Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
20 Ғинуар 2020, 11:51

Баймаҡҡа Рәсәй эстраданың сағыу йондоҙо киләсәк

"Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет территорияһы" сараһында Рәсәй эстрадаһының сағыу йондоҙо менән бер рәттән Башҡортостан йондоҙҙары ла ҡатнашасаҡ. Был турала тулыраҡ сайттан уҡығыҙ.

"Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет территорияһы" сараһында халыҡ-ара күп һанлы конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, Рәсәй эстрадаһының сағыу йондоҙо Мари Карненың килеүе көтөлә.
Мари Карненың үҙенсәлекле тауышы, ғәжәйеп энергетикаһы, ташып торған темпераменты бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Мари 10 йәшендә "Иртәнге йондоҙ" ("Утренняя звезда") телевизион конкурсында еңеп сыға.
Витебскта "Славян баҙары" ("Славянский базар") телевизион конкурсы лауреаты, "Евроведение-2012" эстрада йырҙары конкурсының һайлап алыу туры еңеүсеһе, Беренсе каналдың "Тауыш" ("Голос") конкурсының тәүге, "Россия 1" телеканалының "Один в один" телешоуының 5-се миҙгеле ҡатнашыусыһы, Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы үткәргән "Рәсәйҙең йәш таланттары" Рәсәй конкурсы еңеүсеһе... Шулай уҡ йәш йырсы Мәҙәниәт һәм сәнғәт Халыҡ-ара академияһының "Служение искуству" көмөш миҙалынына лайыҡ булды. Шуныһы, бындай миҙал алыусылар араһында ул иң йәше булып тора. Шулай уҡ "Рәсәйҙең Почетлы гражданины" ордены менән дә бүләкләнә.
Мари Рәсәй һәм донъя джаз һәм эстрада йондоҙҙары менән дә хеҙмәттәшлек итә. Рәсәй һәм сит илдең иң яҡшы концерт майҙандарында йыш сығыш яһай.
Мари Карненың күңел ҡылдарын сиртерлек саф тауышы русс мотивтарын да, джаздың ирекле ҡылдарын да, латин-американың дәртле һәм ялҡынлы ритмын да үҙенә һыйҙырған.
Читайте нас: