Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
18 Ноябрь 2021, 20:36

Емеш тәме

Бер көн бәләкәй малай түҙмәй ала ла ашап ҡарай. Унан емешенең тәме тураһында башҡаларға ла һөйләп бирә. Быға асыуланып аҡыл эйәләре: - Шул тиклем кем һин!? Балаһың әле! Һин ошолай ашап ҡарап ҡына емеш тәмен белеп була тип уйлайһыңмы? Был һиңә ябай емеш ағасы түгел!  Беҙ йылдар буйы уҡыныҡ, өйрәндек. Уның ысын тәмен беҙҙең оло ерҙән килгән ата-балаларыбыҙ ғына белгән! - тип әрләп ташлайҙар.   

Матур ғына утрауҙа йәшәгән, ти кешеләр. Борон-борон заманда был утрауға уларҙың ата-бабалары оло ерҙән күсеп килгән булған.

 

Берҙән-бер көндө һис кем уйламағанда, һис кем көтмәгәндә ят бер ағас үҫеп сыға. Емештәре! Бындай емеште бер ваҡытта ла, бер кем дә күргәне лә булмаған. Аҡыл эйәһе булған ир заттары был ағасты тарих аша өйрәнә башлай. Шулай ҙа кемдер борон заманда тап ошондай итеп һүрәтләнгән бер ағасты табып ала. Емештәре лә һүрәтләнгәнсә булыуы һис ниндәй шик ҡалдырмай. Элек был ағастар оло ерҙә үҫкән булған икән. Тик был утрауҙа уның тәүгә күренеүе. Ғәжәп бит! Диңгеҙ аша уның орлоғо нисектер был утрауға килеп етә алған. Тиҙҙән был мөғжизәле ағасҡа улар табына башлайҙар. Мөғжизәле тигәндәре лә ябай ғына груша булып сыға. 

 

Элекке китаптарҙы уҡып, ағастың исеме груша икәнен асыҡлайҙар. Тик бына груша тәмен һүрәтләп яҙылған бер нисә хәреф юйылған булып сыға. Ни бары "Грушаның тәме ...е ине", тигән яҙыуҙарҙы ғына уҡый алалар. Был ниндәй һүҙ? Бәхәс ҡуба. Кемдер уны "әсе" тип уҡый. Бәғзеләре "тәмле" тип яҙылған ти. Өсөнсөләре "зәһәрле" тип иҫбатлай. Ҡыҫҡаһы, уны кем нисек теләй шулай һүрәтләй башлай. Тик бына иҫбатлар өсөн дәлилдәр генә таба алмайҙар. Ағастың формаһына, япраҡтарының төҙөлөшөнә, сәскәһе һәм емеше еҫенә ҡарап, тәмен билдәләргә маташалар. Бер көн бәләкәй малай түҙмәй ала ла ашап ҡарай. Унан емешенең тәме тураһында башҡаларға ла һөйләп бирә. Быға асыуланып аҡыл эйәләре:

- Шул тиклем кем һин!? Балаһың әле! Һин ошолай ашап ҡарап ҡына емеш тәмен белеп була тип уйлайһыңмы? Был һиңә ябай емеш ағасы түгел!  Беҙ йылдар буйы уҡыныҡ, өйрәндек. Уның ысын тәмен беҙҙең оло ерҙән килгән ата-балаларыбыҙ ғына белгән! - тип әрләп ташлайҙар. 

 

Күп йылдар үтте. Утрау кешеләре бер нисә йүнәлеш төҙөйҙәр. Улар йүнәлештәрҙе бик ябай - "Татлылар", "Әселәр", "Зәһәрлеләр" тип атайҙар. Күпме генә бәхәсләшһәләр ҙә уларҙың береһе лә емеште тәмләп ҡарарға батырсылыҡ итмәй. Уларҙың фекеренсә, был емеште ни бары оло ерҙә йәшәгәндәр генә ашарға хаҡлылар.

Уйлап ҡараһаң, ҡыҙыҡ. Тәмләп ҡара ла, бәхәсте бөтөр! Юҡ бит! Бәлки улар оло ерҙә йәшәгәндәр генә был емеште ашай ала, тип уйлағандарҙыр. Бәлки ашап ҡарарға ҡурҡҡандарҙыр. Бәлки уларҙы емештең тәме бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмағандыр. Нисек кенә булмаһын, йылдар үтеү менән ағас ҙурыраҡ булып үҫә. Эргә тирәһендә бәләкәй генә грушалар баҫып ала. Теләгән кеше алып ашай ала. Ашай ала ла тик... ашап ҡараусы ғына һирәк була. Ә бала саға рәхәтләнеп грушаны ашай бирә. 

Эльмира Кейекҡужина. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: