Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
9 Декабрь 2022, 16:28

Мөһим мәсьәләләр тикшерелде

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышында 14 декабрҙә үтәсәк Башҡорт теле көнөн билдәләү, ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу сифатын өйрәнеү, ваҡытлы матуғатҡа яҙылыу мәсьәләләре көн үҙәгенә сығарылды. Ултырыштың эшендә район мәғариф бүлегенең башҡорт һәм рус телдәре буйынса методисы Илгизә Байсурина ла ҡатнашты. Кәңәшмә менән Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов етәкселек итте.

Иң тәүҙә Ҡоролтай составына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе ҡаралды. Берҙәм тауыш менән ойошмаға Сыңғыҙ ауылынан билдәле фермер һәм әүҙем йәмәғәтсе Нияз Уразбаев, “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе Эльмира Кейекҡужина ағза итеп ҡабул ителде.

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы бер нисә йыл дауамында “Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу һәм балалар баҡсаларында туған телдә тәрбиә биреү сифатын өйрәнеү” проекты буйынса маҡсатлы эш алып бара. Быйыл Ҡоролтай ағзалары ҡала балалар баҡсаларында булып, ошо йүнәлештәге эште өйрәнһә, киләһе аҙнала иһә ҡала мәктәптәрендә буласаҡ. Был тәңгәлдә башҡарма комитет ағзаларына аныҡ бурыстар йөкмәтелде.

14 декабрҙә Башҡортостанда Башҡорт теле көнө билдәләнә. Әлбиттә, беҙҙең районда ла был йүнәлештә маҡсатлы саралар ойоштороласаҡ. Ҡоролтайсылар ҙа уларҙа әүҙем ҡатнашасаҡ. Улай ғына түгел, ойошма тарафынан “Беҙ башҡорт телендә һөйләшәбеҙ” исемле видеоконкурс иғлан ителде һәм уға 15 декабрҙә йомғаҡ яһаласаҡ. Иң шәп видеояҙма авторҙарын бүләктәр көтә.

Ҡоролтайҙың трибунаһы булған “Һаҡмар” гәзитенә 2023 йылға яҙылыуҙы тейешенсә ойоштороу, был йүнәлештәге эште әүҙемләштереү кәңәшмәлә ҡаралған иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булды. Ришат Вәкил улы был тәңгәлдә башҡарма комитет ағзаларына әүҙем эш алып барырға, мөмкин булғандың барыһын да эшләргә саҡырҙы.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: