Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
2 Декабрь 2021, 14:59

Аҡбар менән Фәрит

Теләк теләү өсөн бай йә фәҡир булыу кәрәкмәй. Дөрөҫ теләктәр теләргә өйрән! Тап ошо турала киләһе хикәйәттә.

Аҡбар император йыш ҡына Фәрит оҫта менән һөйләшеп ултырыр өсөн килеп йөрөр була. Әммә был турала Фәрит оҫта йәшәгән ауылда белмәйҙәр икән. Бер көн ауылдаштары Фәриткә килеп:   

- Императорҙың үҙе һиңә килеп йөрөй икән. Ауылыбыҙға мәктәп йә дауахана төҙҙөр, тип үтенесебеҙҙе еткер әле, - тиҙәр.

Ауылда халыҡ фәҡирлектә ғүмер иткән була. Фәрит бер аҙ уйланып ултырғандан һуң былай тип яуап ҡайтара:  

- Ярар һеҙҙең үтенесегеҙҙе еткерермен. Тик быға тиклем мин бер кемдән дә бер нәмә лә һорағаным булманы. Әммә һеҙҙең үтенесегеҙҙе еткерергә тырышырмын.    Иртән таң менән Фәрит император йәшәгән һарайға юллана. Аҡбарҙың был оҫта менән яҡшы мөнәсәбәттә булғанын белгәнгә күрә уны һарайҡа шунда уҡ үткәрәләр. Был мәлдә Фҡбар доға ҡылған була. Был бәләкәй генә доға ҡыла торған йортто ул ҡасандыр үҙ ҡулдары менән төҙөгән икән.   Башта Фәрит Аҡбарҙың доҡа ҡылып бөткәнен көтөп торорға була. Әммә уның:

- Һәр нәмә ҡулынан килгән бөйөк Аллам! Дәүләтемде нығыт, байлығымды арттыр, дошмандарымдың күҙен бәйлә, - тигән һүҙҙәрен ишеткәс, боролоп сығып китә.   

 Доға ҡылып бөткән Аҡбар артына әйләнеп ҡарай ҙә Фәритте күреп ҡала.  

 - Бында һине кем үткәрҙе? Нишләп кире китеп бараһың? - тип һорарға була.

   - Мин батшаға, тип килгәйнем. Әммә фәҡирҙе осраттым. Әгәр һин проблемаларыңды хәл итер өсөн Аллаға табынаһың икән, тимәк мин дә ошолай уҡ теләктәремде Алланың үҙенә туранан-тура еткерә алам, - тип уға Фәрит яуаплай.    

Был хәлдән һуң Аҡбар көндәлегенә былай тип яҙып ҡуя: "Тап ошо мәлдә мин кешенең теләктәренең сикһеҙ булыуын аңланым. Булған һайын күберәк кәрәк".  

Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: