Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары ҡала мәктәптәренең, лицей-интернаттың 10-сы класс уҡыусыларына класс сәғәте үткәрҙе. Был сараның төп маҡсаты - үҫеп килгән йәш быуынды ошо өлкәлә эшләүселәрҙең хеҙмәте менән яҡындан таныштырыу.
Дәрес барышында хакимиәт вәкилдәре балаларға район-ҡалалағы хәл- торош, төрлө ойошма, учреждениелар, борсоған проблемалар, киләсәккә пландар тураһында һөйләне.
Уҡыусылар ҙа етәкселәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Һәм һәр һорауға ентекле, тулы яуап алды. Күбеһенсә, «үҙ эшегеҙ оҡшаймы?», «Баймаҡтың киләсәген нисегерәк күҙ алдына килтерәһегеҙ?», «халыҡты иң борсоған проблема ниндәй?» кеүегерәк һорауҙар яңғыраны. Йәнле аралашыуға ҡоролған класс сәғәте уҡыусыларға бик оҡшаны. Сара программаһына ярашлы, етәкселек эше менән ҡыҙыҡһынған, киләсәк һөнәрен ошо өлкәгә бәйләргә теләгән һәр мәктәптең 10-сы класынан бер уҡыусы иртәгеһенә район хакимиәте бинаһында үтәсәк сараға саҡырыу алды. Йәғни үҙҙәрен бер көнгә етәксе ролендә һынап ҡараны. Улар иң беренсе, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары менән үткәргән кәңәшмәлә, һуңынан төрлө белгестәр кабинеттары буйлап ойошторолған экскурсияла ҡатнашты.
Әйткәндәй, был көн Баймаҡ күп профилле лицей-интернатының 8-се «шайморатовсылар» класы уҡыусылары өсөн дә матур ваҡиға булып хәтерҙәрендә ҡалыр. Сөнки улар ҙа район хакимиәте бинаһында үтәсәк экскурсияға саҡырыу алды. Эштәр идарасыһы Илгиз Байымов ҡыҙҙар һәм егеттәргә балиғ булмағандар һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, ауыл хужалығы, финанс, төҙөлөш, архитектура, сәйәсәт бүлегенә, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эше, хакимиәт кадрҙары менән эшләү, мәҙәниәт, юридик, сәнәғәт, инвестициялар һәм иҡтисади үҫеше һәм башҡа бүлек кабинеттары буйлап экскурсия үткәрҙе. Белгестәр уҡыусыларҙы ниндәй эштәр алып барыуҙары менән яҡындан таныштырҙы.
«Был сара бик әһәмиәтле, тип уйлайым. Балалар һәр өлкә хеҙмәткәрҙәренең эше тураһында кемдәндер ишетеп кенә белмәне, ә үҙҙәре килеп, күреп, яҡындан танышты, был һөнәр эше нескәлектәрен белде. Бәлки, бөгөнгө саранан һуң уҡыусылар араһында киләсәктәрен ошо һөнәргә эйәләренә бәйләргә теләүселәр ҙә булыр», - тине 8-се «ш» класы етәксеһе Фәнүзә Байғотлина.
«Миңә экскурсия, бигерәк тә мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншинаның сығышы оҡшаны. Үҙемә килгәндә, киләсәк һөнәремде документтар менән эш итеүгә бәйләр инем. Миңә ҡағыҙ эше оҡшай», - тине 8 «ш» класы уҡыусыһы Шәүрә Ниғмәтуллина.
Экскурсиянан һуң һигеҙенселәр район хакимиәте башлығы кабинетына инде. Азамат Сәфәрғәли улы уҡыусыларҙы бик йылы ҡабул итте, хакимиәт эшенең нескәлектәре менән таныштырҙы.
«Көнөнә унға яҡын йыйылыш үткәрәбеҙ. Унда беҙ бурыстар ҡуябыҙ, уларҙы ыңғай хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ, уның нисек үтәлешен тикшерәбеҙ. Урынбаҫарҙар менән район-ҡала буйлап халыҡ менән осрашыуҙар үткәреп торабыҙ. Уларҙы борсоған һорауҙарҙы, тәҡдимдәрҙе тыңлайбыҙ. Һәм көн һайын уларҙы хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ», - тине ул. Азамат Иҙрисов уҡыусыларға шулай уҡ бала саҡта үҫкәс кем булырға хыялланыуы, маҡсатҡа ирешер өсөн ниндәй һыҙаттарға эйә булыу кәрәклеге тураһында һөйләне. Асыҡтан-асыҡ аралашыуға ҡоролған, фәһемле әңгәмә өсөн шайморатовсылар хакимиәт башлығына рәхмәт һүҙҙәре еткереп, артабанғы эшендә уңыштар теләне.
Тәүге йыл үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, сара үҙ маҡсатына иреште.
Альбина Байегетова.