Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
21 Ноябрь 2021, 17:25

БӘХЕТ ТУРАҺЫНДА ХИКӘЙӘТ

  ЙӘКИ АҠЫЛ ЭЙӘҺЕ МЕНӘН БӘХЕТҺЕҘ КЕШЕ Көндәрҙең береһендә аҡыл эйәһе артыҡ бошонмай ғына урам буйлап китеп бара икән. «Тормош матур!» ― тип уйлап та өлгөрмәй янынан уҙып барған бәхетһеҙ әҙәмде осрата. Уның бәхетһеҙлеге тышҡа сығып тора икән: көмөрәйгән, йөҙө сирылған, күҙҙәре шундай бойоҡ икән.

—Ниңә һин был тиклем дә бәхетһеҙ? Тормош бит матур! ― тип ул уны туҡтата.
— Балаларым һәм ейән-ейәнсәрҙәрем бәхетле булһын өсөн хәсрәтләнәм. Минең ата-бабаларым да шулай иткән. Беҙҙең бәхет өсөн ғазапланып ғүмер иткән. Олатайым менән атайым да ошолай хәсрәтләнеп йәшәне. Мин дә хәсрәтләнеп ғүмер итәсәкмен. Балаларым ғына бәхетле булһын! ― тип ул яуап ҡайтара.
— Ата-бабаларың араһында береһе генә булһа ла бәхетле ғүмер кисерә алдымы һуң?
— Юҡ, әммә минең балаларым мотлаҡ бәхетле буласаҡ!

Аҡыл эйәһе уйланып тора ла былай ти:
― Белемһеҙ белемгә өйрәтә алмаған кеүек һуҡыр сысҡан бөркөткә тәрбиә бирә алмаҫ. Башта үҙең бәхетле булырға өйрән, унан ғына балаларыңды нисек итеп бәхетле итергә икәнен аңларһың.

Ысынлап та, балалар улар көҙгө менән тиң бит ул. Беҙ ҡыланғанды улар ҙа ҡылана. Бәхетле булайыҡ һәммәбеҙ.
Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: