Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
28 Апрель 2018, 17:20

м

Был егет менән интернет аша таныштыҡ. Юҡ-юҡ, ундай танышыу түгел. Мин алып барған “Һаҡмар” гәзитенең төркөмөнә ул яңғыҙҙарҙы ҡауыштырырға саҡырған иғланын “элгән” ине. Ике көн дә үтмәй ул йәшәгән ауылға – Аҡморонға юл төштө. Кисәлә алып барыусының: “Һеҙҙең өсөн Ринат Такалов йырлай!” – тип иғлан итеүе булды, “Был исем миңә ҡайҙан таныш әле?” – тип башымдағы “компьютер” кадрҙарҙы алға-артҡа әйләндереп аҡтара ла башланы. Йыр тамамланыуға көнө-сәғәте менән барыһы ла иҫкә төштө. Шулай итеп, “Бәхеткә аҡ юл!” буйҙаҡтар кисәһен ойоштороусы егет менән әңгәмәләшеп тә киттек.

Бәхеткә аҡ юлдар ярыусы егет



Был егет менән интернет аша таныштыҡ. Юҡ-юҡ, ундай танышыу түгел. Мин алып барған “Һаҡмар” гәзитенең төркөмөнә ул яңғыҙҙарҙы ҡауыштырырға саҡырған иғланын “элгән” ине. Ике көн дә үтмәй ул йәшәгән ауылға – Аҡморонға юл төштө. Кисәлә алып барыусының: “Һеҙҙең өсөн Ринат Такалов йырлай!” – тип иғлан итеүе булды, “Был исем миңә ҡайҙан таныш әле?” – тип башымдағы “компьютер” кадрҙарҙы алға-артҡа әйләндереп аҡтара ла башланы. Йыр тамамланыуға көнө-сәғәте менән барыһы ла иҫкә төштө. Шулай итеп, “Бәхеткә аҡ юл!” буйҙаҡтар кисәһен ойоштороусы егет менән әңгәмәләшеп тә киттек.


– Ринат Биктимер улы, әйтегеҙ әле, таныштырыу кисәләре ойоштороу идеяһы ҡайҙан килде?
– Иң элек үҙем менән таныштырып үтәйем. Мин, Аҡморон мәктәбен тамамлағас, Аҡъяр училищеһынан автомеханик һөнәре алып сыҡтым. Әрме хеҙмәтенән һуң һаҡсы булып эшләнем, 5 йыл магазин тоттом.
Әлеге ваҡытта, хеҙмәтемдең йүнәлешен ҡырҡа үҙгәртеп, 2017 йылдың июненән алып буйҙаҡтарҙы таныштырыу кисәләрен үткәрә башланым. Бығаса беҙҙең районда башҡаларҙың үткәреүен күреп, миндә уянған: “Беҙ үҙебеҙ шундай саралар ойоштора алмайбыҙмы ни?” – тигән сәм дә оло этәргес булды. “Бәйләнештә” селтәрендә “Бәхеткә аҡ юл” исемле төркөм астым. Төркөмгә исем ҡушыр алдынан интернетта конкурс ойошторғайным, шағирә Нуриҙә Илһамова ошо исемде тәҡдим итте. Тәүге таныштырыу кисәһе былтыр июндә Аҡморон ауылындағы “Аҡморон уттары” кафеһында үтте, 16 кеше ҡатнашты.

– Бер йыл эсендә нисә кисә үткәрҙегеҙ һәм һөҙөмтәһе бармы?
– 40-тан ашыу осрашыу саралары ойошторолдо. Иң ҡыуандырғаны – 4 туй үтте. Ундай сараларға, ғәҙәттә, төрлө йәштәге, төрлө хәлдә яңғыҙ ҡалған кешеләр килә һәм табышып ҡауышҡан хәлдә лә бик ҡысҡырып әйтә һалмайҙар йәки ситкә эшкә бергәләп сығып китәләр. Ә инде кемдәр ҡауышҡан – беҙ уларҙың хәлдәрен шылтыратып белешеп торабыҙ. Алла бирһә, тағы бер туй булырға тора. Бындай кисәләр менән генә сикләнмәйбеҙ, айырым журнал тотоп, унда танышырға теләүселәрҙең исем-шәрифтәрен, телефондарын яҙып алабыҙ һәм уға пар булырҙай кеше менән димләп тә ебәрәбеҙ. Стәрлетамаҡтан, Өфөнән, Учалынан шылтыратып яҙылыусылар ҙа бар. Ә таныштырыу кисәләренә беҙгә Баймаҡ районынан ғына түгел, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан да киләләр.

– Ҡайһы ауылда үткән саралар иҫегеҙҙә нығыраҡ ҡалды? Моғайын, проблемалар ҙа сыҡмай тормайҙыр?
– Беҙ ҙә башҡа таныштырыу кисәләре ойоштороусыларҙан бер ҙә ҡалышмайбыҙ – унда “тере” музыка була, уйындар уйнатабыҙ, бүләктәр бирәбеҙ. Бағыусыбыҙ юҡ, бүләктәрҙе үҙем һатып алам. Кисәләрҙе 5, 8 кеше өсөн дә үткәргәнем бар. Дөрөҫөн әйткәндә, был бизнес менән аҡса “һуғып” булмай, хатта бер тинһеҙ ҡайтҡаным бар. Мәҫәлән, бер ауылда 6-7 кеше килгәс, икенсе юлы кеше күберәк булыр тип уйлағайным, ул ауылдан бер кеше лә булманы ла ҡуйҙы, ярай әллә ҡайҙа ятҡан ауылдарҙан килделәр. Мәҫәлән, беҙҙә – Аҡморонда – яңғыҙҙар 100-ҙән ашыу, ә таныштырыу кисәләренә ни бары 2 генә кеше йөрөй. Йәғни был мәсьәләне интернет аша саҡырып ҡына хәл итеп булмай, тимәксемен. Шулай булыуға ҡарамаҫтан төпкөл ауылдарҙың яңғыҙҙарын парлы итке килә. Беҙ барасаҡ ауылдарҙың активистары – ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтары – яңғыҙаҡтарҙы өйҙән сығарһын ине, тигән теләктәмен.
Һуңғы ваҡытта демографик мәсьәләгә иғтибарҙың көсәйә башлауы һөйөндөрә: ҡайһы бер ауылдарға барһаҡ, ауыл биләмәһе башлығы йәмәғәт эшмәкәрҙәренә кисәләргә буйҙаҡтарҙы ебәрергә, тигән әмер биреп, беҙҙең эште еңеләйтеп ебәрә. Бөтә ауылдарҙа ла шулай булһа ине. Иҫемдә ҡалған сараларҙан бигерәк тә Ҡараталда, Аҡморонда, Ишбирҙелә ҡыҙыҡлы үтте. Әйтергә кәрәк, Ҡаратал ауыл биләмәһе буйҙаҡтары бик әүҙем. Шуның өсөн уларға айырыуса рәхмәт. Һуңғы осорҙа ҡаланың “Рандеву” кафеһында таныштырыу кисәләрен – шәмбе, ә йома көндәрендә ошонда уҡ урта йәштәгеләр өсөн ретро-дискотека ойошторам. Халыҡ бик әүҙем килә. Йәйгеһен һабантуй үткәреү уйы менән янам.
“Һаҡмар” гәзите менән берлектә 1 майҙа “Яҙ, Хеҙмәт һәм Мөхәббәт”, 9 майҙа “Күкрәп кил һин, Еңеү яҙы!” исемле күңел асыу кисәләре ойошторорға уйлайбыҙ. Унда ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы викториналар, блиц-әңгәмәләр, уйындар һәм сюрприздар көтә, шулай уҡ яратҡан “Һаҡмар” гәзитенә яҙылырға була. “Рандеву” кафеһында киске 8-ҙә һеҙҙе ихлас көтөп ҡалабыҙ! Бәйләнеш өсөн телефондар: 8 961 045 27 40, 8 937 316 92 74.

– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!

Айгөл Иҙелбаева әңгәмәләште

.
Читайте нас: