Һаҡмар
-3 °С
Облачно
Антитеррор

Лайыҡлы баһа

Бөгөн район хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығы Фәнис Әминев “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Булат Юламановҡа “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының Почет грамотаһын тапшырҙы.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Лайыҡлы баһаЛайыҡлы баһа
Лайыҡлы баһа

Лайыҡлы баһа

Бөгөн район хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығы Фәнис Әминев “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Булат Юламановҡа “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының Почет грамотаһын тапшырҙы.

-Булат Иштуған улы бындай хөрмәткә хәрби-патриотик хәрәкәттә әүҙем ҡатнашҡаны, Рәсәй ҡаһарманлығы тарихы тураһындағы хәтерҙе һаҡлауға ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн лайыҡ булды, - тине тәбрикләү тантанаһында Фәнис Ғәбдрәшит улы. - Ысынлап та, ул районда үткәрелгән хәрби-патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнаша, “Хәрби туғанлыҡ” хәрәкәтенә үҙенең тос өлөшөн индерә. Афарин, артабан да эште ошо юҫыҡта дауам итергә яҙһын!

Лайыҡлы баһа, ҡотлайбыҙ!

Азамат Мөхәмәтшин.

 

Лайыҡлы баһа
Лайыҡлы баһа
Лайыҡлы баһа
Лайыҡлы баһа
Автор:Азамат Мухаметшин