Бөтә яңылыҡтар
Рухиәт
26 Апрель 2018, 13:59

“Ҡояш көлөр, ҡоштар һайрар Һәм гөлдәр ҙә сәскә атасаҡ...”

Урамда ашығып китеп барған саҡта йыш ҡына төрлө яҙыулы машиналар күҙгә салына: “Ҡара юрға”, “Спасибо, родная, за сына!”, “Спасибо деду за победу!” һ.б. Шулар араһында күңел ҡылдарын тибрәтеп кенә ебәргән бер яҙыу бар. “Алыҫ аралар ерҙә юҡ кеүек, Саҡырған юл яҡын дуҫ кеүек...” Был машинаның эйәһе – рәссам, шағир, элекке конферансье, артист, гармунсы, балта оҫтаһы, техника менән “һин”гә “һин”... Уға ҡараһаң, үрҙәге һанап кителгән һөнәрҙәр эйәһе тип уйламаҫһың да – баҫалҡы ағай, мыйыҡ аҫтынан мөләйем генә итеп йылмая ла, баш ҡағып үтеп китеү яғын ҡарай. Ҡайһы бер әрһеҙерәктәр кеүек, журналисҡа сат йәбешеп үҙен күрһәтергә теләү уйында ла юҡ. Кем һуң ул? Хәйер, әйҙә, һүҙҙе үҙенә бирәйек әле!

“Һаҡмар” ҡунағы


“Ҡояш көлөр, ҡоштар һайрар

Һәм гөлдәр ҙә сәскә атасаҡ...”

Урамда ашығып китеп барған саҡта йыш ҡына төрлө яҙыулы машиналар күҙгә салына: “Ҡара юрға”, “Спасибо, родная, за сына!”, “Спасибо деду за победу!” һ.б. Шулар араһында күңел ҡылдарын тибрәтеп кенә ебәргән бер яҙыу бар.
“Алыҫ аралар ерҙә юҡ кеүек,
Саҡырған юл яҡын дуҫ кеүек...”
Был машинаның эйәһе – рәссам, шағир, элекке конферансье, артист, гармунсы, балта оҫтаһы, техника менән “һин”гә “һин”... Уға ҡараһаң, үрҙәге һанап кителгән һөнәрҙәр эйәһе тип уйламаҫһың да – баҫалҡы ағай, мыйыҡ аҫтынан мөләйем генә итеп йылмая ла, баш ҡағып үтеп китеү яғын ҡарай. Ҡайһы бер әрһеҙерәктәр кеүек, журналисҡа сат йәбешеп үҙен күрһәтергә теләү уйында ла юҡ. Кем һуң ул? Хәйер, әйҙә, һүҙҙе үҙенә бирәйек әле!



– Әхәт ағай, үҙегеҙ менән таныштырып китегеҙ әле...
– Мин Әхәт Ғөбәйҙуллин булам, Баймаҡ ҡалаһында йәшәйем. 1957 йылдың 10 ноябрендә Йомаш ауылында тыуғанмын. Йомаш мәктәбе, әрме – иң бәхетле ваҡыттар!..
Мәктәптә уҡығанда бөтә рәсем эштәрен миңә ҡушалар ине – стена гәзиттәре рәссамы булдым. Һүрәттәремде “Башҡортостан пионеры” иғлан иткән “Осҡон” конкурсына ебәргәйнем, беренсе урын булып, В.И. Ленин исемендәге “Артек” Бөтә Союз пионер лагерында ял итеү бәхете тейҙе. “Артек”тың үҙендә һүрәт буйынса конкурста беренсе урын алып, диплом һәм миҙал менән бүләкләнеләр.
Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иттем – Уссурийскиҙа танкист, танк командиры, өлкән сержант булдым. Ул ваҡытта, ауыр булһа ла, совет армияһы ныҡ шәп ине. Бөрйән районы Байназар ауылынан бер хеҙмәттәшем менән һаман да аралашабыҙ. Әрменән ҡайтҡас, “Һаҡмар” колхозында 2 йыл рәссам-биҙәүсе булып эшләнем. Комсомол юлламаһы менән 3 йыл Баймаҡта милицияла дежур бүлегендә патруль, унан һүң дәүләт банкында һаҡсы, ДРСУ-ла, Пионерҙар йортонда, 24 йыл үҙәк район китапханаһында рәссам-биҙәүсе булып эшләнем.

– Рәссамлыҡ һәләте ғаиләгеҙҙә барығыҙҙа ла бармы?
– Беҙ ғаиләлә 5 малай, 3 ҡыҙ үҫтек. Вәкил, Рәшит ағайымдар һүрәт эшләүгә оҫта ине, әммә улар төҙөүсе булып китте. Мин генә ошо һөнәрҙе һайланым. Атайым миңә 10 йәш булғанда баҡыйлыҡҡа күсте, әсәйем беҙҙе яңғыҙы үҫтерҙе.

– Картиналарҙы ҡайһы миҙгелдә эшләргә яратаһығыҙ? Күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡанығыҙ бармы?
– Элегерәк картиналарҙы заказға күп эшләй инем, хәҙер уларҙың бәҫе төштө – берәү ҙә ҡарамай, магазиндар ҡытай һүрәттәре менән тулған. Үҙем пейзаж төшөрөргә яратам. Тәбиғәт күренештәренән киске шәфәҡте эшләүе ныҡ оҡшай. Портреттарҙы фотонан күсереп эшләйем. М.Аҡмулла, Әҙеһәм Әлибаев һ.б. билдәле шәхестәрҙе эшләнем. Эскиздар эшләү менән дә мауығам. Буранбай сәсәндең эскизын эшләгәйнем, Буранбай ауылында уның стелаһы тора. Вилүр Рәхимғолов етәкләгән “Баймаҡ” халыҡ кәсептәре үҙәге етештергән тирмәләр, башҡорт, урыҫ, татар милли кейемдәрҙең биҙәлештәрен, орнаменттарҙы шаблон итеп эшләп бирә торғайным.
Бөйөк рәссамдарҙан Шишкин, Васнецов, Репин, Нурмөхәмәтовтарҙың һүрәттәре мине илһамландыра. Хәҙерге рәссамдар пейзаж яҙмай, абстракция жанрында аңлайышһыҙ һүрәттәр эшләй ҙә, кеше унан ниндәйҙер мәғәнә эҙләп маташа. Модаһы шулай микәндер инде?
Күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулағаным бар. Мәҫәлән, 1994 йылда Баймаҡта тыуған яҡҡа арналған конкурста призлы урын алдым, 1994-1995 йылдарҙа Сибай ҡалаһында үткән Баймаҡ районы рәссамдары күргәҙмәһендә ҡатнаштым, картиналарымды күпләп һатып алдылар. Эшем дә яҙыу, һыҙыу менән бәйле булды. Хаҡлы ялға сыҡҡас, иркенләп картиналар эшләүгә тотондом. Үҙемдең шәхси күргәҙмәмде ойошторорға хыялланам.

– Һүрәт төшөрөүе ҡыйын эшме, әллә еңелме?
– Илһам килһә, бер көндә бер картина яҙырға була.

– Үрҙә һеҙҙең һүрәт төшөрөүҙән тыш башҡа бик күп һөнәрҙәрегеҙҙе лә һанап киткәйнек, әйҙә, шулар хаҡында ла һөйләшәйек әле!
– Һөнәр тип әйтеп тә булмайҙыр, машина йүнәтергә яратам, техника менән мауығам. Ағастан кәштәләр, шкафтар, ултырғыс кеүек ваҡ-төйәк әйберҙәр эшләүе оҡшай.

– Машинағыҙҙағы яҙыуға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Ул юлдарҙы яҙыу уйы ҡайҙан килде?
– Ул юлдар йырҙың һүҙҙәренән алынды. Беҙ йәш саҡта йырлап йөрөй торғайныҡ. Үҙем яҙҙым да, йәбештереп ҡуйҙым. Иң тәүҙә яҙыуы һары төҫтә ине, хәҙер аҡ ҡағыҙға алмаштырҙым.

– Һеҙгә ике осорҙо күрергә насип булған. Үткән менән бөгөнгөгә ҡарашығыҙ нисек?
– Совет заманында йәшәүе күңелле булды. Шуға мин үҙемде һаман да совет кешеһе тип һанайым. Бөгөнгө тормошто аңлауы ныҡ ауыр.

– Мин һеҙҙе күрһәм: “Шағир Рәмил Йәнбәк беҙҙең Баймаҡ китапханаһына ниңә улай йыш килә икән?” – тип уйлай торғайным...
– Бәлки, оҡшашлыҡ барҙыр. Мине шулай уҡ Әнғәм Атнабаев менән дә бутай торғайнылар. Уның шиғырҙарын яратам. Йомашта эшләгән саҡта концерттарҙы, конферансье булып, Ленин тураһындағы поэма менән асам, уртаһында Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙарын һөйләй торғайным. Ул тураһын әйтеп, дөрөҫөн яҙған кеше, шуға ныҡ ихтирам итәм. Гармунда уйнап, йырлап та ебәрә торғайным. Хәҙерге ваҡытта гармунда уйнаусы ла юҡ. Әле лә ҡулға гармун алып элекке йырҙарҙы йырлап алам. Колхозда эшләгәндә йөк машиналарына тейәлеп ауылдарға барып концерттар ҡуя торғайным. Бер Ишмырҙа ауылына барып ҡайтҡас: “Алып барыусығыҙ ҡалай шәп егет ул!” – тип әйткәндәр ти әле (йылмая).

– Һеҙ үҙегеҙҙе ниндәй кеше тип һанайһығыҙ?
– Үҙем хыялый, йомшаҡ күңелле кешемен, үҙ принциптарым менән йәшәйем.

– Тормошта үкенгән саҡтарығыҙ булдымы?
– Әрмелә: “Прапорщик дәрәжәһен бирәбеҙ, ҡал!” – тигәйнеләр, тыңламай тыуған яҡҡа ҡайтып киттем. Перспектива шәп ине, ҡайтҡаныма әле лә үкенәм. Унда 20 йыл эшләп, хаҡлы ялға сығып ҡайтыр инем.

– Әрмелә һүрәт төшөрөүегеҙҙе белделәрме?
– Белделәр, хатта шуның өсөн миңә почет та булды (көлә). Штабҡа саҡырып алалар ҙа, “секретный” карталарҙы 4 – 5 метр ҙурлыҡта итеп эшләргә ҡушалар, мин уҡыуҙар өсөн һуғыш барышын төшөрә торғайным. Шул һәләтем арҡаһында ашханала генералдар менән генә ултырып ашаған саҡтарым булды.

– Белеүемсә, һеҙ йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашаһығыҙ, ниндәй диплом-грамоталарығыҙ бар?
– Рәшиҙә Солтанова етәкселегендә республика ҡатын-ҡыҙҙар союзы ойошторған “Иң яҡшы атай” республика конкурсында еңеп, диплом менән бүләкләндем. “Һәләт” рәссамдар клубында ағза булдым. БР Мәҙәниәт министрлығынан, район һәм ҡала хакимиәтенән бер нисә тапҡыр Почет грамотаһы алдым, ә мәҙәниәт бүлегенән алғандарын һанап тормайым.

– Ғаиләгеҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине...
– 1980 йылда милицияла эшләгәндә Мерәҫ ҡыҙы Зөлфиә Әнүәр ҡыҙы Вәлиева менән танышып, уны кәләш итеп алдым. Өс ҡыҙ, бер ул үҫтерҙек. Әлеге ваҡытта 1 ейәнебеҙ һәм 5 ейәнсәребеҙ бар.

– Белеүемсә, һеҙ шағир ҙа бит әле. Бәлки, бер шиғырығыҙҙы уҡып та ебәрерһегеҙ?
– “Осло тауым” исемлеһен уҡып китәйем булмаһа.

Осло тауҙың йәшел итәктәре
Һаҡлай микән беҙҙең эҙҙәрҙе?
Һул итәктә яңғыҙ ҡарт ҡайын
Һағындырмай икән кемдәрҙе?



Осло тауым, уң ярыңда
Бар ине бит быуаң, балыҡлы.
Ярҙарыңда балыҡ ҡармаҡлатып
Ҡыуандыра инең халыҡты.


Ваҡыт үтте, быуа йырылды,
Балыҡтар ҙа аҡты, ҡырылды –
Ҡарт ҡайын да ғорур килеш:
“Тормош бөттө”, – тине, йығылды...


Бик ҡыҙғаныс, әммә тормош
Бар ерҙә лә дауам итәсәк.
Ҡояш көлөр, ҡоштар һайрар
Һәм гөлдәр ҙә сәскә атасаҡ.

– Бик фәһемле шиғыр... Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!

Айгөл Иҙелбаева әңгәмәләште.


Читайте нас: