Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
16 Май 2019, 18:09

Мостай иле - күңелебеҙҙә

Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата төрлө саралар уҙғарыла. Уның тиңдәштәре булған шәхестәр данлана, әҙиптәрҙең ижады өйрәнелә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу көсәйә генә бара. Районыбыҙҙа китапханалар селтәре "Мостай иле" тигән эстафета ихлан итте. Ул Ниғәмәттә башланып, әле Йәнйегет һәм Иҫке Сибай ауылдарында уҙғарылды.

Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата төрлө саралар уҙғарыла. Уның тиңдәштәре булған шәхестәр данлана, әҙиптәрҙең ижады өйрәнелә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу көсәйә генә бара. Районыбыҙҙа китапханалар селтәре "Мостай иле" тигән эстафета ихлан итте. Ул Ниғәмәттә башланып, әле Йәнйегет һәм Иҫке Сибай ауылдарында уҙғарылды. ⁠

Артабан ул Татлыбай ауылы биләмәһендә булды. Кәрешкә мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары "Өс таған" повесын сәхнәләштеә. Әбдрахман ауылынан 3 йәшлек Гөлнирә Юлдашбаева "Башҡортостан" шиғырын һөйләп ишеттереп, конкурста иң йәш ҡатнашыусы, тип таныла.


"17 май көнө беҙҙең ауылда үтте. Мостай Кәримдең үҙен дә оло әҙип булараҡ, төрлө яҡтан асырға тырыштыҡ. Мостай Кәрим иле – көслө рухлы, сафтарҙан-саф күңелле, ғәҙеллек һәм миһырбанлыҡ, хөрмәт һәм мөхәббәткә нигеҙләнгән донъя. Шағир яратып тыуҙырған ошо гүзәл донъяны ысынбарлыҡта һаҡлау – уның уҡыусыларының бурысы. Күңелдәрҙә һәр саҡ йәшлек, мөхәббәт, тантана итһен! Мостай иле һәр кемебеҙҙә йәшәһен!" - тип яҙа ошо уҡ ауылдан китапханасы Лилиә Ильясова.


Читайте нас: