Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
19 Октябрь 2021, 20:23

Бәхет тураһында хикәйәт

Шул саҡ бер фәрештә: - Әйҙәгеҙ, кешеләрҙең берәй нәмәһен тартып алып, йәшереп ҡуяйыҡ! -- тип ҡысҡырып уҡ ебәрә. - Мин беләм! Әйҙәгеҙ бәхеттәрен йәшерәйек! - тип ҡысҡырып уҡ ебәрә икенсеһе. - Әйтеүе анһат, ҡайҙа йәшерәбеҙ һуң уны? - тип һүҙгә өсөнсөһө ҡушыла. Фәрештәләр араһында бәхәс ҡуба.

Көндәрҙең береһендә фәрештәләр күңел асып алырға булып китәләр. Шул саҡ бер фәрештә:

- Әйҙәгеҙ, кешеләрҙең берәй нәмәһен тартып алып, йәшереп ҡуяйыҡ! -- тип ҡысҡырып уҡ ебәрә.

- Мин беләм! Әйҙәгеҙ бәхеттәрен йәшерәйек! - тип ҡысҡырып уҡ ебәрә икенсеһе.

- Әйтеүе анһат, ҡайҙа йәшерәбеҙ һуң уны? - тип һүҙгә өсөнсөһө ҡушыла.

Фәрештәләр араһында бәхәс ҡуба.

- Әйҙәгеҙ беҙ уны иң бейек тауҙың башына йәшерәйек!

- Юҡ, улар – көслө зат! Иң бейек тауҙың башына улар мотлаҡ менеп етер. Берәүһе тапһа, икенсеһе лә мотлаҡ табасаҡ. Былай булмай!

- Улай булғас тәрән диңгеҙ төбөнә һалайыҡ!

- Юҡ, улар ныҡ ҡыҙыҡһыныусан булалар. Мин әйтте тиерһең, улар мотлаҡ диңгеҙ төбөндә йөҙә торған аппарат уйлап табасаҡтар. Бәхетте табыуы уларға һис ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ.

- Икенсе планетаға йәшерәйек. Ерҙән алыҫтараҡ булһа, тапмаҫтар!

- Юҡ, - тип күптәр бер тауыштан ҡысҡырып ебәрәләр. Беҙ уларға аҡылды етерлек бирҙек. Осоусы корабль уйлап табырҙар ҙа, бәхеткә килеп юлығырҙар.

Бәхәс ҡыҙғандан ҡыҙа бара. Тик иң олоһо булған фәрештә тыныс ҡына тыңлап тик ултыра икән. Ултыра торғас ул да һүҙгә ҡушылды:

- Был һорауға яуапты ахыры мин беләм. Мин әйткән ергә йәшерһәгеҙ, уны бик һирәктәр генә таба алыр. Тапҡаны ла аңлай алмаҫ.

Бар фәрештәләр уға табан боролоп, һораулы ҡараштарын төбәнеләр.

- Күңелдәренең төпкөлөнә йәшерәйек. Уларҙың күбеһе далалар гиҙер, тауҙарға артылыр, диңгеҙ төбөнә сумыр, йыһанға осор. Тик бына күңеленә күҙ һалырға һис тә баштарына килмәҫ, - булды уның яуабы.

Был тәҡдимгә барыһы ла ризалашты. Әле лә кешеләр бәхеттәрен ситтән эҙләйҙәр. Ҡайһы саҡта эҙләнеп ғүмерҙәре лә үтеп китә. Тик бына күңел торошоноң бәхет булыуын күптәр бик ныҡ һуңлап аңлай. Аҙаҡ үкенесле ғүмер кисерҙем тип эстән генә һыҡтайҙар. Тышҡа йырып сыға алмаған бәхет йөрәген телгеләгән осраҡтар ҙа юҡ түгел.

Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: