Һаҡмар
+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Әсәләр миҙал алдылар

Бөгөн район хакимиәтендә биш һәм унан да күберәк балалар тәрбиәләгән әсәләр тәбрикләнде. Балаларын тәрбиәләүгә намыҫлы һәм яуаплы ҡарау, балаларҙың һаулығы, белем алыуы, физик, рухи һәм әхлаҡи үҫеше тураһында тейешле кимәлдә хәстәрлек күреүҙе тәьмин итеү, Ғаилә институтын нығытыуға һәм балалар тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне өсөн Татлыбай ауылынан Ләйсән Әхмәҙуллина, Беренсе Төркмән ауылынан Айгөл Исрафилова, Ҡаратал ауылынан Илүзә Салихова, Муллаҡай ауылынан Флорида Уразгилдина, Баймаҡ ҡалаһынан Зөһрә Шәрәфетдинова "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнде.   

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев әсәләрҙе һәм улар менән бергә килгән тормош иптәштәре, балаларын тәбрикләп: "Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың апрель айының Указы менән «Әсәлек даны» миҙалына республиканың биш һәм унан күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән 18 муниципалитеттан 48 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булды. Уларҙың араһында 5 әсәнең тап беҙҙең райондан булыуы - үҙе ҡыуаныс. Был залда һеҙҙең ҙур күркәм ғаиләләрегеҙ, балаларығыҙ йыйылған. Тап бөгөн "Әсәлек даны" миҙалын батыр әсәйҙәргә тапшыра алыуым менән бәхетлемен. Ҡәҙерле әсәләр, һеҙҙең фиҙаҡәр әсәлек хеҙмәтегеҙ, балаларығыҙға булған һөйөүегеҙ, иғтибарығыҙ оло хөрмәткә лайыҡ. Һеҙ балаларығыҙҙы
матур, тәртипле, татыу, ярҙамсыл, илһөйәр итеп үҫтерәһегеҙ. Тормош иптәштәрегеҙ менән бер-берегеҙҙе аңлашып, ҡәңәшләшеп донъя көтәһегеҙ. Һеҙҙең ғаиләләрегеҙ үҙ миҫалында йәштәргә ғаилә ҡиммәттәрен күрһәтә. Быйыл Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылында был айырыуса мөһим", -- тип иң изге теләктәрен еткерҙе. 

Миҙал алырға килгән әсәләр, ысынлап та, оло ихтирамға лайыҡтар. Мәҫәлән, Татлыбайҙан килгән Ләйсән Тафтизан ҡыҙы тормош иптәше Рифҡәт Рәйес улы менән 5 бала тәрбиәләйҙәр. Беренсе Төркмәндән Айгөл Наил ҡыҙы тормош иптәше Иршат Таңғатар улы менән алты бала үҫтерәләр. Ҡараталдан Илүзә Ғәбулварис ҡыҙы биш бала баға. Муллаҡайҙан Флорида Шафиҡ ҡыҙы Азат Аширәф улы менән 5 балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Баймаҡтан Зөһрә Нәүфәл ҡыҙы биш балаһының һөйөнөстәренә ҡыуанып йәшәй. 

Тап ошондай ямғырлы моңһоу көндә ҡояш кеүек балҡып торған әсәләргә артабан да әсәлек бәхетен кисереп, ғаиләһенән һөйөнөп йәшәргә лә йәшәргә яҙһын! 

Эльмира Кейекҡужина. 

Әсәләр миҙал алдылар
Әсәләр миҙал алдылар
Әсәләр миҙал алдылар
Әсәләр миҙал алдылар
Әсәләр миҙал алдылар
Әсәләр миҙал алдылар
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: