Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
14 Ғинуар 2020, 19:58

Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет территорияһы ҡайҙа?

25 ғинуарҙа Баймаҡ ҡалаһын “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет территорияһы” (“Территория женского счастья”) тип аталған үҙенсәлекле сара көтә! Мәртәбәле сарала ошо проекттың авторы, республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хабирова, Башҡортостандың балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова, яратҡан яҙыусыбыҙ Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова, республиканың төрлө министрлыҡ, ведомство етәкселәре һәм белгестәре һ.б. билдәле шәхестәр ҡатнашасаҡ.

25 ғинуарҙа Баймаҡ ҡалаһын “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет территорияһы” (“Территория женского счастья”) тип аталған үҙенсәлекле сара көтә! Мәртәбәле сарала ошо проекттың авторы, республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хабирова, Башҡортостандың балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова, яратҡан яҙыусыбыҙ Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова, республиканың төрлө министрлыҡ, ведомство етәкселәре һәм белгестәре һ.б. билдәле шәхестәр ҡатнашасаҡ. Уның барышында белем, һаулыҡ, ғаилә, тәрбиә, мода, матурлыҡ һ.б. темаларға арналған майҙансыҡтар, күргәҙмәләр эшләйәсәк, Өфөнән килгән психологтар, спикерҙар төрлө темаға әңгәмә үткәрәсәк. Шулай уҡ баш ҡаланан килгән репродуктолог, маммолог, кардиолог, невролог, аллерголог һ.б. табиптар халыҡты ҡабул итәсәк. Ҡатын-ҡыҙҙың, ғаиләнең, балаларҙың мәнфәғәтен хәстәрләгән сара 25 ғинуарҙа 11.00 сәғәттә халыҡ ижады үҙәгендә башланасаҡ. Шулай уҡ Рәсәй, башҡорт эстрада йондоҙҙарының да сығышы көтөлә.
Читайте нас: