Күңелдәргә үтеп инерлек ижади ынйыларын сәскән шағирҙарға бер һоҡланһам, шул шиғырҙарҙы йөрәктәргә еткерә алырлыҡ итеп һөйләгән кешеләргә тағы ла нығыраҡ хайран ҡалам... Баймаҡ телевидениеһының “Рух ҡошо” тип аталған проектының финалын ҡарағанда ошо уй мине бер мәлгә лә ҡалдырманы.
Халыҡ ижады үҙәгендә ике шиғриәт байрамы тантана итте. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Рәйес Түләккә быйылғы йылдың көҙөндә 60 йәш тулған булыр ине. БР Яҙыусылар союзы һәм “Шоңҡар” республика йәштәре журналы әҙиптең юбилейы айҡанлы “Ғүмер ике генә кис, ике генә кис ул, и, кешем” тип аталған видеоконкурс иғлан иткәйне. Ике ай дауам иткән бәйгелә республикабыҙҙан һәм башҡа өлкәләрҙән 150-гә яҡын һүҙ оҫтаһы шиғри майҙанда көс һынашһа, шуларҙың иң күбеһе Баймаҡтан булыуы һөйөнөслө ине. Рәйес Түләктең шиғырҙарын оло оҫталыҡ менән һөйләп финалға сыҡҡан Мәҙинә Туйсина, Венер Фәйзуллин, Салауат Шәмсетдинов, иң кескәй ҡатнашыусы Әлимә Вилданова, Миләүшә Ямалова, конкурстың еңеүселәре Рәмзиә Ҡолғарина һәм Ынйы Мансурованы “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбай, халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, БДУ-ның Сибай институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рауилә Хәсәнова, драматург Әминә Яхина, шағирә Фирүзә Абдуллина, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина һәм Рәйес Түләктең туғандары тәбрикләне. Әҙәбиәтебеҙ күгенең балҡыған сағыу йондоҙҙарҙың береһе булған Рәйес Түләк үҙе һыҙланып, замандаштарының йөрәктәрен һыҙлатып иртә китһә лә, халыҡтың күңелендә яҡты хәтирә булып йәшәй.
Баймаҡ телевидениеһы ойошторған быйылғы “Рух ҡошо” II телевизион конкурсы (проект авторы һәм алып барыусыһы Айгөл Иҙелбаева) 21 февралдә – Халыҡ-ара Туған телдәр көнөндә иғлан ителеп тә өлгөрмәне, студияға килеп яҙылырға теләүселәрҙән сират күпере һалынды. Былтыр – 67, ә быйыл 43 шиғри күңелле яҡташыбыҙ яңғыҙы ла, парлы ла, хатта триола сығыш яһаны. Конкурста кескәйҙәрҙең дә ҡатнашыуы һөйөнөслө күренеш булды. Сәхнәгә күтәрелгән "Миләш" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Ғәлиә Хәмитова, Зарина Илғыуатова, Алина Ҡангилдина, Наҙгөл Яуғастина, Юлай Нәҙербаев, Әбйәлил районынан Сәлиә Вәлиева, "Йондоҙло" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Виктория Ходаковаларҙы тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Балаларҙы ошондай кимәлдә әҙерләй алған етәкселәре Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева, Юлиә Нәҙербаева, Резеда Мөхәмәтшина, Рәйлә Сирбаева һәм ата-әсәләренә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусылары Миңһылыу Маннапова, Гөлсибәр Йәрмөхәмәтова (хәҙерге ваҡытта студент), Түбәнән – Нурзилә Яҡшығолова, Диана Һөйәрғолова, Темәстән – Азалия Аҡбулатова, Риаз Аҡбулатов, Рәзинә Шахморатова, Таһир Шахморатов, Яраттан – Нәргизә Үҙәнбаева, Дилә Ҡарамырҙина, 4-се лицейҙан – Илназ Назаров, Нургизә Мөхәмәтдинова, 2-се мәктәптән – Илхан Ғүмәров, 5-се мәктәптән – Азамат Иҙелбаев, Яраттан – Азамат Ишбирҙин, Салауат Ишбирҙин, Муллаҡайҙан – Илгизә Усманова, Наҙгөл Нурасова һәм уларҙың етәкселәре – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Сәлхиә Йәнбирҙина, Дилә Исхаҡова, Мөнирә Яхина, Зәбирә Шахморатова, Рәсимә Ишемова, Вәсилә Ишбирҙина, Лилиә Дәүләтбаева, Әлфиә Йомағужина, Рәшиҙә Иҙелбаева, Рәзидә Назарова, Әлфинә Ғүмәрова, Гөлгөл Мөхәмәтдиноваларға һоҡланыу хистәрен еткерге килә.
“Дуэттар, трио” номинацияһында сығыш яһаған Муллаҡай ауылынан Рәсимә Ишемова, Илгизә Усманова, Наҙгөл Нурасова, Рәшиҙә һәм улы Азамат Иҙелбаевтар, Розалина һәм Гөлнара Вәлиевалар, Рушана һәм Гөлнар Шәриповалар, Әлфинә һәм Илхан Ғүмәровтар ҙа шағир һүҙенең ни тиклем көслө булыуын иҫбат итә алды.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың халҡына яҙған хатын йөрәккә үтерлек, тетрәндерерлек итеп һөйләгән Миңзилә Йәнтилинаны тыңлап күптәрҙең йөрәге тулап-тулап, ярһыу аттай сабып алды. Яҡташыбыҙ, шағирә Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары тормошсан булыуы менән айырылып тора. Быйыл да бихисап конкурсанттар уның шиғырҙарын һайлаған. БДУ-ның Сибай институты студенты Наҙгөл Янбаева “Ашығайыҡ!” шиғырын йөрәктәргә үтерлек итеп һөйләп, әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белергә саҡырҙы. Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһынан Гөлфинә Сәйетҡолованың да Фирүзә Абдуллинаның “Күтәрәйек данын башҡорттоң!” шиғырын һөйләүе бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын. Шулай уҡ Наҙгөл Салихова, Зәлиә Томаншина, Алһыу Байегетова, Гөлдәр Сыңғыҙова, Айһылыу Ураҙгилдина, Хәмдиә Ғүмәрова, Гөлдәр Абдуллинаның да сағыу сығыштарын билдәләп үтергә кәрәк.
“Автор башҡарыусылар” номинацияһында “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы Рәйсә Иҫәнбаева, “Миләш” балалар баҡсаһында тәрбиәсеһе Илнара Аҡбулатова, Рәсимә Ҡотлогилдина иң шәбе булып сыҡты.
Апалы-һеңлеле Сыңғыҙҙан Мәҙинә Туйсина һәм Буранбайҙан Гөлнур Раева Мостай Кәримдең әсәһенә арнап яҙған шиғырын уҡығанда күҙҙәренән йәштәре йүгермәгән кеше ҡалмағандыр. Юғары оҫталыҡ, күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәтерлек итеп яңғыраны әҙиптең һүҙҙәре. Һәм хаҡлы рәүештә “Рух ҡошо ” II телевизион конкурсының төп призы – Гран-при Мәҙинә Туйсина һәм Гөлнур Раеваға бирелде.
Күңелең болоҡһой икән – шиғыр уҡы. Тормоштағы ниндәйҙер һорауға яуап таба алмайһың икән – шиғыр уҡы. Ә инде эске кисерештәреңде бар ғаләмгә еткереп, өҫтәүенә дан алғың килә икән – “Рух ҡошо” проектында ҡатнаш!
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Мәҙинә Туйсина һәм Гөлнур Раева