һыбайлы уны йәлләп: "Бисара үлә бит!" ― тип уйлай ҙа йоҡлап ятҡан кешегә сыбыртҡыһы менән һуғып ебәрә. 

Бисара ҡото осоп һикереп тора. Аңын-тоңон аңлап та етмәй ул. Ә һыбайлы уны серек алмаларҙы ашарға ҡуша. Баш тартып маташҡан бахырҡайҙы ул сыбыртҡыһы менән яра ғына.
― Башҡаса ашай алмайым, үлтерһәң-үлтер, - ти бисара илай-илай.
― Йылғаға бар! - тип йәнә сыбыртҡыһын шартылдата. Ҡото осҡан бисара йылғаға йүгерә. Ярға ятып һыу эсә башлай. Үҙе йылғаға сумып, язалаусыһынан ҡасып маташа.
― Халыҡ дошманы! Ниндәй зыяным тейҙе һиңә? Ниңә мине был тиклем язалайһың? - тип ҡысҡырып та ебәрә.
Әммә һыбайлы аяуһыҙ булып ҡылана. Ҡараңғы төшкәнсе ул бисараны ыҙалата. Серек алмаһын да көсләп ашата, йүгертә, һыу күпләп эсерә. Бына ул хәле бөтөп ергә йығыла. Йығылыуы була ҡоҫа башлай. Ашаған серек алмалары менән теге йылан да килеп сыға.
Яңы ғына ләғнәттәр уҡыған язалаусыһына ул рәхмәтен белдерә:

— Ниңә башта уҡ язаларымдың сәбәбен әйтмәнең. Ул сағында ҡушҡаныңды һүҙһеҙ үтәр инем.

— Баштан һөйләһәмме? Ышанмаҫ инең. Ышанһаң да ҡотоң осор ине. Йә ҡасып китер инең, йә ҡабат йоҡлап китер инең. Ул сағында һуң булыр ине. Йылан һине сағып үлтерер ине, - тип ул яуаплай ҙа ары сабып китә.

Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: