Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
10 Ғинуар 2019, 17:22

Һәр кемдең үҙ мостайы...

Үҙемә әйткән һүҙ Тәү һүҙемде әсәйемә әйттем, Икенсеһен ергә өндәштем. Шунан ары бүтәндәргә күпме Өгөт бирҙем, "аҡыл өләштем". Баҡһаң икән, аҡылдарға һыуһау, Кәңәштәргә мохтаж үҙем бар, Шул үҙемә бөгөн һүҙем бар: Ғүмер уҙған һайын, беҙҙе алып, Йылдар етеҙерәк сабыр ул, Йылдар саба тиеп, сәбәләнмә, Сабырырак бул һин, сабыр бул. Эйелеп-бөгөлөп барма һәр тарафҡа, бөгөлә икән, талдар бөгөлһөн; Елберләмә һәр уҙғынсы елгә, Елберләмә, уҫаҡ түгелһең. Һыйҙар күрһәң, талымһыҙҙан булма, Миҙгел белеп үрел ҡашыҡҡа; Елгә еленләгән һәр уйыңды Илгә таратырға ашыҡма. Ағыу менән дарыу бер үк заттан, Тик самалар-төрлө саманан, Самаларҙан сығып дан йырлама Һәм хөкөм дә итмә ҡабалан. Айға менһәң, үрә һикермәй тор, Ҡояш бар бит айҙан юғары; Түргә төшһәң, "гүргә төштөм" тимә, Унан сыҡҡан әҙәм юҡ әле. Ауырлыҡтар ауһа иңдәреңә, Еңеләйтер сара табыр бул. Ауырына, хәйер, түҙерһең дә,Еңеленә сыҙа, сабыр бул.

“Бер нәмәгә лә аптырамайым, бер нәмә лә миңә яңылыҡ түгел, барыһы ла билдәле, аҡсаға, әшәкелеккә ҡоролған донъянан мөғжизә көтөү үҙе үк ахмаҡлыҡ”, – тип тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, һиллек баҫҡан күңелеңде тетрәтерлек бер мөғжизәгә, күңелдәргә тереһыу һиберҙәй ваҡиғаға тап булаһың... Оло йыһанда күҙ асып йомған арала атылып юҡҡа сыҡҡан йондоҙҙай ғүмереңдә ошо мөғжизәнең уртаһында булыуыңды Хоҙай биргән бүләк итеп ҡабул итәһең.

20 октябрҙә Өфө ҡалаһында Мостайыбыҙҙың тыуған көнөнә арналған тантаналы сара барышында булды был хәл. Башта уҡ шуны әйтеп үтәйем: әҙиптең ижадына арналған күп һанлы саралар республиканың һәр төйәгендә үтте. Мәктәптәрҙә, китапханаларҙа, уҡыу йорттарында шиғыр кисәләре, осрашыуҙар уҙғарылды. Өфөлә, шағир исемен йөрөткән 158-се гимназияла “Мостай уҡыуҙары” республика ғилми-ғәмәли конференцияһы юғары кимәлдә ойошторолдо. Сараның төп ҡунағы, ойоштороусыларҙың береһе Әлфиә Мостафа ҡыҙы булды. Оло шәхесебеҙҙең һөйөклө ҡыҙы етәкләгән был фонд үҙенең эшмәкәрлеге менән бик күп йәш таланттарға осор ҡанаттар ҡуя, яҙыусының алтын мираҫын һаҡлай һәм иҫтәлектәргә таянып яңы китаптар сығара. Әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыу билдәләнгән көндәрҙә Башҡортостаныбыҙҙың алтын аң хазинаһы – китап фонды мәғә-нәле, аҡыллы башҡорт теленең иң сағыу өлгөһөндә яҙылған китаптар менән байыясаҡ. Китап ҡәҙерен, һүҙ ҡөҙрәтен аңлағандар уны түҙемһеҙлек менән көтә.

Ә хәҙер үҙем мөғжизә тип атаған хәл-ваҡиғаға күсәйем. Ябай ғына башланды ул. Өфөнөң рус драма театрына халыҡ яйлап йыйыла. Тышта йонсоу көн, быҫҡып ямғыр яуа. Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Луна и листопад” драмаһы ҡуйыласаҡ. Фойела йәштәр күп, төрлө телдә һөйләшкән тамашасылар күҙгә ташлана. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтың хәләл ефете менән килеүе шунда уҡ йәнлелек өҫтәне. Көндөҙ шағирҙың һәйкәле янында төбәк етәксеһенең оло шәхесебеҙгә тәрән һөйөү һәм ихтирам менән сығышы күңелдәргә хуш килде. Ысынлап та, һәр кешенең күңелендә үҙ “Мостайы” бар. Залда Мостай ағайҙың ижадын хөрмәт иткән күп һанлы ҡунаҡтар араһында әҙиптең иң яҡын туғандары һәм ейәне Тимербулат – “Мостай” фондының бағыусыһы күренә.

Шаршау асыла, айлы төн, бер туҡтауһыҙ көҙгө япраҡ сәхнәгә һибелә. Фронт һыҙығына яҡын ерҙә ярты тәүлек эсендә булған хәл-ваҡиға. Һуғыштың башынан аҙағына тиклем ҡатнашҡаняугир-яҙыусы ыҡсым бер әҫәре менән һуғыштың бер фажиғәһен, бер дәһшәтле ваҡиғаһын күрһәтә. Йәштәрҙең ҡайнар, ҡыҫҡа мөхәббәте, фажиғәле үлеме тетрәндерә. Урамдағы ығы-зығы ла, тормоштоң мәшәҡәттәре лә тарала, юҡҡа сыға, һин бөтә күңелең, бөтә йөрәгең менән ошо донъяға сумаһың, сәхнәләге геройҙар менән бергә тын алаһың, илаһи бер рухи көс һине үҙе менән бейеккә, юғарылыҡҡа күтәрә. Мостай ағайҙың оло, саф, илаһи мөхәббәттең барлығына, сафлыҡтың, юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙең барыбер еңеүенә ышаныуынан киләлер ул көс. Фронттағы ҡаршылыҡтарға, үлемгә, аяуһыҙлыҡҡа ҡаршы бер рухи көс – ул саф мөхәббәт икәненә ышанаһың. Тыуған иленә, ғаиләһенә, һөйгән йәренә булған ошо ярһыу хис күпме яугирҙәрҙе батыр һәм үлемһеҙ итте. “Ярлыҡау” повесын уҡығанда минең күңелемдә төрлө уйҙар тыуғайны, икеләнеүҙәр, уйланыуҙар. Берсә Любомир Зух һуғыш ҡорбаны, берсә уның һөйөүе башына етте, тип. Әле бына залда ултырғанда бөтөнләй икенсе уйҙар башыма килде, зиһенемде тултырҙы. Һуғыш булһынмы, тыныс тормош дауам итһенме, йыһан әйләнә, йәшәү дауам итә. Бары тик фани донъяла мөхәббәтлеләр һәм мөхәббәтһеҙ бәндәләр, әжәлселәр бар икән шул. “Кешеләр, ярлыҡау тигән бөйөк төшөнсәне онотмағыҙ, кеше йәндәрен ҡыйыр, күңелдәрен тупаҫландырыр эштәр ҡылыуҙан һаҡланығыҙ”. Сәхнәнән асырғанып әйтелгән ошо һүҙҙәр менән шаршау ябыла. Шығырым тулы залдағы барлыҡ тамашасылар бер йыһан карабында бергә сәйәхәт ҡылып, ҡапыл туҡтап ҡалғандай бер-беребеҙгә ҡарашабыҙ. Был сәйәхәттә барыһы ла тигеҙ хоҡуҡлы. Ил башлығы ла, аҡһаҡал да, студент та – барыһы ла, барыһы ла...

Күҙҙәр, күҙҙәр... Ул күҙҙәрҙә йәш тә, үкенес тә, йәлләү ҙә, һөйөү ҙә, өмөт тә. Мостай ағайҙың һүҙе, васыяты бар. Бына ҡайҙа ул һүҙ ҡөҙрәте, аҡыл көсө. Меңдәрҙе бергә туплаусы, тәрбиәләүсе, ышандырыусы – һүҙ ҡөҙрәте. Үҙе мөғжизә түгелме? Күңелең таҙарынып, уйҙарың яҡтырып, тирә-йүндәгеләргә туғаныңдай күреп йылмайып залдан сығаһың. Тышта шундай күңелле, һауанан тып-тып аҡҡан ямғыр тамсылары һине шаяртып иркәләй төҫлө. Телевизорҙан көн дә ишеткән яман хәбәрҙәр, вәхшәттәр, күңелде боҙға әйләндергән, иртәгегә ышанысыңды юғалтҡан йонсоу кәйефең юҡҡа сыға. Күңелдә өмөт уяна. Сабырыраҡ, әҙәплерәк, аҡыллыраҡ булғы килә. Яҙмамдың башында вәғәҙә иткән мөғжизәм ошо булды, хөрмәтле уҡыусым. Кемгәлер ул ябай ваҡиға булып тойолор, әммә иманым камил, мөғжизәне кешеләр үҙҙәре тыуҙыра. Мостай ағай әйткәнсә, тик мөғжизәләр генә тормош усағының ҡуҙҙарын һыуытмай. Әҙиптең иҫтәлектәре тупланған 7-се томда “Кешелектең Пушкины бар” тигән яҙмаһы бар. Ул унда: “Ерҙә яҡшылыҡ, матурлыҡ, рус бөйөклөгө, дуҫлыҡ тоғролоғо мине хайран ҡалдырғанда, “Башҡаса булыуы мөмкин түгел, сөнки Пушкин бар”, тип үҙ алдыма уйлап ҡуям. Fәҙелһеҙлек һәм яманлыҡ, кешеләр мөнәсәбәтендә ваҡлыҡ һәм шәфҡәтһеҙлек минең күңелемде ҡырған саҡта йыуаныс табам. Бөтәһе лә төҙәлер, яҡшырыр, сөнки донъяла Пушкин бар, тим”.

Мин дә ошо фекергә ҡушылып гел уйлап алам: “Беҙҙең бит Мостайыбыҙ бар”. Башҡорт теленең барлыҡ нескәлектәрен тойоп, фәһемле аҡыл хазинаһы ҡалдырған әҙибебеҙ. Бары ошо рухи байлығыбыҙҙы йәштәребеҙгә, балаларыбыҙға еткерергә кәрәк.

Өфөгә мин Әлфиә Мостафа ҡыҙының саҡырыуы буйынса барҙым һәм быға бик шатмын. Әлфиә апай менән күп йыллыҡ дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Ул Сибай, Баймаҡ ҡалаларында атаһы менән булған йылы осрашыуҙарҙан алған тәьҫораттарын һәр саҡ һағынып иҫкә төшөрә. Баймаҡта үткән “Аҡйондоҙ һәм Аҡъегет” бәйгеләренә бик теләп килә торғайны. Киләһе юбилей йылы тураһында ул түбәндәгеләрҙе һөйләне:

– Атайыбыҙҙың оло байрамы Башҡортостандың 100 йыллығына тап килеүе осраҡлы түгел, тип уйлайым. Атайыбыҙҙың күп йыллыҡ ижады, барлыҡ хеҙмәттәре тыуған иленә, халҡына бағышланды. Мостай йылы – донъя һәм башҡорт әҙәбиәтенә, сәнғәткә, мәҙәниәткә һәм китап уҡыуға ҙур иғтибар һәм ҡыҙыҡһыныу арттырыу йылы булыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Эйе, киләһе йыл ҙур тантаналар, байрамдар йылы булһын, Хоҙай Тәғәлә илебеҙ именлеген, күңел көрлөгөн насип итһен. Әҙип әйтмешләй, урамдарға сыҡһын ул байрамдар, урамдарға сыҡмаған өйҙәге генә байрам – байрам түгел ул. Әҙибебеҙ үҙенең ижады менән Рәсәй киңлектәрен, сит ил тарафтарын яуланы. Уның ижады аша башҡорт халҡын, уның матур йолаларын, күркәм сифаттарын башҡалар таныны, хөрмәт итте.

Хәтеремдә: Силәбелә уҡығанда Инга исемле немец ҡыҙы менән таныштыҡ. Төркөмдәге башҡа ҡыҙҙарҙан айырмалы миңә ҡарата айырыуса ихтирамын тойоп, унан һораштым. Ул Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрен уҡыуын һәм барлыҡ башҡорттарға оло ихтирам менән ҡарауын һөйләне. Уның тағы бер һүҙе ныҡ хәтерҙә ҡалды: “Какие вы счастливые, Мустая можете читать в подлиннике”. Ысынлап та, үҙебеҙҙең яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрен үҙ телебеҙҙә уҡыу ниндәй бәхет.

Ығы-зығы тамам, ҡулыма тағы Мостай ағайҙың “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” китабын алам. Әҙип яҙғанса, мөғжизәләргә ышаныусан, бер ҡатлыраҡ, саяраҡ кешеләр мөхитенә барып сумам. Бәхетте лә, әжәлде лә сабырлыҡ менән ҡабул итеүсе геройҙары тураһында “Шатлыҡтан туйып һикермәйҙәр, ҡазанан ҡойолоп уҡ төшмәйҙәр”, – ти яҙыусы үҙенең баш һүҙендә. Ышанам, Мостай ағай, һеҙ бит бары изгелеккә, матурлыҡҡа, камиллыҡҡа ышанған, изге, яҡты хәтер менән генә йәшәгән шәхес инегеҙ...

Луиза ДӘҮЛӘТШИнА,

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Баймаҡ ҡалаһы.

ҺҮРӘТТӘ: 2004 йылда Баймаҡ мәҙәниәт йортонда М.Кәримдең 85 йәшлек юбилей кисәһендә.
Читайте нас: