Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
31 Май 2019, 16:58

Китапханасы -- нур һибеүсе

Кем ул китапханасы? Китаптар донъяһында йәшәгән, китап тип йән атҡан кеше. Ул кеше үҙе белгәнде әйләнә-тирә кешеләре менән дә бүлешә. Тап ошо изге күңелле кешеләр һәр йыл 27 майҙа һөнәри байрамдарын үткәрә. Быйыл район китапханаһында «Асыҡ ишектәр» көнө уҙғарылды.

Сараларға бай булған ул көндө китапханала төрлө конкурстар, экскурсиялар ойошторолдо. Шулай уҡ был көн китапханаға билдәле шағирҙар, сәнғәт оҫталары һәм, әлбиттә, китап һөйөүселәр килде.
Шулай, һәүәҫкәр композитор, шағир Борис Хәйретдинов та килгән ине. Ул шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, йырҙарын йырланы.
Артабан китапханала фельдшер менән осрашыуҙар үтте. Сарала ҡатнашыусылар һаулыҡ, сәләмәт йәшәү рәүешенә ҡағылған һорауҙарға яуап табырға тырышты.
Шиғыр һөйөүселәр ҙә ситтә ҡалманы. Улар тасуири һөйләнгән шиғырҙары өсөн кәнфит менән бүләкләнде. Мәктәп уҡыусылары М. Кәрим һәм А. Пушкин ижадына арналған викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Был көндә китапханала шулай уҡ төрлө яҡлап бай йөкмәткеле күргәҙмә лә ойошторолған ине. Бер урында боронғо китаптар урын алһа, икенсе урында ҡул эштәре ҡуйылған.
Читайте нас: